Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
3 Февраль , 11:10

Моңдо үлем алмай

Мәҡәлә быуат йырсыһы, Башҡортостан Орфейы, халыҡ һөйөүенә ҡойоноп йәшәгән Рәсәйҙең халыҡ артисы Илфаҡ Смаҡовтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Уға 22 ғинуарҙа 86 йәш тулған булыр ине. 53 йәшендә 1993 йылда арабыҙҙан китте, күпме йөрәктәрҙе яралап.

Моңдо үлем алмай
Моңдо үлем алмай

Замандаштары, музыка белгестәре, ундай таланттар 100 йылға бер тыуа, тип уны Мөслим Могамаев, Илһам Шакиров, Иосиф Кобзон, Юрий Гуляев һәм башҡалар менән бер баҫҡысҡа ҡуйҙы. Башҡорт эстрадаһына арғымаҡтай атлығып көмөш тауышы менән килеп ингәйне, бөгөн дә халыҡ күңелендә. Тыңлаған һайын өр-яңы тауыш гаммалары бүләк итә. Яңы йыл яҡынлашыу менән, тағы ғинуар уртаһына тиклем “Юлдаш” радиоһы һәр көн “Еҙ ҡыңғырау моңдары”нан Вәсил Хәбисламовтың бер-нисә аккордын ҡуя. Ваҡыты менән Илфаҡ Смаҡов йырлап ебәрһә, өйҙә, күңелдә – байрам. Көй тыңлап туйғыһыҙ. Баянсы ла ни тора бит! Ялҡытмай, сөнки был тәбиғәт моңо. Яҙ йәме – гөрләүектәрҙә, ҡыш йәме – бурай-бурай ябалаҡлап ҡарҙар яуып, буран һыпыртҡанда. Йыр шул сихри күренеште күҙ алдына баҫтыра.
Был йыр 1968 йыл ижад ителә. 58 йыл инде республика халҡының рухын күтәрә, Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итә. Шағир Ә. Атнабаев йырсының тыуыуына 75 йыл тулыуға әрнеп, һағынып яҙа.
1968 йыл. Әҙәбиәт һәм сән-ғәт көндәре Илеш районында. Яҙыусылар, артистар, төркөмдәргә бүленеп, ауылдарға йөрөй. Әнғәм Атнабаев йырсы, гармунсы Рафаэль Сафин, композитор, мәшһүр баянсы Вәсил Хәбисламов, Илфаҡ Смаҡов бер төркөмдә. Колхоз етәкселәре машина менән оҙатып ҡуя, ҙурлап тантаналы ҡаршы ала. Клубтарҙа энә төртөр урын юҡ, алҡыштар менән үтә саралар. Ябалаҡлы ауылына китергә кәрәк, машина йөрөрлөк түгел, юлдарҙы ҡар һырыған. Тамаҡ ялғап сығыуға ишек алды мәхшәр. Пар ҡыңғыраулы аттар егелгән, кашовкаларҙа икешәр оло толоп, дуғалар, дилбегә киң таҫма менән биҙәлгән, һәр санала малахай бүрек кейгән күсер. Сылбырҙай теҙелеп пар аттар ҡуҙғала. – Буран ҡотора, ә халыҡ ҡотороп, коридор булып теҙелеп беҙҙе оҙата. Күҙ йәштәре килә, онотолмаҫ әкиәти мәл, – тип яҙа шағир.
Ҡыңғырауҙар сыңлай, ел һыҙғыра, шағир күңелендә йыр юлдары. Хәбисламовҡа өндәшеп ҡуя шул хаҡта. Тегеһе: “Мешәйт итмә әле, йыр тыуа”, – тип яуаплай.
Килеп еткәс, ҡунаҡтарҙы ҙурлап, һый-хөрмәт күрһәтәләр, ә ижадсылар бер бүлмәгә бикләнеү юлы таба. Береһе – аҡ ҡағыҙға, икенсеһе нотаға тотона. Илфаҡты ла саҡыралар. Ике ҡулына ике ҡағыҙ тотоп йырҙы өйрәнеп, ятлап та ала. Хушлашыу кисәһе Үрге Йәркәйҙә залды “Еҙ ҡыңғырау моңдары” күмеп китә, буран ҡуптара. Нисә тапҡыр саҡырып сығарғандарҙыр – халыҡ донъяһын онотоп ҡул саба, алҡыштар һис тынмай.
– Аһ, Илфаҡтың сәхнәгә сығыуы! Ул илһам ҡанаттарында сыға ине. Ер кешеһе түгел, ә Бөйөк моң иле вәкиле, беҙҙән өҫтәрәк. Йырлаған һайын көмөш сыңы тауышында арта, моңо даръялай киң, – тип һоҡлана, баһалай шағир.
Тыуған ере Саҡмағош районы Рапат ауылы. Әсәһе Хәҙисә, йырға оҫта ҡатын (ире һуғыш ҡорбаны), өс малайҙы тәрбиәләп үҫтерә. Илфаҡ үҫмер йылдарында “Азамат”, “Иҙел бит ул” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарып ауылдаштарының һөйөүен яулай. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе булып Мәскәү консерваторияһы профессоры Михаил Фихтенгольц килә. Ул шундай баһа бирә:
– Иҫ киткес йырланы. Сит ил, рус классикаһы, халыҡ йырҙарымы – бар нескәлектәрен еренә еткерә алды. Йырҙан йырға күскән һайын, сибәрләнә, үҫә, бейегәйеп китте. Беҙҙә бындай йырсыларҙың исемен мәрмәр таҡтаға алтын хәрефтәр менән яҙалар...
– Кеше булараҡ та бик тәрбиәле, саф күңелле, эскерһеҙ ине. Кешелек сифаттары уға айырым бер рухи күтәренкелек, яғымлылыҡ биреп, ижадында сағылды, – тип яҙа уҡытыусыһы Миләүшә Ғәлиева.
Ҡатыны Асия Смакова менән күп дуэттар башҡарып та дан алды был гүзәл пар. 1982 йыл “Яҙғы хистәр” (танго) дуэты башҡорт эстрадаһында өр-яңы күренеш була. Айрат Кәримов көйө, Уран Кинйәбулатов һүҙҙәре. Йыр йәшәү матурлығын, һөйөүҙең мәңгелеген данлай. Өмөт менән йәшәргә өндәй. Унда яҙ ярһыуы, хистәр тәрәнлеге. Йыр яҙ етеүгә тағын эфирға йышыраҡ сығыр әле.
Ғүмер ғәжәп йылға –
Һөйөү яҙын көтөп аға,
Һүнгән усаҡтарҙа
Яңы уттар яна.
Гөлдәр hибеп юлға,
Яңы бәхет әйҙәй алға,
Һөйөү – шундай даръя,
Серле матур донъя.
Заманабыҙ ауыр, күптәр ғәзиз кешеләрен юғалтыу ғазабында яна. Аҙ булһа ла ошо юлдар яраларын уңалтһа икән.
Илфаҡ Смаҡов башҡарған “Раушаниям, бәғерем” йырын тәүләп 10-сы класта уҡығанда ишетеп, ғашиҡ булдыҡ. Ул мәлдә беҙҙең ауылда ҙур трагедия булды. Дуҫым Мәрйәмдең егете Рәфис фажиғәгә тарыны. Икеһе лә сибәр, һоҡланғыс пар ине. Баш китәрлек ҡайғыны кисерергә был йыр һәм тәбиғәт ҡосағы беҙгә көс бирҙе, хәсрәтебеҙҙе йыһан киңлектәренә илтте. Дуҫымдың вафатына бер йыл үтте инде. Рухтары шат булһын.
Әле лә был йырҙы һағынып көтөп алам. Бар Уралға, һөйгәненә тәрән һөйөү хистәренә мөлдөрәмә тулған ил һағында торған һалдат йөрәге. Нисек өҙгөләнә, һағыныуҙары сикһеҙ. Әле ут эсендә йөрөгән яугирҙарыбыҙҙың да кисерештәре, хәле шулай. Эй, Аллаһ! Юлдарын тап, бәрәкәтең киң бит, тыныслыҡ килһен еребеҙгә, ир-егеттәребеҙ тыныс хеҙмәткә һыуһаған, имен ҡайта күрһендәр.
Илфаҡ Смаҡовка арнап “Беҙҙең заман моңдары” китап-альбомын сығарып, йырсының ҡатыны Асия, ҡәләмдәштәре уға һәйкәл ҡуйҙылар, тиер инем.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА, Йонос ауылы.

Автор: