Улар 1956 йылда гөрләтеп туй яһайҙар. Икеһенең дә бала сағы аслы-туҡлы үтә.
Мөҙәрис Сәғәҙи улы 1934 йылдың 20 мартында донъяға килә, атайһыҙ үҫә. Бөйөк Ватан һуғышына киткән атаһы кире әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе, Фатима инәй, дүрт бала менән тороп ҡала. Етмәһә тиф менән бик ҡаты сирләп аяҡтан йығыла. Балаларҙы ҡайныһы ҡараша. Һауыҡҡас, балалар-ҙы туйҙырам тип, бер һупалаҡ май өсөн кешеләргә ураҡ йышҡы менән түбә таҡтаһын йыша. Ҡалған ғүмере колхоз эшендә үтә.
Шәһәрбаныу Сәмиғулла ҡыҙы 1937 йылдың 11 ғинуарында донъяға килә. Сәмиғулла олатай һуғышта үлә. Әсәһе, Мөшәрифә инәй, алты бала менән тороп ҡала, балаларҙы туйҙырыу өсөн бөтә көсөн һала. Дүрт йәшлек ҡыҙын бик ныҡ ярата (энеһе Вәрис әле тыумаған була). Иң оло ағалары Зәки Сәмиғулла улы ла һуғыш ветераны ине.
Шәһәрбаныу 15 йәштән колхоз малын ҡарай, һуңынан һауынсы эшенә керә. Бөтә ғүмере хеҙмәт өҫтөндә үтә: эштән бушаған арала сөгөлдөр үҫтерә, бесән саба.
Бәҙретдиновтар 1963 йылда Тайыш ауылында йорт һалып сыға. Сабыйҙары бик һуң донъяға килә. Сәйет 1972 йылда яңы йортҡа ҡот, йәм өҫтәй. Фәнис – 1976 йылда, ә Филүс 1978 йылда донъяға ауаз һала.
Шәһәрбаныу Сәмиғулла ҡыҙы 1982–1987 йыл-дарҙа мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Тәмле аштарын, ваҡ бәлештәрен балалар бик яратып ашай. Һәр ваҡыт яғымлы ҡарашлы, эшкә уңған, бөтә эште еренә еткереп үтәүсе, үҙе һөйкөмлө ҡатынды бөтәһе лә хөрмәт итә. Зауыҡ менән кейенгән, өйөн дә күркәм итеп биҙәй белгән, матур, һоҡланғыс ҡатын ул. Үҙ ҡулы менән сиккән таҫтамал, портреттар әле һаман өй түрендә матур булып эленеп тора. 1992 йылда хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше Мөҙәрис Бәҙретдинов бөтә ғүмере буйы колхозда тракторсы булып эшләне. Эш араһында бал ҡорттары ҡараны, ағас та, тимер ҙә уның ҡулында төрлө формаға килеп торҙо. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, тик тормаҫ кеше булды. Буш ваҡытында кешеләргә һалам, бесән, утын ташыны.
Оҫта ҡуллы Мөҙәрис йортон тыштан зауыҡ менән үҙе биҙәне. Мал-тыуар ҡарап, иң беренсе булып телевизор алып, гөрләтеп донъя көттөләр. Ғаилә башлығы 1994 йылда хаҡлы ялға сыҡты.
Балаларын уҡытып, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Бөгөн таҙалыҡтары аҙыраҡ. Килендәре Ирина менән Рәмзиә гел ярҙам ҡулы һуҙа, социаль хеҙмәткәр Венера ярҙам итә. Туғыҙ ейән-ейәнсәре хәлдәрен белешеп тора.
Оло йәштәге ир менән ҡатын бер-береһенә терәк, кәрәк булып, был матур донъяның ҡәҙерен белеп, татыулыҡта, алға ҡарап йәшәй. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп, ашарҙарына үҙҙәре әҙерләп көн итәләр. Балаларына ла: “Татыу, бер-берегеҙҙе аңлап, һанлап, ихтирам итеп, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ, шул ваҡытта тормош күркәм була”, – ти улар.
Зәлифә ҒӘЛИМОВА, Тайыш ауылы.