Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
25 Февраль , 16:30

Тарих һәм кешеләр

Башҡортостан халҡының ЛНР (Украинаның элекке Ворошиловград өлкәһе) халҡы менән дуҫлыҡ ептәре һәр ваҡыт ныҡ булды, беҙҙең халыҡ ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Тарих һәм кешеләр
Тарих һәм кешеләр

Белгестәребеҙ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса эшләне. Сталинград һуғышынан һуң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тап Ворошиловград өлкәһе яғынан оккупанттарҙан азат итә башлай. Һәм хәҙер, бандеровсыларҙан торған Киев власы хәүеф менән янаған ваҡытта, йәнә ЛНР-ҙа йәшәүселәрҙе яҡлауға баҫты. ЛНР халҡына һәм МХО яугирҙарына ярҙамға күп тапҡыр гуманитар ылау йүнәлтелде һәм йүнәлтелә.
Райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың милли архивынан һорап алынған документ, атап әйткәндә, БАССР хеҙмәтсәндәре депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитетының 1944 йылдың 7 ғинуарындағы 2-се протоколы алынған. Был документта немец илбаҫарҙарынан азат ителгән колхоздарға ярҙам итеү өсөн мал һатып алыуҙы ойоштороу тураһында ҡарар сығарылған. Протоколға район Советы башҡарма комитеты рәйесе Ғәликәев, район Советы башҡарма комитеты секретары вазифаһын башҡарыусы Хәлилов ҡул ҡуйған.
Башҡарма комитет ағзаларынан тыш, ултырышта ВКП(б) район комитеты секретары Юлбарыҫов, район прокуроры Ғәфиәтуллин, Эске эштәр халыҡ комиссариатының район бүлеге начальнигы Туловижский, Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы дәүләт тәьминәте бүлеге инспекторы Назарова ҡатнаша. Шулай уҡ Яңы Мишәр ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе Мофазалов, “Партизан” колхозы рәйесе Новоселов, “Ленин юлы” колхозы рәйесе Ибраһимов, “Урал” колхозы рәйесе Фәхретдинов һәм “Аҡа” колхозы рәйесе Ғибәҙуллин саҡырыла.
Кәңәшмәлә ҡаралған өсөнсө мәсьәлә – “Немец оккупацияһынан азат ителгән колхоздарға ярҙамға мал һатып алыуҙы ойоштороу тураһында”. Был ҡарар БАССР Халыҡ комиссарҙары советы һәм ВКП(б) өлкә комитетының 1943 йылдың 27 декабрендәге 1000-се һанлы ҡарарына ярашлы сығарыла.
Малдарҙы һатып алыу һәм оҙатыуҙы ойоштороу район әҙерләүҙәр контораһы мөдире Швецов менән баш зоотехник Әхтәмовҡа йөкмәтелә. 50 баш йылҡы һәм 200 баш һыйыр малы һатып алыу планы билдәләнә. Эште 1944 йылдың 1 мартына тиклем тамамларға һәм оҙатҡанға тиклем уларҙы һатып алынған хужалыҡтарҙың фермаларында аҫрарға, малдарҙы халыҡ әҙерләүҙәр комитеты вәкиле Ҡәйүмовҡа фураж менән тәьмин итергә, оҙатыласаҡ малдың һәм оҙатыусыларҙың юлдарын билдәләргә ҡушыла. Ә был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хужинға йөкмәтелә.
Тулы булмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, көтөү сыҡҡан үлән, аяҡ аҫтындағы аҙыҡ менән туҡланып, үҙ юлы менән Украинаның Ворошиловград өлкәһенә барып етә. Оҙатып барыусылар көтөүҙе һаҡлап, асыҡ һауала йоҡлай. Команданың бер нисә егеүле арбаһы була, унда әйберҙәр һәм аттар өсөн фураж һаҡлана. Юл бер нисә айға һуҙыла, бер нисә мең саҡрым үтелә. Төп ауырлыҡ йылға аша сыҡҡанда була: күпер эҙләргә кәрәк, ә ул ваҡытта күперҙәр бик һирәк. Волга менән Дон йылғаһы аша йөҙөп кенә сығыу мөмкин түгел.
Әлбиттә, юғалтыуҙар ҙа була, нигеҙҙә күп һанлы бәләкәй йылғалар аша сыҡҡанда. Ә көтөүҙе оҙатыусы команда өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡас, уларҙы НКВД-ның район бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу көтә, сөнки килеп тыуған етешһеҙлек өсөн яуап бирергә кәрәк була.
Был сәфәрҙә ҡатнашҡан көтөү ҡыуыусыларҙы билдәләү әлегә тиклем мөмкин булманы. Кем иң өлкәне? Улар күпме булған? Ҡайҙан булғандар? Араларында зоотехник йәки ветеринар булғандыр, моғайын. Был кешеләрҙең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Сөнки ошо тарихи ваҡиғаларҙан һуң 82 йыл ваҡыт үткән һәм унда ҡатнашыусылар, шаһиттар күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән.
Асылда, уларҙың ҡыйыу эше, һоҡланғыс хеҙмәте билдәләнмәй ҡалған, онотолған.
Был мәҡәлә район гәзитендә баҫылып сыҡҡандан һуң, ошо ваҡиғала ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм балалары етмәгән мәғлүмәттәрҙе редакцияға йәиһә район музейына ебәрер һәм тулыландырыр, моғайын.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
тарихты, тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Автор: