Әҫәрҙең төп геройы Исмәғәзим бабай яңғыҙлыҡта йәшәй. Ҡарт көнөндә яңғыҙ ҡалыуының сәбәпсеһе лә – ул үҙе. Йәшлеге менән төҙәтә алмаҫлыҡ ҡылған хатаһы уға ғүмере буйы тынғылыҡ бирмәй, уны эҙәрләй. Ләкин яңғыҙлыҡта ғүмер иткән ҡарттарға ярҙам итәһе урынға үҙ мәнфәғәтен, үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртып йәшәгән кешеләр ҙә аҙ түгел бөгөнгө буталсыҡ тормошта. Шуларҙың береһе – Динара ханым. Уның маҡсаты – ялған юл менән бабайҙың фатирын үҙләштереү. Бының өсөн ул алдау юлы менән йәш ҡыҙҙы – Сәриәне лә йәлеп итә. Ләкин Сәриәнең күңелендә кешелек тойғолары һүнеп бөтмәгән, ул үҙендә дөрөҫлөктө әйтергә көс таба, Динара ханымдың мәкерле пландарын фаш итә.
Төп ролде – Исмәғәзимде – Данил Вәлиев бик оҫта итеп башҡарҙы, район буйынса “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында еңеүсе булды. Йәштәр ҙә ҡалышманы: Рәмилә Сәғҙиева, Гүзәл Минғолова, Миләүшә Ниғәмәтйәнова, Азамат Юнысов, Урал Айсин үҙҙәренә бирелгән ролде ятлап, килештереп уйнаны.
Театрҙың режиссеры Ринат Тәкиуллин спектаклде уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ итер өсөн көс һәм тырышлыҡ һалған. Спектаклгә һайлап алынған көйҙәр, йырҙар тамашаның ҡабул ителешен көсәйтә, хис-тойғоларҙы анығыраҡ тапшырыуға алып килә. Рәмил Туйсин башҡарыуындағы “Фәрештәм” йыры, Хисмәт Дәүләтов һүҙҙәре һәм музыкаһы, әйтерһең дә, тап ошо спектаклгә арнап яҙылған. Был йырҙы тыңлап тамашасылар моң тәрәнлегенә әсир булды. Спектакль геройҙарының кисерештәрен йөрәк аша үткәреп күңелдәре нескәргән ҡарап ултырыусылар тамашанан фәһем ала, тәрбиәләнә, рухи яҡтан байый. Театрҙың тәғәйенләнеше нәҡ шунда бит инде.
– Үҙебеҙҙекеләр шәп уйнай бит, Сибай артистарынан һис тә кәм түгелдәр, – тип ихлас ҡыуанып ҡайтты ауылдаштар.
Һеҙгә киләсәктә яңы матур ролдәр, бына шулай тамашасыларҙың һөйөүен, ихтирамын яулап, бар күңелегеҙҙе һалып башҡарған эшегеҙ менән бәхетле булыуығыҙҙы, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Бөтә ауылдаштар исеменән Алмабикә КӘРИМОВА.