Мәләкәҫ ауылынан Шәһиҙә Бәҙретдинова 14 декабрҙә 94 йәшен билдәләне. Был ҡатындың яҙмышы еңелдән булмай. Ул ябай крәҫтиән ғаиләһендә Хәйретдин менән Фәриҙәнең (Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкән) туғыҙынсы балаһы булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ун йәш була, дүртенсе класҡа күскән сағы. Һуғыш йылдары үҫмер ҡыҙҙың яурынына ауыр йөк булып ята. Өс ағаһы фронтҡа китә. Тормош еңелдән булмай, аҙыҡ яғы наҡыҫ: картуф, шул уҡ картуфтан балтырған менән йәймә иҫән ҡалырға ярҙам итә. Кейем һәм аяҡ кейеме яғынан хәл тағы ла хөртөрәк була, өшөгәнлектән йыш сирләйҙәр. Ауыр була, әммә бер кем дә асыуланмай, әрләшмәй. Киреһенсә, бер-бер-ҙәренә ярҙам итеп йәшәргә кәрәклеген аңлайҙар – йәшәргә кәрәк.
Йылдар үтә... Һуғыш тамамлана. Йәнә мәктәпкә йөрөй башлайҙар, ата-әсәләренә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәләр. Ләкин тыныс тормош шунда уҡ еңеллек килтермәй. Балалар өлкәндәр менән бер рәттән эшләй: иген сәсәләр, ер һөрәләр, ат менән бесән һәм тиреҫ ташыйҙар. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа күп йәштәр ҡалаға китә. Ә Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙы үҙенең тиҫтерҙәре менән ауылда ҡалырға була. Уның бөтә тормошо тыуған районы мәнфәғәтендә хеҙмәткә бағышлана.
Заманында һауынсылар һәм механизаторҙар ауылда төп көстө тәшкил итә. Ауыл хужалығының именлеге тап уларҙың эшенә бәйле, сөнки икмәк менән һөт – төп аҙыҡ. Бына шуға тороп ҡала ла инде ул колхозда. Ғүмеренең күпселек өлөшөн һауынсы эшенә бағышлай. Көндө көнгә ялғай-ялғай, фермаға ашыға ауыл уңғаны. Һауынсы хеҙмәтен еңел тип атап булмай: беренсе һауым иртәнге сәғәт дүрттә-биштә башлана, ә киске эштәре һуң ғына тамамлана. Ул йылдарҙа һауыу аппараттары тураһында ишетеп тә белмәйҙәр – барыһын да ҡул менән башҡаралар. Бурыстары һыйыр һауыу менән генә сикләнмәй, шулай үҡ малға аҙыҡ таратырға, тиҙәкте алырға, быҙауҙарға эсерергә лә тура килә. Ялһыҙ, байрамһыҙ көндәлек эш шулай дауам итә.
Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙы бергә хеҙмәт иткән әхирәттәре, остаздары Ғәйнур Ханованы, Тәнзилә Әхмәтованы, Зифа Шәмсетдинованы, Кәшифә Йәнәхмәтованы, Сәмиғә Ғәбитованы йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала.
– Йылдар буйы ғына түгел, ә тиҫтә йылдар буйына эшләнек тә эшләнек, ял көндәренең нимә икәнен белмәнек, – ти ул. – Намыҫлы эшләнек, үҙ өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы арттырып үтәнек.
Ошо ауыл егете Вәис Искәндәр улына кейәүгә сыға. Уның да холҡо ныҡышмалы, ныҡ була. Тракторҙа, комбайнда эшләй, пенсияға сығыр алдынан ырҙын табағында иген киптерә. Улар матур йорт төҙөй, биш бала үҫтерәләр. Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙының күрше урамда йәшәгән ата-әсәһенең ярҙамы ныҡ тейә йәш ғаиләгә. Балалар баҡсаһы булмай. Балаларҙы иртән өләсәй менән олатайға алып барып ҡалдыралар, кисен генә алып ҡайталар. Йәш ҡатын бөтә ерҙә лә өлгөрә: фермала ла эшләй, йортон да таҙа тота, хужалыҡ эштәрен дә башҡара, балаларын да матур итеп тәрбиәләй.
Шәһиҙә Бәҙретдинова алтын ҡуллы ире менән ғорурлана. Барыһы ла килә уның ҡулынан: балта оҫтаһы ла, мейес сығарыу менән дә дан ала. Оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерә улар. 2008 йылда ире баҡыйлыҡҡа күсә.
Йәштән колхозда эшләгән ҡатын бер эштән дә ҡурҡып тормай. “Мәсәғүт” совхозында һауынсы булып эшләй, төрлө эштәр башҡара, быҙауҙар ҡарай. Үткәндәрҙә – күп йыллыҡ хеҙмәт стажы. Намыҫлы хеҙмәте, яҡшы ҡаҙаныштары һәм планды үтәү буйынса юғары күрһәткестәре өсөн Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙына күп тапҡырҙар почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырыла, социалистик ярыштарҙа еңеп сыға. Ул “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ, “Әсәлек” миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡатын үҙенең наградаларын ҡәҙерләп һаҡлай. Улар хаҡлы ялдағы тыл хеҙмәтсәнен хәтирәләрендә хеҙмәткә бай йәшлек йылдарына алып ҡайта. Тырыш һауынсының фотоһүрәте район гәзите биттәренән төшмәй. Оло йәштәге инәй бөгөн дә яратҡан район гәзитенән айырылмай. Хәтере лә яҡшы.
Бәҙретдиновтар балаларын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерҙе, һәр яҡлап ярҙам итте. Әсә бөгөн балалары менән хаҡлы ғорурлана. Өлкән ҡыҙы Вәриҙә Өфө ҡалаһында йәшәй. “Максимовка” совхозында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Фәнзилә ауылда ҡалған, ҙур ярҙамсы хужалыҡ тота, ейәндәрен тәрбиәләүҙә ҡыҙҙарына ярҙам итә. Эшҡыуар булып эш башлап торған өлкән улының ғүмере юл фажиғәһендә өҙөлдө. Уртансы улы Вадик – шәхси эшҡыуар. Уның юғары етештереүсәнле заманса техника паркы бар: комбайндар, тракторҙар, йөк автомобилдәре, бөтә кәрәкле тағылма һәм агрегаттар. Ул ауылдаштарын бесән, һалам, иген менән тәьмин итә, баҡсаларын һөрөп бирә. Тыуған ауылының ысын патриоты, яҡташтарына ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Ә кесе улы Нәзифтең атаһының алдына ултырып комбайн менән идара иткәндә техникаға һөйөүе уянғандыр, моғайын. Ул йөк ташыу өлкәһендә эшләй. Үҙенең ҙур булмаған транспорт хужалығы бар. Штаттағы водителдәре йөк машиналарын йүнәтә, юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итә, йөктө тейешле пунктҡа ваҡытында алып барып еткерә.
Ҡулдары ауыр эштән талсыҡһа ла, тормошҡа һөйөү менән баҡҡан тыйнаҡ ҡатын бөгөн дә эшһеҙ ултыра алмай: өйөн таҙа итеп тота, балаларының хәлен белеп килергә лә өлгөрә, йәйгеһен баҡсаһын ҡарай. Ә эштәрендә уға балалары ярҙам итә. Бик ҡәҙерләп тоталар уны бөгөн яҡындары, хәстәрлек күрәләр, иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Хәйер, үҙе лә йәшенә бирешмәй, яҡшы кәйефтә ҡала, тормошҡа оптимизм менән ҡарай. Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙы оҙон ғүмерҙең серен көндәлек хеҙмәттә күрә.
– Хәҙер мин яҡшы йәшәйем! – ти оло йәштәге ҡатын. Йөҙө яҡтырып, күҙҙәрендә нурҙар уйнап китә. Ирендәрендә яғымлы йылмайыу барлыҡҡа килә.
Хөрмәтле ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм ҡәнәғәтлек теләйбеҙ. Матур хәтирәләргә генә бирелеп, яҡындарығыҙҙың ярҙамын тойоп йәшәргә насип булһын.
Людмила КАМАЛЕТДИНОВА,
педагогик хеҙмәт ветераны, Мәләкәҫ ауылы.