Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
23 Июнь 2025, 11:45

Күберәк булһын ине ошондай егеттәр

Ағас ултыртыу – ир-егеттәр өсөн изге бурыс. Тыуған илгә һөйөү һүҙҙә генә ҡалмай, ошондай изге эштәрҙә сағылырға тейеш. Ағас ултыртыу – ерҙә үҙ эҙеңде ҡалдырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

Күберәк булһын ине ошондай егеттәр
Күберәк булһын ине ошондай егеттәр

Яңы Яуышта йәшәүсе Ринат Зөфәр улы Абдрахманов тыуған ауылында ағастар ултыртып, ауылыбыҙҙы йәшеллеккә күмә. Уның шыршы һәм ҡарағай кеүек ағастары хәҙер үҙәк юл буйында, мәктәп янында һәм Еңеү паркында үҫә. Быйыл Ринат Зөфәр улы үҙ аҡсаһына 14 зәңгәр шыршы һәм 10 пирамидаль тирәк һатып алып ултыртты. Шулай уҡ былтыр ун шыршы, ике ҡарағас һәм ике кедр килтер-ҙе, уларҙы бергәләп минең өй алдына ултырттыҡ.
Ул 300 метр оҙонлоғондағы үҙе булдырған аллеяны кәртәләне (һүрәттә). Ауыл биләмәһе хакимиәте лә ситтә ҡалманы. Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов бағана, таҡта, сетка һәм буяуҙар кеүек төҙөлөш материалдары һатып алыуҙа ярҙам күрһәтте. Таҡта, буяу етмәй ҡалғас, ҡайһы берҙәрен Ринат үҙе һатып алды. Ул үҙенең эшләгән эшенә зарланмай, ауылды төҙөкләндереү өсөн үҙ аҡсаһын ихлас тотона, сөнки ауыл матур булһын тип тырыша.
Ринат вахта ысулы менән Төньяҡта эшләй. Уның киләсәккә пландары ҙур. Мәҫәлән, көҙөн ул зыярат алдындағы территорияны йәшелләндерергә йыйына. Ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаҫ һәм был эштә ҡатнашыр тип өмөтләнәбеҙ.
Ринат – атайсалына тоғро егет. Йәштәрҙең райондың һәм ауылдың киләсәгенә битараф булмауы, экология һәм тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күреүе ҡыуаныслы. Ауылдаштары Ринат Зөфәр улына ихлас күңелдән рәхмәтле һәм башҡалар ҙа уның өлгөһөнә эйәрер, тип өмөтләнә.
Сәлихйән РӘХИМОВ,
Яңы Яуыш ауылы.

Автор: