Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Май , 09:20

Тыуған еренең данлы улы

Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһының матур мөйөшөндә урынлашҡан. Беҙҙең райондан күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хужалыҡ етәкселәре, сәнғәт әһелдәре, табиптар һәм педагогтар сыҡҡан. Төплө белем алған йәштәр республикала һәм унан ситтә район данын күтәрә.

Тыуған еренең данлы улы
Тыуған еренең данлы улы

Был мәҡәләлә һәләтле йәш табип Фларит Каев хаҡында барыр һүҙ. Оло Ыҡтамаҡ лицейын “биш”ле билдәләренә генә тамамлағандан һуң, ҙур конкурс һынауҙарын үтеп, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә ул.
Университетта уҡыған йылдарҙа Фларит Фәрит улы иң яҡшы студенттар иҫәбендә була. Юғары белем тураһында диплом алған өмөтлө медицина белгесен 2-се республика клиник дауаханаһына эшкә саҡыралар. Ул бөгөн дә шунда уңышлы эшләй.
Республика Башлығы аппараты, хөкүмәт, Башҡортостан райондары һәм ҡалалары хеҙмәткәрҙәре ошо дауаханала дауалана. Фларит Каев үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Ул – тыйнаҡ кеше. Табип намыҫлы, кешелекле, бөхтә, иғтибарлы, ипле булыуы, аралашыу мәҙәниәте менән хеҙмәттәштәре һәм республика халҡы араһында ихтирам яулай. Дөрөҫ дауа алыу өсөн пациенттар уға күренергә тырыша.
Табип таланты быуындан-быуынға тапшырыла, тип иҫәпләйем. Флариттың атаһы Фәрит Ғәлихан улы Каев райондың һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Ул – республиканың атҡаҙанған табибы. Уның бөтә ғүмере халыҡты сәләмәтләндереүгә арналды.
Ул – тыуған еренең патриоты. Фәрит Ғәлихан улы районда медицина хеҙмәтләндереүенең бөтә баҫҡыстарын да үтте: табип, баш табип, Мәсетле ата-әсәләре менән балалар шифаханаһы, “Ҡарағай” шифаханаһы менән етәкселек итте.
Уның изге традицияларын улы Фларит Фәрит улы матур һәм лайыҡлы дауам итә. Беҙ, яҡташтар, атайсалыбыҙҙың данлы улдары менән ғорурланабыҙ. Улар Мәсетле районының исемен данлай.
Фәниә Әсәҙуллина,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы, БР мәғариф ветерандары советы рәйесе, Мәсетле районының яҡташтар ойошмаһына нигеҙ һалыусы.

Автор: