Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
29 Октябрь , 15:00

Шағир һүҙе – халыҡ күңелендә

Үҙәк район китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған “Шағир һүҙе” район шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙҙы.

Шағир һүҙе – халыҡ күңелендә
Шағир һүҙе – халыҡ күңелендә

Конкурс бөйөк һүҙ оҫтаһының әҫәрҙәрен яратып уҡыған бихисап ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Сара ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамына әүерелде. Улар Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡып, үҙҙәренең һәләттәрен һәм белемдәрен күрһәтте. Һәр сығыш шағирҙың ижадына ҡарата хис-тойғолар һәм тәрән ихтирам менән һуғарылған.
Конкурс өс йәш категорияһында уҙғарылды: 6 йәштән 10 йәшкә тиклем, 11 йәштән 17 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкәнерәктәр.
6 – 10 йәштәге ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы тасуири уҡыусылар тип Айгүзәл Абдрахманова (1-се урын, етәксеһе – Флорида Сәлихова, Дыуан-Мәсетле ауылы), Гүзәлиә Абдрахманова (2-се урын, Эльвера Абдрахманова, Дыуан-Мәсетле) һәм Полина Хәкимова (3-сө урын, Марина Коробкина, Түбәнге Бобин) танылды.
11 – 17 йәштәге ҡатнашыусылар араһында 1-се урын – Айгөл Исмәғилева (Флорида Сәлихова, Дыуан-Мәсетле), 2-се урын – Самат Нәсибуллин (Зилиә Фәтҡуллина, Башҡорт гимназияһы), 3-сө урын – Арина Ғәзиҙуллина (Әлфиә Мәғәсүмова, Абдулла).
18 йәштәге һәм унан өлкән ҡатнашыусылар араһында 1-се урынға – Гөлназ Әхмәтханова (Дыуан-Мәсетле), 2-се урынға – Мәүжиҙә Аллаярова (Дыуан-Мәсетле), 3-сө урынға Лена Фазылова (Дыуан-Мәсетле) лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡатнашыусы сертификаты тапшырылды, ә еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

Гүзәл ХӘЙРЕТДИНОВА, уҡыу залының баш китапханасыһы.

Автор: