Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
28 Октябрь , 12:00

Тәүге тапҡыр – китапханаға!

Балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән беренсе класс уҡыусыларының осрашыуы яҡшы традицияға әүерелде.

Тәүге тапҡыр – китапханаға!
Тәүге тапҡыр – китапханаға!

Балалар өсөн дә, китапханасылар өсөн дә был – тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл, шуға күрә китапхана хеҙмәткәрҙәре уны ыңғай эмоциялар һәм сағыу тәьҫораттар менән уҙғарырға тырыша. Балалар алфавитты өйрәнгән, яҙырға һәм уҡырға белә, үҙҙәре уҡырға теләгән әҙәби әҫәрҙе һайлай ала. Ә китап уның иң яҡын дуҫына әйләнһен өсөн китапханасылар китапханаға экскурсиялар үткәрә. Мәҫәлән, октябрҙә китапханаға уҡытыусылар менән бергә Оло Ыҡтамаҡ лицейының 1-се класс уҡыусылары килде.
Беренсе класс уҡыусылары китаптар донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылды: китапхана менән файҙаланыуҙың төп ҡағиҙәләре менән танышты, сағыу биҙәлгән китаптар күргәҙмәһенә айырыуса иғтибар бүленде. Шулай уҡ китапханасылар балаларға китаптар менән дөрөҫ эш итеү, уларҙы һайлау һәм китапханала үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләне. Балалар китаптар менән файҙаланыусыларҙың иҫәп карточкаһы хаҡында, һәр китаптың үҙ урынында тороуын, уларҙың ниндәй принцип буйынса урынлашыуын белде.
Уҡыусылар әкиәттәр буйынса викторина һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе, йомаҡтар систе. Бигерәк тә Мәскәй әбей менән осрашыу ҡыҙыҡ булды. Был әкиәт персонажы китапханаға яҙылырға, китаптар алырға килгән, ләкин ҡағиҙәләрҙе белмәй. Китапханасы уға китапхана, китап уҡыу тураһында һөйләне, ә балалар Мәскәй әбейҙең ҡыланыштарын ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Тәүге тапҡыр китапханаға барыу ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм фәһемле үтте. Уҡыусылар журналдар, китаптар менән танышты. Киләсәктә улар китапхананың даими уҡыусылары булыр тип ышанғы килә.
Зилиә ВӘЛИЕВА,
балалар моделле китапханаһы мөдире.

Автор: