Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
18 Декабрь 2025, 11:55

Халыҡ күңелендә яҡты маяҡ булып ҡалды

Үҙҙәре күптәнән инде яҡты донъяны ҡалдырып китһәләр ҙә, исемдәре халыҡ күңелендә яҡты йондоҙ булып ҡалған изге йәндәр хөрмәтләп иҫкә алына. Маһир тимерсе, балта оҫтаһы, тире иләүсе, тегенсе, 10 бала атаһы, уйлап табыусы, тирә-йүндә данлыҡлы Нәбиулла Хизбуллин 1882 йылда Ҡорғат ауылында тыуған. Оҫтаның ғүмере 1947 йылда өҙөлә.

Халыҡ күңелендә яҡты маяҡ булып ҡалды
Халыҡ күңелендә яҡты маяҡ булып ҡалды

19-сы быуаттың икенсе яртыһында атаһы Хизбулла яңы бәхетле тормош башлау өмөтө менән Пермь крайынан Ҡорғат ауылына килә. Бында күсеп килеүселәргә ҡуртымға ер бирелә. Ул ошо ауыл ҡыҙына өйләнә, һәм йәш ғаилә тормошон яйға һала башлай: ер эшкәртә, өй һала, балалар тәрбиәләй, ҡыҫҡаһы, бөтәһен дә үҙ ҡулдары менән булдыра.
Өлкән улдары Нәбиулла бәләкәйҙән ғаиләлә ышаныслы ярҙамсы булып үҫә. Атаһының оҫталыҡ серҙәрен үҙләштерә, бигерәк тә тимерлек эшендә, әммә ваҡыт үтеү менән, ҡыҙған тимергә туҡтауһыҙ һуғыу арҡаһында, ишетеү һәләтен юғалта башлай. Ул һәр кемгә ихлас ярҙам итә: бизмән, йоҙаҡ, сүкеш, ураҡ, балта, бысаҡ, салғы эшләп бирә, мейес сығара, йорт ҡыйығын алмаштыра, тәҙрә рамдары һәм ишек яңаҡтары эшләй, йорт өсөн мебель, ағасты уйып һауыт-һабалар һәм башҡа көнкүреш кәрәк-ярағы әҙерләй. Халыҡта әле лә, яҡшы бысаҡ булһа, “Нәбиҙеке кеүек”, тиҙәр. Шулай уҡ гармунда уйнай һәм матур йырлай.
30-сы йылдарҙа ауыл хужалығы коллективтарына “Нати” тракторы бүленә. Улар ватыла, алмаш частар булмай, шуға күрә тимерлеккә баралар, оҫта кәрәкле өлөштәрҙе булған металдан һәм хатта ныҡлы ағастан яһап бирә.
Шундай хәл дә була: уңыш йыйыу ваҡытында ике бригада ярыша, беренсе бригада ашлыҡ һуҡҡысты аттар менән әйләндерә, ә Нәбиулла бригадаһының һуҡҡысын – йылға ағымы. Бының менән улар башҡа эштәр өсөн ат һәм кеше көстәрен һаҡлай. Уйлап таба белеүе, алтын ҡулдары өсөн уны ауылдаштары ғына түгел, ә тыуған яғының һәм Свердловск өлкәһенең яҡын-тирәләге ауылдары халҡы ла хөрмәт итә.
Нәбиулла тирене оҫта эшкәртә, тун, аяҡ кейеме, баш кейемдәре тегә. Ҡатыны Мәскәүгә “Герой-әсә” наградаһын алыу өсөн барғанда (уларҙың 13 балаһы тыуа, унауһы үҫә, һуңғы балаһын 50 йәшендә таба), Нәбиулла уға тиренән итектәр әҙерләй. Ҡатыны йыш ҡына был сәйәхәтте иҫенә төшөрөп, ғорурлыҡ менән һөйләр булған:
– Мәскәү буйлап йөрөгәндә, ҡала ҡатын-ҡыҙҙары миңә боролоп ҡарап: “Беҙ баш кейеменә мех таба алмайбыҙ, ә ул аяғына кейгән!” – тип әйтәләр.
Ҡыҙҙарының да, улдарының да ғаиләләрендә “Зингер” тегеү машинаһы була, ғаилә ағзаларына кейемде үҙҙәре тегә, ә ҡайһы берҙәре башҡа кешеләргә лә. Балалар-ҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтәләр, улар үҙ аллы, яуаплы, һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға әҙер булып үҫә. Улдары атайҙарының оҫталығын үҙләштерә: тегәләр, мебель эшләйҙәр, йорттар һалалар, быйма баҫалар, техниканы яҡшы беләләр, умарталыҡ тоталар, мейес сығаралар – оҫта ҡуллы һәм эшһөйәр булалар. Белгән һөнәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында ла иҫән ҡалырға ярҙам итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башында Нәбиулла Хизбулла улы, улдарының еңеү менән ҡайтыуын теләп, бөтә булған аҡсаһын армияға ярҙамға тапшыра. Һәм ысынлап та улдары Ғәни һәм Ҡасим Хизбуллиндар еңеү менән иҫән ҡайталар.
Тыныс ваҡытта бөтә улдары һәм ейәндәре Совет Армияһы сафында намыҫлы хеҙмәт итә.
Беҙҙең көндәрҙә Нәбиулла Хизбулла улының бүләһе Инсаф Хизбуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа күрә, яугир һәләк булды. Ул Оло Аҡа ауылы зыяратында ерләнде. Ябай халыҡтан сыҡҡан аҫыл ир-егеттәр ерҙә тормош булдыра, улар иңендә – Ватан именлеге.
Мәҡәлә өләсәйем һәм атайым, Ҡорғат ауылынан Рәлиф Саҙрыев, Тәкә ауылынан Хәтирә Юнысова, Теләш ауылынан Зәбиҙә Әхмәтйәнова, Ҡорғат ауылынан Рафаэль Тәхәүетдинов һәм Әхмәт Хизбуллин хәтирәләре буйынса төҙөлдө.
Люция ЗАКИРЙӘНОВА, Теләш ауылы.

Автор: