Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
20 Февраль , 11:20

Изгеләрҙән-изге әсәйебеҙ Тәғзимә Вәхит ҡыҙы иҫтәлегенә

Быйыл беҙҙең ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйебеҙ Тәғзимә Вәхит ҡыҙының тыуыуына – 100 йыл. Үкенескә ҡаршы, әсәйебеҙ – күптән инде гүр эйәһе. Беҙҙең аранан китеүенә өс тиҫтәнән артыҡ йыл үтһә лә, уны һағынмаған, юҡһынмаған бер генә лә көнөбөҙ юҡ. Беҙ әсәйебеҙҙе һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алабыҙ.

Изгеләрҙән-изге әсәйебеҙ Тәғзимә Вәхит ҡыҙы иҫтәлегенә
Изгеләрҙән-изге әсәйебеҙ Тәғзимә Вәхит ҡыҙы иҫтәлегенә

Әсәйебеҙ Тәғзимә Вәхит ҡыҙы Вәхитова 1926 йылдың 10 февралендә Мәсетле районы Аҙанғол ауылында донъяға килә. Балалыҡ һәм мәктәп йылдары тыуған ауылында үтә. Мәктәпте тамамлағас, әсәйебеҙ ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла булған уҡытыусы һөнәрен һайлай. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын Дыуан районы Иҫке Хәлил ете йыллыҡ мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып башлап ебәрә. Унда бер йыл эшләгәндән һуң әсәйебеҙ Һөләймән башлан-ғыс мәктәбенә мөдир итеп күсерелә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп мөдире, башланғыс синыфтарҙа уҡытыусы булып эшләй. Балаларға белем бирә, уларҙы яҡшы кеше итеп тәрбиәләү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Ул һәр балаға иғтибарлы, ихтирамлы булып, аңлай белеп, тормошҡа аҡ юл күрһәтте, бар булмышын уларға бағышланы.
Уҡыусылары ла һынатмай. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, һөнәр оҫталары бар. Төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып, үҙ тормош юлдары менән матур бара. Әле лә уҡыу-сылары әсәйебеҙҙе хөрмәт, йылы яҡты һүҙ менән иҫкә алалар.
Яратҡан эшенән тыш, әсәйебеҙ йәмәғәт өлкәһендә лә әүҙем була. Өс саҡырылыш рәттән Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Ауыл халҡы мәнфәғәттәрен яҡлап күп эштәр башҡара. Тырыш хеҙмәте өсөн ул бихисап маҡтау грамоталары, башҡа күп төрлө наградалар менән бүләкләнә.
Әсәйебеҙ Тәғзимә Вәхит ҡыҙы тоғро тормош иптәше, яҡшы әсәй-өләсәй ҙә булды. Атайыбыҙ Әмерхан Ҡазыхан улы менән беҙгә, ете балаға, матур тәрбиә, төплө белем, дөрөҫ йүнәлеш биреп, тормош юлына баҫтырҙылар. Оло улдары Фират – һүҙ оҫтаһы, журналист, яҙыусы. Улдары Марат төҙөлөш өлкәһендә үҙ һөнәре оҫтаһы булһа, ҡыҙҙары Тамара, Тәнзилә, Тәскирә, Рәзилә, Зөһрә әсәйебеҙ юлынан киттек – уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Арабыҙҙа китап авторҙары, төҙөлөш һәм мәғариф алдынғылары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре лә бар. Үкенескә ҡаршы, ағайыбыҙ Фират Әмерхан улы Хажиев беҙҙең аранан бик иртә китеп барҙы.
Ейән-ейәнсәрҙәре лә – уҡытыусылар, табиптар, иҡтисадсы, юрист, филология һәм медицина фәндәре кандидаттары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф алдынғылары.
Әсәйебеҙ тыныс, сабыр холоҡло булды. Бер ваҡытта ла беҙгә тауышын күтәрмәне, ни әйтергә теләүен күҙ ҡараштарынан аңлап торҙоҡ. Уның ғәҙеллеге алдашыуға юл ҡуйманы. Талапсанлығы, уңғанлығы беҙҙе эш һөйөргә, маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшергә өйрәтте. Әсәйебеҙҙең ярҙамсыллығы, эскерһеҙлеге беҙгә үҙ-ара татыу йәшәргә, берҙәм булырға юл ярҙы. Ул бешергән аштар донъяла иң тәмлеһе, ҡулдары иң йомшағы, һүҙҙәре иң шифалы, ҡараштары иң яғымлыһы булды. Әсәйебеҙҙең аҡыллы кәңәштәре беҙгә әле лә ярҙам итә. Әсәкәйебеҙ беҙгә һәр саҡ үрнәк, балаларыбыҙға өлгө булды һәм булып ҡала.
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, изгеләрҙән-изге әсәйебеҙ беҙҙең һәр саҡ йөрәк түребеҙҙә һаҡлана. Ул мәңге тере, мәңге иҫтә!
Зөһрә ҺАҘЫЕВА,
Мәскәү ҡалаһы.

Автор: