Ауылыбыҙҙың йәш ғаиләһе Әлиә һәм Амур Ғәҙелшиндар икеһе лә Йонос урта мәктәбен тамамлаған. Тырыш, хеҙмәт һөйгән йәштәр күпләп ҡош-ҡорт, малтыуар аҫрай, артығы менән емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Йорт-ҡуралары төҙөк, иркен. Урамда – еңел машина, “Беларус” тракторы, бесән эшендә кәрәкле ҡоролмалар. Ҙур хужалыҡтың мәшәҡәттәре, эше лә күп. Ата-әсә өлгөһөндә эшләп үҫкән балалар ҙа ярҙам иткәс, күмәкләп йәһәт кенә һәр эште ослап та ҡуя татыу ғаилә. Амур Ким улы үҫмер сағынан техниканы үҙ итте, мотоблок, мотоциклды үҙе йыйып-һүтеп, ремонтлай ине. Ярославка һөнәрселек училищеһында уҡый, автобус, машина йөрөтөү таныҡлыҡтары ала зирәк егет. Хәҙерге көндә вахта ысулы менән эшләй. Заманса материалдар менән ауылдаштарының һорауын үтәп зауыҡлы итеп йорттар көпләй, түбә яба, рәшәткәләр ҡуйырға маһир. Кемгә ярҙам кәрәк – ул шунда. Вахтанан ҡайттым тип, эшһеҙ тороуҙы белмәй ул.
– Мин вахтанан шатлыҡтар көтөп ҡайтам. Һөйөклө ҡатыным, балаларым ҡосағыма ташлана, бәләкәйҙәрен күтәреп алам. Көтөп алыр кешеләрем булыу менән бәхетлемен. Һәр балам ғәзиз, алты балалы ғаилә ауылда беҙ генә бит. Яңыраҡ мәсеттә Йәүһәрә өләсәйемә аят уҡыттыҡ, вафатына 23 йыл булып китте. Ул – Герой-әсә. Аят ҡына түгел, хәтер кисәһе кеүек булды был мәжлес. Халыҡ табибы булараҡ күп изгелек эшләгән ҡәртнәйем. Һоҡланып, маҡтап, ҙурлап иҫкә алдылар, мин ҡыуанып ултырҙым. 65 йәше уҙғас та ырҙын табағында сәсеү-урыу ваҡытында ашнаҡсы булды, аш-һыу оҫтаһы булғас ни, саҡырып ҡына торҙолар. Күҙҙәренә дегәнәк керһә, хатта тимер ҡаҙалһа ла бәләнән ҡотҡарҙы. Ниндәй генә тайған һөйәктәрҙе ултыртманы ул. Аятҡа туғандары, балалары йыйылып китте. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй – туғандар осрашыуы үҙе байрам икән. Әлдә минең дә ғаиләм ишле, тип ҡуйҙым. Бөгөнгөләй киләсәктә балаларым бер-береһенә ярҙамлашып, кешелекле булып үҫһендәр, тип йәшәйем, – ти йорт хужаһы.
Йорт хужабикәһе Әлиә Айрат ҡыҙы Мәсәғүт педучилищеһын тамамлаған, тәрбиәсе. Әле магазинда һатыусы, яғымлы, йомшаҡ һүҙле әсә хеҙмәттәше Ләйсән Фидәлис ҡыҙы менән килешеп эшләй. Ауылдаштары улар менән ҡәнәғәт, кәйефтәре күтәрелеп, кәрәк әйберҙәрен алып ҡайтып китәләр. Һатып алыусыға нимә кәрәк, алдан хәстәрләп, заказ биреп тора һатыусыларыбыҙ.
Әлиә Ғәҙелшина тыныс күңел менән эшкә килә, шөкөр, балалар аңлай, эшләп үҫкәндәр, үҙ аллылар. Тәртип, таҙалыҡ һаҡлап көтөп алалар инәй ҡайтҡанды. Тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы бергәләп күңелле итеп үткәрә ғаилә. Балалар шат, ҡәнәғәт кенә булһындар. Тәмлекәстәр бешә, шәмдәр торт өҫтөнә теҙелә, шарҙар эсенә теләктәр, ҡотлауҙар һалына.
– Бөтә балаларым тырышып уҡыны, бишеһе лә уҡыу алдынғыһы, фотолары стендта тора. Шөкөр, оло улым Муратҡа 18 йәш тулды, быйыл Өфө йылға училищеһын тамамлай. Икенсе улым Арсен шунда 1-се курста. Мират – 8-се, Самира – 4-се, Батырхан 2-се класта, кинйәбеҙ Әмирәгә – 5 йәш. Һәр балам ҡәҙерле, танһыҡ. Йәш әсәләрҙе күберәк балалар үҫтерергә саҡырам. Илебеҙ киләсәге – йәштәр ҡулында, – ти Әлиә.
Амур Ким улының әсәһе Зөһрә Ҡунаҡбаева ла – бай өләсәй. 12 ейән-ейәнсәре – ғүмер биҙәге. Бына әйтер һүҙҙәре:
– Ейәндәрем менән бик ҡәнәғәтмен. Ҡышын – ҡар көрәү, йәйен-көҙөн баҡса эшендә төп ярҙамсыларым. Урманда еләк-емеш өлгөрһә, йыйып килтерәләр. Уларҙы үҫтергән улыма, киленемә рәхмәттәр генә яуһын. Хоҙай Тәғәлә таҙалыҡ биреп, бай тел асҡыстары менән иҫән-һау уҡып бөтөп, ата-әсәһенә мәрхәмәтле, изгелекле булып үҫһендәр. Донъялар имен генә булһын балалар бәхетенә.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.