Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
8 Октябрь , 12:15

Ялҡындан туҡылған ижад

Милләт һаҡсыһы(Күренекле журналист, яҙыусы, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Ризван Закирхан улы Хажиевтың тыуыуына – 85 йыл)...Арыу ғына ер-һыу күреп, тормоштоң билдәле бер баҫҡыстарын үткән егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр. Белемгә ынтыла Ризван. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына һынау тота.

Ялҡындан туҡылған ижад
Ялҡындан туҡылған ижад

Ҡабул итеү имтихандарын тапшырғанда уҡ башҡа студенттарҙан үҙенең һәр яҡтан да өлгөргәнлеге, белем, тәжрибәһе һәм әүҙемлеге менән айырылып тора ине ул. Факультет деканы урынбаҫары Марат Минһажетдинов төркөмөбөҙҙөң старостаһы итеп ҡуйҙы Ризван Хажиевты. Старостанан уңдыҡ. 24 студенттың һәр ҡайһыһының уҡыуҙағы уңышында Ризвандың йоғонтоһо ҙур булғанлығын йылдар үткәс кенә аңланыҡ буғай. Ул үҙенең беҙгә ҡарата хәстәрлеген дә, ҡырыҫлығын да, үтә туралығы – тапҡырлығын да, эске асыҡлығын да файҙалана белде. Ике йөҙлөлөктө, ялағайлыҡты һәм алдауҙы, әйтергә кәрәк, буш ҡыуыҡлыҡты яратманы. Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булмышына уҙаман ғүмере буйы тоғро ҡалды.
Шундай кеше менән бергә уҡыу, төрлө сетерекле хәлдәрҙән йырып сыға белеү, һине шул ҡамауҙан йолоп ҡала алыу, әпкәләйлек аураһына бирешмәү, буласаҡ һөнәрең, киләсәк яҙмышың хаҡында уйланыу, ҡыҫҡаһы, староста һабаҡташымдың билдәле бер тәрбиә түңәрәгендә барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле йәшәү позицияһы, тормош принцибы беҙҙең өсөн дә әҙерлек мәктәбе булды тип уйлайым. Ризван Хажиевтың ойоштороу һәләте лә шунда асылды: университет комсомол комитетының өсөнсө, һуңғараҡ икенсе секретары, тотош уҡыу йорттары студенттарының хеҙмәт семестры штабы етәксеһе булды.
Ғәҙелһеҙлеккә дусар студенттарҙы, йәш уҡытыусыларҙы аҙ яҡламаны секретарь. Үҙенә лә ҡыҫымдар, бәлә-ҡазаһы ла яуып торҙо, йәш коммунист, әлбиттә, ҡаушап ҡалманы, дөрөҫлөккә ынтылышы ғәйәт көслө ине һабаҡташыбыҙҙың. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, Мәсетле районының Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор булып китте, аҙаҡ мәҙәниәт бүлеге мөдире, район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаларында эшләне. Был осорҙа ул үткер ҡәләмле, тормошто тик үҙенсә, Ризванса, ҡабул иткән, ҡыйыу фекерле журналист булып өлгөргәйне.
“Совет Башҡортостаны” гәзитенең Учалы – Белорет – Бөр-йән райондарын берләштергән эш зонаһына үҙ хәбәрсе итеп ебәрҙеләр. Шул йылдарҙа Ризван Хажиев төп хәбәрсе вазифаһынан тыш, ҙурыраҡ ижад баҫҡыстарына ынтылды. Документаль повес-тар яҙыуын дауам итте. Тәжрибәһе, ижад багажы ла һәлмәкләнде, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, журналисты аяғы туйҙыра, тигәндәй, ҡәләме шаҡтай шымарҙы, үткерләнде. Күп кенә сит илдәрҙә – Германияла, Чехословакияла, Бельгияла, Афғанстанда – ижади сәйәхәттәрҙә булып ҡайтты, бай материал тупланы. “Бейек Татр бөркөтө” исемле документаль повесын ауылдашы, Һөләймән егете Вафа Әхмәҙуллинға арнаны. Уҡыусылар был әҫәрҙе йылы ҡабул итте.
Ысын мәғәнәһендә үҙ еренең ялҡынлы патриоты булараҡ, Риз-ван Закирхан улы быға тиклем халҡыбыҙға бигүк билдәле булмаған шәхестәрҙең исемдәрен киң йәмәғәтселеккә таныштырҙы. Мәҫәлән, урында даны сыҡҡан механизатор Нәҡиә Ғәлина, хеҙмәт геройҙары Әхсән Шәрипов, Тимерхан Нәжмиев, Тәлғәт Рахманов, Советтар Союзы Геройҙары Абдрахман Ғәйфуллин, Әмир-йән Хәйҙәров, архитектор Барый Кәлимуллин уның әҙәби геройҙарына әйләнде.
Р. Хажиевтың “Журналист булып ҡалам” исемле әҫәре тураһында сәнғәт әһеле Әмир Абдразаҡов: “...Бик мауығып, ҡы-ҙыҡһынып уҡыным... Заман... Ваҡиғалар... Уҡып сыҡҡас, бер кем менән дә һөйләшке, бер ниндәй ҙә эшкә тотонғо килмәй уйға сумдым. Әҫәрҙәге үҙ осорона ауаздаш ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, журналист Шамил тураһында оҙаҡ уйланып ултырҙым. Совет Хөкүмәте, коммунистик баҫым заманындағы ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреүҙе, объектив сағылдырыуҙы журналист үҙенең төп маҡсаты итеп алған”, – тигән.
Һуңғараҡ һабаҡташымдың күп кенә әҫәрҙәре араһынан “Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауҙары аша” әҫәрен уҡығас, тағы ла уның тормош ысынбарлығын һәм хаҡлыҡ юлын яулаған үрҙәренә ҡарап һоҡланам да, ғорурланам да. Хаҡлыҡты, дөрөҫлөктө ярып яҙған, бар асылында күрһәтеү, уҡыусы күңеленә еткерә, һала алыу – ул һирәктәргә генә эләккән өлөш һәм бәхеттер.
Ризван Закирхан улы Хажиевтың бар тормошо һәм ялҡында тыу-ған ижады яңы быуат уҡыусыһы хәтерендә, замандаштары күңелендә оҙаҡ-оҙаҡ һаҡланыр әле.
“Әй буйына ҡайтам әле...”
Ризван Хажиевтың һуңғы китаптарының береһе шул исемдә донъя күргәйне. Һабаҡташым, ир аҫылы Ризван хаҡында һуңлап булһа ла хәтирәләр йомғағын ҡыҫҡа ғына итеп тағатырға ине.
...Мәкерле, аяуһыҙ йөрәк ауырыуы уны көтмәгәндә был фани донъянан алып китте. Ижадының иң өлгөргән, көслө һәм һутлы мәлендә... Үкенесле, бик тә үкенесле.
Университетты тамамлауыбыҙға – 50 йыл. 2014 йылдың 13 июнендә Өфөлә 24 студенттың һигеҙе Ризванһыҙ осраштыҡ. Ныҡ көткәйне ул был көндө, балалары менән килергә әҙерләнеп йөрөнө. Еткерә алманы. Мәрхүм һабаҡташтарыбыҙ ҙа һигеҙ булып киткән. Моңһоу булһа ла, уларҙы матур итеп иҫкә алдыҡ, һәр береһенең ғүмерен барланыҡ, күҙ алдына килтерҙек, тереләренә һаулыҡ теләнек, йәиһә, үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙҙы үтәп ҡуйғайныҡ та... Йыл үтеүгә Ишмөхәмәт дуҫыбыҙ менән хушлаштыҡ. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәре хаҡтыр инде.
...Ризвандың ижад юлы уның йәмәғәтселек эше менән тығыҙ бәйле булды. Проблемалы, көн ҡаҙағына һуғып яҙылған уҡымлы мәҡәләләре һәр саҡ социаль-мәҙәни һәм сәйәси яңғыраш алды. Урындағы халыҡтың йәшәү рәүешен, был болғауыр заманда кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен, аяныслы-көйөнөслө яҙмыштарын бар дөрөҫлөгөндә, тулылығында яҡтыртыу ижадсының маҡсатлы программаһына әйләнде. Быға “Бейек Татр бөркөтө”, “Әгәр мин янмаһам”, “Исемдәре ҡалыр йылдарҙа”, “Батшаларға башын эймәгәнде...” тигән публицистик йыйынтыҡтары асыҡ дәлил.
Изге тупрағы, ҡөҙрәтле төйәге, атайсалынан оло юлға сыҡҡан шәхестәр хаҡында Ризван Хажиев айырыуса илһамланып, ең һыҙғанып ижад итте. Уның ҡәләме аҫтынан тыуған әҫәрҙәр: “Кем һин, Сабир Ваһапов?”, “Помнят высокие Татры”, “Есть такая земля, Мечетлинская”, “Һөләймән һәм һөләймәндәр”, “Мәсетле академиктары”, “Мечетлинский район Республики Башкортостан”, “Путь архитектора”, “Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауҙары аша”... Был китаптар ваҡыт һынауҙары аша башҡорт әҙәбиәтенең публицистик жанрын, айырыуса уның проблемаларына, асылына ҡайтарыуға, сикһеҙ орбитаға сығарыуға һис шикһеҙ булышлыҡ итте һәм итәсәк тә. Ғалим булараҡ та ул был жанр үҫешенә тиҫтәләгән ғилми мәҡәләләр яҙҙы.
...Иҫән сағында Өфөлә уның менән һуңғы тапҡыр осрашыуыбыҙҙы кем генә күрәҙәләһен инде?! Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың эш бүлмәһендә әңгәмәлә Ризвандың бергә уҡыған егет-ҡыҙҙарҙы барлап ултырыуын иҫләйем. Айырым бер ихласлыҡ, эске күңел йомартлығы һалып:
– Беҙҙең Ғәлийән Ҡаһарманов тел ғалимы булып китте. Уҡығанда уҡ китаптан айырылманы, баш ҡалҡытмай уҡыны, тырышты егетең. Кәйефе булғанда баянында ла өҙҙөрөп уйнай, ҡыҙҙарҙы бейетеп тә ала ине, бик етди ҡарашлы шәхес, профессор ҙа булыр ул. Уның яҡташы Ейәнсура егете Рәхим Ильясов та шиғырҙар яҙҙы, фән юлынан китергә йөрөнө, әммә ғүмере иртә өҙөлөп ҡуйҙы, – тигәненә беҙ ҙә һүҙ ялғап ултырғайныҡ.
1964 – 1969 йылдар үҙе бер китапҡа торошлолор, моғайын.
Төркөмөбөҙҙә, әлбиттә, һәләтле студенттар ҙа аруҡ ине. Рәшиҙә Солтанова Учалы районы Наурыҙ мәктәбе буйынса минең класташым булғас, уны бала саҡтан беләм. Уҡырға ингән йылдан уҡ. 1964 йылдың ямғырлы август аҙаҡтарында Муса Мортазиндың тормош иптәше Фатиха инәй менән ҡыҙы Шәүрә апай, уларҙың йәшәгән фатиры менән таныштырған да Рәшиҙә булды. Легендар полководецтың һуңғы төйәге, ғаилә ҡәлғәһе Өфөнөң Ленин урамындағы һәр кемгә билдәле ашхана урынлашҡан йорттоң өсөнсө ҡатындағы фатир булһа кәрәк. Йылдар үткәс тә аңлайһың, бындай ныҡлы, тамыры тармаҡлы, яҡын килерлек түгел ҡәлғәне лә емерерлек ҡара көс табылған.
Башҡорт халҡының бөйөк улы Муса Лут улы Мортазиндың мәңгелеккә ғаилә бәхетенән мәхрүм ителеүен, Сталин, Бериялар ҡорбаны булыуын күҙ алдынан үткәрһәң, тәндәр ҡалтырап, һуштан яҙып, йөрәктәр өшөп китә!
Эйе, Рәшиҙә уҡығандан юл башлап йөрөүсе булды. Комсомол, партия, республика ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ҡоролтай депутаты эшмәкәрлеге, “БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуы – уны ысын мәғәнәһендә шәхес кимәленә күтәрҙе.
Зөһрә Фәттәхова (Фәйзуллина) – БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, үҙешмәкәр композитор, танылған шағирә, музыкаль сценарийҙар авторы. Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың исем-шәрифе сит ҡитғаларға ла билдәле. Ул БФА мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тиҫтәләгән ғилми китаптар авторы, күренекле тел ғалимы. Фәүзиә Рәхимғолова (Латипова) – билдәле журналист, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә эшләне, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
...Әңгәмәне тағы Ризван элеп ала.
– Егеттәр, был һөйләшеү, иманым камил, тарих биттәрендә ҡалыр. Минең өсөн “архиважный” булды бит әле был ултырыу, әтү күңел сарсап киткәйне, рәхмәт мыртыйҙар!
Миңә һынамсыл ғына ҡарап ултырҙы ла:
– Рәүеф, һине лә күптән күргән юҡ ине. Һеҙҙең төбәктә хәбәрсе булғанда ғаиләләр менән осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, бәхәстәр бизмәнендә үлсәшеүҙәр һаман да иҫтә бит әле. Марат Хәләф улының исемен күтәреп сығыуыңа ныҡ ҡыуанам, онотолғайны бит, афарин! Дауамлы эшеңдә фатиха, йәшел ут!... Минең һеҙгә үҙемдең серем бар бит әле. Ҡәләмдәштәр хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтәһе бар, роман-эссе булырмы, исемен дә күңелемә һалғанмын, “Оло урамдан” тип йөрөгән булам. Сюжеты ла әҙер. Санаһы әҙер, аты ла егелгән, ултыраһы һәм ижад сәйәхәтенең дауамлы һәм оҙайлы юлынан атлау ҡала. Ғүмер үтә, йөрәк тә һуңғы ваҡыт “шаярып” ҡуя, өлгөрөргә ине лә.
– Һис шикһеҙ, – тибеҙ, Ишмөхәмәт менән ҡушарлап.
– Өлгөрөү түгел, быға өҫтәп “Оло юлдан”ын да күрергә яҙһын, иншалла!
– Рәхмәт мыртыйҙар! Һеҙҙең һүҙҙе йығып булмаҫ, тырышырмын инде...
Фәһемле генә һөйләшеү булғайны. Бөгөн Ризванды күреүҙән, уның көр, ышаныслы, әйтер инем, гонорлы тауышынан, зыңғырлатып көлөп ебәреүҙәрен ишетеүҙән беҙ, уның дуҫтары, замандаштары, мәхрүмбеҙ. Үлеменә һис тә ышанғы килмәй, был уҙаманды юғалтыу йылдарынан юҡһыныу тойғолары артҡандан-арта бара. Ошо юҡһыныу кисерештәрен яҙҙым да. Ризван Хажиевтың “Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауҙары аша...” әҫәренә ҡарата әҙәбиәт белгесе, БДУ профессоры Гөлфирә Гәрәеваның: “...Бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килгән ғәрсел сая, ғорур үҫмер геройҙың шәхес булараҡ өлгөрөү этаптары, рухи-әхлаҡи эволюцияһы күҙаллана, тормошта тотҡан көрәшсе позицияһынан сигенмәүе, маҡсаттарына ныҡышмал ынтылыуы, халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе шәхес образы һынландырыла...”, – тип нарыҡланыуында беҙ, әлбиттә, Ризван Хажиевтың шәхсән булмышын ап-асыҡ тоҫмаллайбыҙ.
Артабан да ул әҫәрҙәрендә үҙе кеүек сая, ярһыу, саф күңелле, һатылмаҫ, баш эймәҫ көрәшсе-замандаш позицияһында йәшәгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, еңеп сыҡҡан геройҙар концепцияһын уҡыусы йөрәгенә һалырға ашыҡты. Күңел түрендә ғазап кисергән замандаштар, рухи донъяһын яҡтыртҡан яҙыласаҡ новелла, романдар, ғилми эштәр эш өҫтәлендә ҡалды. Үкенеүҙән башҡа сара бармы икән һуң?!
Ризван Закирхан улы үҙенең тәүҙә – 75, һуңынан 80 йәшенә лә бөтә һабаҡташтарын йыйырға хыялланып йөрөнө. Үҙе, асыҡ йылмайып:
– Исмаһам, ғүмерҙең шул мәлдәрендә ултырып аҡыл-зиһен төбөнән һөйләшеп алырға кәрәклеген аңлап йөрөйөм, – тигәне ҡолаҡ төбөндә...
“Совет Башҡортостаны” гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, БР Журналистар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының XII саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, һуңынан БДУ-ның филология факультеты деканы урынбаҫары, журналистика кафедраһы доценты.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләгән осорҙа ул республикала ғына түгел, ә Рәсәй ижади йәмәғәтселеге, сәйәси ойошмалар вәкилдәре араһында билдәле сәйәсмән, танылған журналист, яҙыусы ине.
Ризван Закирхан улы фән өлкәһендә лә ырамлы эшләне. Ул 80 – 90-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенә публицистика жанрында ҡолас ташлап алдынғы сафта барҙы, аруҡ хеҙмәттәрен нәшерләне. Мәҫәлән, “Башкирская публицистика 20-30-х годов” (Уфа, 1998), “Журналист оҫталығы дәрестәре” (Өфө, 1999) йыйынтыҡтары, гәзит-журналдарҙа донъя күргән ғилми мәҡәләләре, төрлө конференцияларҙа сығыштары үҙҙәренең проблематик йүнәлешлек, заманға ауаздашлығы йәһәтенән әлеге көндә лә студенттар, аспиранттар өсөн бик тә актуаль һәм һабаҡ бирерлек дәрестәр. Авторҙаш булараҡ, “Шомло Афған тауҙары” (Өфө, 1989), үҙенең “Журналист булып ҡалам” (Өфө, 1999) китаптары уҡыусылар иғтибарын йәлеп итте.
Етди ижад емештәре өсөн Ризван Хажиев 1993 йылда “БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул – БР Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин, Мәсетле ра- йонының Рәшит Әхтәри исемендәге, “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Һәнәк” журналдарының йыллыҡ премиялары лауреаты, БР Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
...Яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов үҙенең “Юлдаш итеп үткер ҡәләмде...” мәҡәләһен Ризван Хажиевтың 75 йәш тулыуына арнап яҙғайны. Бер кәлимә һүҙҙәренән өҙөк: “...1987 йылдың декабрендә Динис Бүләковтың тәҡдиме менән Ризван Хажиев Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары, ә нәҡ бер йылдан һуң идара рәйесе итеп һайлана һәм шул ауыр, мәшәҡәтле, сетерекле эште һигеҙ йыл буйы тартты. Ошо дәүерҙә Башҡортостан Журналистар союзының абруйы бермә-бер күтәрелде. Рәсәй журналистарының Мәскәүҙәге Союздар йортонда үткән III съезын Ризван Хажиевтың алып барыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй...”
Күренекле, иҫ китмәле фантазияға бай, интеллектуаль аң-зиһенле, үткер ҡәләмле публицист, йор һүҙле сәсмәүер, билдәле сәйәсмән, ғалим аҡылын үҙенең ижад процесына тығыҙ бәйләгән, халҡының ялҡынлы патриоты Ризван Закирхан улы Хажиев үҙенең Әй буйына мәңгелеккә ҡайтты. Ваҡыт һынауҙарын үтеп, милләт яҙмышын ҡурсалап, мәңге-мәңгегә данлы исем-шәрифе менән атайсалы – Һөләймәненә ҡайтты.
Был фани донъянан китһәң дә, 80, 90, 100 йәшең тулғанда ла һинең, дуҫым, изге рухың тағы ла нурланып асманға ашыр, тереләр хәтерендә һин һәр саҡ ҡыйыу фекерле, ҡаҡшамаҫ ихтыярлы Журналист булып йәшәрһең. 85 йыллығына арнап, “Ялҡынлы патриот. Милләт һаҡсыһы” исемле хәтирәләр китабы ла яҙылып нәшриәттә үҙ сиратын көтә. Алла бирһә, ул да донъя күреренә ышанабыҙ. Был инде һабаҡташ уҙаманыбыҙға, замандашыбыҙға ҡарата һағыныу үә юҡһыныу тойғоларына сорналған баһаларҙың баһаһы ла булһын!
Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Марат Минһажетдинов, Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.

Автор: