Ауыр роль
Беҙ, өс ҡыҙ, уңышлы һәм бәхетле ғаиләлә үҫтек. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе яратты, ҡай-ғыртты. Яҡшы уҡыныҡ, ҡылыҡһырламала яҙылғанса, класташтарыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ араһында абруй ҡаҙандыҡ. Һәм төп бурысыбыҙ – өлкән апай булыу ине. Был бурысты беҙ ауыр йөкләмә тип ҡабул иттек һәм ғаиләһендә иң кесе булған күрше малайға көнләштек. Әлбиттә, һеңлебеҙ Фәниләнең (хәҙер уның фамилияһы Низамова) тыуыуын көттөк, үҙебеҙсә яраттыҡ. Әммә яуаплылыҡ һәм сәғәт һайын, көн һайын уны ҡарау беҙгә бөтөнләй оҡшамай ине. Беҙ уға һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә өлгө күрһәтергә тейеш инек.
Ҡараштар үҙгәрҙе
Бала саҡ, мәктәп йылдары артта ҡалды. Хәҙер был хаҡта һағышланып иҫкә алабыҙ. Һеңлебеҙҙең тормош юлын күҙәтәбеҙ. Һәм беҙ: “Ул ныҡлы таяныс, төплө терәк”, – тип әйтә алабыҙ. Был һирәк осраған сифаттар – хөрмәт, аңлау, ҡунаҡсыллыҡ атмосфераһы хөкөм һөргән дуҫ ғаиләбеҙҙә орлоҡ булып сәселгән. Өс ҡыҙ араһында ул кесеһе булды. Уның тураһында бөтәһе лә хәстәрлек күрҙе, күп шаянлыҡтарын ғәфү итте. Ул апайҙары менән ауыл китапханаһына ла йөрөнө, оҙайлы төркөм дәрестәрендә лә ултырҙы. Өлкәндәрҙең ярҙамын тойоп, тиҙ арала уҡырға, һанарға һәм яҙырға өйрәнде. Аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫте, спортты яратты, яҡшы уҡыны, түңәрәктәргә йөрөнө, мәктәп, район сараларында ҡатнашты.
Оло тормоштоң башы
Атай-әсәйебеҙ ғүмер буйы колхозда эшләне. Әсәйебеҙ – бухгалтер, ә атайыбыҙ – Баһау Нуриманов исемендәге колхоз ветеринары. Йыш ҡына ул ҡыҙҙарын фермаға алып барыр ине. Малдарға атай ниндәйҙер йылылыҡ менән ҡараны, уларҙы аңлай белде, ярҙам итте. Был хайуандарға ҡарата ғәҙәти булмаған һөйөү беҙҙең һеңлебеҙгә лә күсте. Ул атайыбыҙ эҙенән китте. Ләмәҙтамаҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт аграр институтына, ветеринария факультетына уҡырға инде. Ҡулына диплом алып күп йылдар атай менән бергә эшләне, уның уң ҡулына, ауылдаштары өсөн ышаныслы кешегә әйләнде. Етеҙ һәм шат күңелле, һәр ваҡыт дуҫтарса, бөтәһе менән дә еңел уртаҡ тел тапты.
Колхоз тарҡалғандан һуң хеҙмәт юлын тыуған ауылында дауам итте. Уның кесе тыу-ған иленә ҡарата һөйөүе көслө булды. Ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәй һәм бер секундҡа ла үкенмәй. Атай-әсәйебеҙҙең васыяттарын хөрмәт итә.
Үҙгәрештәр
2002 йылда уны Ләмәҙтамаҡ ауыл советына һалым хеҙмәткәре итеп тәғәйенләйҙәр. Урындағы үҙидара – халыҡҡа иң яҡын власть. Әҙәпле, тыйнаҡ, изге күңелле булырға һәм, иң мөһиме, һәр ваҡыт ярҙамға килергә кәрәк. Был сифаттар беҙҙең һеңлебеҙҙә лә бар. Ер мәсьәләләре, хәрби-иҫәп эше буйынса белгес, ул һәр ваҡыт үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Район, республика кимәлендәге күп һанлы грамоталарға эйә, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2021” конкурсы еңеүсеһе. Әммә уның өсөн иң юғары награда – ауылдаштарының хөрмәте һәм рәхмәте.
Ауыл советы хеҙмәткәрҙәренең иңендә ғәйәт ҙур йәмәғәт йөкләмәһе ята. Һеңлебеҙ ауылды төҙөкләндереү буйынса бөтә өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Халыҡ иҫәбен алыу буйынса, ауыл һайлау комиссияларында эшләй. Дәртле, асыҡ, ул ауылдаштары мәнфәғәтендә эшләүен дауам итә, һәр ваҡыт төрлө быуын кешеләренә ярҙам итергә тырыша.
Бәхетле тормош
Шулай уҡ ул үҙ ауылының патриоты. Ире Сәлимйән менән тыуған Ләмәҙтамағында йәшәй. Улар икеһе лә бер-береһен тулыландырып, пар килгән. Фәнилә әүҙем, тынғыһыҙ булһа, Сәлимйән – тыйнаҡ, аҙ һүҙле. Бәхетле ғаиләлә ике бала тыуа. Салауат менән Артур хәҙер үҙ аллы донъя көтә, бөтә нәмәлә лә ата-әсәһенең таянысын һәм ярҙамын тойоп йәшәй.
Һеңлебеҙҙең яратҡан шөғөлө – сәскәләр үҫтереү. Йорто һәр ваҡыт сағыу сәскәләр менән ҡыуандыра. Улар айырым уңайлылыҡ һәм йылылыҡ өҫтәй. Шулай уҡ ул бөтә ҡул эштәренә оҫта: бәйләм бәйләй, тегә һәм тәмле аш-һыу әҙерләй белә. Ҡыш саңғыла шыуа, йәй скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә.
Айырыуса уның изгелеге, һиҙгерлеге менән һоҡланабыҙ. Ишеге һәр ваҡыт килгән бөтә ҡунаҡтар өсөн дә асыҡ. Ул йыуатыу, ярҙам итеү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе таба белә. Һәм беҙ шундай һеңлебеҙ, лидерыбыҙ, йондоҙсоғобоҙ булыуы менән бәхетлебеҙ. Уның үҫешен күҙәтеп, эргәлә булыуына һәм бөтә башланғыстарҙа ла ярҙам итеүебеҙгә шатбыҙ.
Һине яратып
апайҙарың Дилә һәм Юлиә.