Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Май 2025, 12:20

“Тормош матур”

Ғабдулла Әбдрәхмән улы Камалов 1929 йылдың 14 февралендә Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға 12 йәш була.

“Тормош матур”
“Тормош матур”

Үҫмер малай ғына килеш ошо йылдарҙың бар михнәттәрен еңеп сыҡҡан ил ағаһы хәтирәләренән:
“Атайым Әбдрәхмән Камал улы 1888 йылғы, инәйем Тәғзимә Саҙрый ҡыҙы унан өс йәшкә кесе ине. Ғаиләлә өс бала булдыҡ: 1921 йылғы апайым Зәйтүнә, шунан мин, 1931 йылғы энем Мәҡсүт.
Миңә биш йәш саҡта яҙ көнө инәйем 43 йәшендә генә баланан һуң гүр эйәһе булды. Шулай беҙ инәйһеҙ етем ҡалдыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң әтейем күрше Ҡыйғы районы Йосоп ауылынан Мөнирә исемле ҡатынды алып ҡайтты. Уның Фәүзиә тигән аҫрау ҡыҙы ла бар ине. Бер ғаилә булып йәшәп киттек.
Һуғыш башланғас, әтейемде Свердловск өлкәһенә хеҙмәт армияһына алдылар. Шунан башланды беҙҙең үгәй инәй менән яфа сигеүҙәр. Энем Мәҡсүт менән тамаҡ хаҡына ялланып көтөү көттөк. Ниндәй үлән сыҡһа, яҙ көнө барыһын да ашаныҡ. Бәрәңге баҡсаһын бер нисә тапҡыр ҡаҙып сыға инек. Бер-ике серек бәрәңге тапһаҡ, ҡыуанабыҙ. Шулай йән аҫраныҡ.
1942 йылдың март айында үгәй инәй өйҙән ҡыуып сығарҙы. Энемдең минең менән сығып китергә хәле юҡ ине, ул өйҙә ҡалды. Апайым ул ваҡытта кейәүгә сығып, башҡа йәшәйҙәр ине. Үгәй инәйем юлға ҡырҙыҡтан бешерелгән күмәс, бәләкәй генә шешә менән машина һөтө бирҙе. Шуны ашап, күрше Ясин ауылы осонда тартышып яттым. Һаҡау тигән ауылда туғандарым бар икәнен белә инем. Хәлем булмаһа ла, нисек тә шуларға барып етергә тырыштым.
Вәрәҡиә апайым улы Әхмәтзыя менән көтөү көткән хаҡына кешеләрҙән самауырҙарын йыйған булғандар. Шуларҙы саналарға тейәп, Ҡариҙел яғына юл тоттоҡ. Юлда хәйер һорашабыҙ. Йә самауырҙы ашарҙай нәмәләргә алмаштырабыҙ. Шулай итеп, бер аҙна тигәндә Ҡариҙелгә барып еттек. Узбайҡыла пароход баржаһына ашлыҡ тейәргә эшкә урынлаштыҡ. Тамаҡ ашлыҡҡа туйып ҡалды. Ҡунып йоҡлап йөрөргә барактары бар, ятып йоҡларға – һике. Ололар һикелә ята, беҙгә унда урын юҡ, шуға һике аҫтында йоҡлайбыҙ. Шул тиклем бет күп. Түҙеп торғоһоҙ. Ямғыр кеүек өҫкә яуа. Айҙан ашыу түҙҙем дә беткә, аҙаҡ сыҙай алмайынса тағы хәйер һорашып сығып киттем.
Ҡунырға береһе лә индермәй. Ауыл ситендәге бер бәләкәй генә өйгә ишек шаҡыным. Әбей ишек асты. Ҡыҙы менән икеһе генә йәшәйҙәр икән. Ишек төбөнән урын бирҙе.
Иртән торғас, әбей (исеме Вәлиә ине): “Улым, бетлеһең, ахыры, ҡайҙа мунса яғып керетәйем. Ана, тауҙа һалабаш һыҙырғандар, унда ҡоро ағастар күп, шуларҙы килтереп бир”, – тине.
Вәлиә әбей ике көн мунса яғып керетте. Әйберҙәремде мунсаның эҫе ташына һалам, беттәр шытырҙап үлә.
Әбей менән ҡыҙы башаҡ сүпләргә йөрөй. Мин дә улар менән барам. Әкрен генә эш тә һораштырам. Бер көндө Вәлиә әбей: “Асҡын районының Ҡарткиҫәк тигән ауылында көтөүсеһе ташлап ҡасҡан икән”, – тигән хәбәрҙе әйтте. Мин бригадирын эҙләп киттем. Фәхри тигән бабайҙы эҙләп таптым. Ул: “Булдыра алырһыңмы икән?” – ти. Мин ауылда көтөү көткәнемде әйттем.
Шулай итеп, көтөү көтә башланым. Кемдең малы өсөн көтөү көтәм, шунда тамағымды туйҙыралар, ҡундыралар.
Йәй уртаһы етте. Малдар тоҙһоҙ интегә. Тоҙ юҡ. Көл ялайҙар. Бер көн урманда малдар усаҡты һырып алдылар. Барһам, бер әбей ике ҡыҙы менән арыш ҡурып, тамаҡ ялғап ултыра. Татарса һаулыҡ бирҙем. Әбей башҡортса һаулыҡ алды. Һорашып киттем. Мәсетле районының Яуыш ауылынан Усманов Данъял бабайҙың ҡәрендәше булып сыҡты. Улар аша белдем: беҙҙең Яңы Мишәр ауылынан Әнеүәрә әбей ҙә өс балаһы менән күрше ауылда тамаҡ хаҡына ялланып йәшәп ята икән. Әнеүәрә әбейҙең улы Урал минең янға ла килеп китеп йөрөнө. Мин дә уларға ҡатыҡ, май һорап алып биреп ебәрҙем.
Инде көҙ етте. Күрше ауылдарҙа көтөүҙәр туҡтаны. Мин һаман да эшләп йөрөйөм. Бер көндө ауылдан Наил исемле малай көтөүгә йүгереп килде. Ни булды икән, тип ҡурҡып киттем. Килеп етте лә татарса: “Ғабдулла абый, тәтиң килгән”, – тине. “Булмаҫ, мин кемгә кәрәкмен”, – тип уйлайым. Артынан бер ҡатын-ҡыҙ йүгереп килә. Ҡараһам – апайым. Ҡосаҡлаштыҡ. Илаштыҡ. Көтөүҙе ауылға алып ҡайттыҡ. Апайым, бригадир менән һөйләшеп, мине алып ҡайтып китте. Ҡайтып еткәнсе апайым ҡулымдан ебәрмәне. Ике тәүлектә йүгереп ҡайтып еттек.
Ҡайтһам, әтейемде хеҙмәт армияһынан бушатҡандар. Һаулығы буйынса ауыр эшкә яраҡһыҙ тип тапҡандар. Ул ҡайтҡас, үгәй инәйемдән балаларын таптырған. Мәҡсүт энем астан үлгән булған. Күрше Әнеүәрә әбей: “Ғабдулла тере, Ҡарткиҫәктә көтөү көтә”, – тип әйткән.
Әҙерәк хәл йыйғас, апайым менән ике сана алып, тағы Ҡарткиҫәккә киттек. Бригадир Фәхри бабай ике ҡапсыҡ ашлыҡ йыйып әҙерләп ҡуйған булған, шуны алып ҡайттыҡ.
Ауылда колхозда тағы эшкә сыҡтым. Яҙын ер тырматып, һабан менән ер һөрөп, сәсеп, Айлалы яланында яттыҡ. Ҡасҡылар йөрөй, тиҙәр. Шуға төндә йоҡларға ҡурҡабыҙ. Сөләймән, Хужахмәт, мин ағас башында ҡыуыш эшләп, шунда йоҡлап йөрөнөк.
Һуғышҡа ебәрегеҙ, тип, военкоматҡа ла барып ҡараным. Йәшең бәләкәй тип алманылар. Колхозда тырышып эшләгәнгә 1944 йылда “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” тигән миҙал бирҙеләр.
1947 йылда ауылдан – ете, райондан етмештән дә күберәк кешене ФЗО-ға оҙаттылар. Ҡуса районының Магнитка поселогына шахтала эшләр өсөн алты айға уҡырға ебәрҙеләр. Кейендерҙеләр. Яҡшы итеп ашаттылар. Дөйөм ятаҡта йәшәнек. Уҡып бөткәс, шахтала быраулаусы булып эшләнем. Титан рудаһын сығарҙыҡ. Шунда буласаҡ тормош иптәшем Әйүпова Фәрдүнәне осраттым. Өйләнешеп, ҡырҡ ете йыл бергә йәшәнек. Ете бала үҫтерҙек: өс ул һәм дүрт ҡыҙ. Ауылға йәшәргә ҡайттыҡ, өй һалдыҡ. Яуаплы эштәрҙә булдым: гараж мөдире лә, келәт мөдире лә. “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙалым да бар.
Ҡатынымдың гүр эйәһе булғанына ла егерме биш йыл булып китте. Әлеге көндә улым Мәҡсүт, киленем Гөлсөм тәрбиәһендә ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйем. Быйыл, Аллаһҡа шөкөр, 96 йәшем тулды. Ошо йәшкә етеүемдең бер мөғжизәһе лә бар: әтейемдәрҙә Ҡөрьән ашында Миндийәр исемле әүлиә миңә өлөшөн ҡалағыма һалып, ғүмеремде бирәм, тине. Бәлки, шуғалыр ҙа ошо йәшкә еткәнмендер.
Тормош матур. Ожмах бит был донъя! Хөкүмәткә рәхмәт: пенсияһын биреп тора. Илгә тыныслыҡ ҡына килһен инде”.

Автор: