Колледж эшмәкәрлегенә килгәндә, студенттар бында ашнаҡсы-кондитер, ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса мастер, ауыл хужалығы мастеры кеүек йүнәлештәр буйынса белем ала, ә киләһе уҡыу йылында матурлыҡ индустрияһы йүнәлеше асыла. Бөгөнгө көндә бында 195 егет һәм ҡыҙ уҡый.
Белем биреү учреждениеһы филиалы мөдире Зөлфиә Бикташева билдәләүенсә, колледжда инновацион идара итеү мәҙәниәтенә эйә булған, үҫеш режимында мәғариф учреждениеһы эшмәкәрлегенә заманса ҡарашты ғәмәлгә ашырған һәм белем биреү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән ижади эшләгән педагогтар коллективы тупланған.
Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы студенттарының исемдәре иғтибарлы уҡыусыға күптән таныш: уларҙы гәзит биттәрендәге район сараларынан репортаждарҙа, яңылыҡтар материалдарында осратырға була. Бында ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ: бөгөнгө колледж студенттары – иртәгәһе көндөң төрлө һөнәр эйәләре. Улар бөтә нәмәлә лә әүҙем – үҙҙәрен уҡыуҙа, йәмәғәт тормошонда, фәндә, ижадта, спортта, ирекмәндәр эшендә яҡшы яҡтан күрһәтергә тырыша һәм был йәһәттән уңышлы эшләй.
22 мартта Дыуан ауылындағы күп профилле колледж базаһында, һәләтле, ижади эшләгән студенттарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында, “Колледж студенты-2024” тигән ҙур сара уҙҙы. Унда колледждың Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалынан 43-сө төркөм уҡыусыһы Карина Фәйзуллина сығыш яһаны. Карина колледжда уҡыу осоронда төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша, “Беренсе ярҙам” проекты буйынса Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә сығыш яһаны, төрлө Бөтә Рәсәй һәм республика олимпиадалары еңеүсеһе булып тора. Карина йәмғиәттә файҙалы эштәр менән әүҙем шөғөлләнә: колледждың “Тыныслыҡ” ирекмәндәр отряды кураторы, Мәсетле районы ирекмәне, тап әлеге ваҡытта районды төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә, шулай уҡ колледждың студенттар үҙидараһы рәйесе булараҡ та ярҙам күрһәтә. Быйыл Карина колледждың беренсел бүлексәһе советы рәйесе, шулай уҡ Мәсетле районының “Беренселәр хәрәкәте” урындағы бүлексәһе советы рәйесе булды.
Ҡыҙҙың ҡаҙаныштар исемлеге ҙур, ә шулар араһында ул үҙе конкурстың зональ этабында яулаған “Колледждың иң яҡшы студенты” исемен иң абруйлыһы тип иҫәпләй.
Тап ошондай заманса ҡарашлы студенттар уҡый беҙҙең колледжда. Маҡсатҡа ынтылыусан, талантлы, әүҙем, инициативалы – улар киләсәген үҙ ҡулдары менән төҙөй. Йәштәр пландар ҡора, уларҙы тормошҡа ашырыуға табан бара. Уларҙың уй-хыялдарының барыһы ла мотлаҡ тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Гөлнур ИСЛАМОВА,
Дыуан күп профилле колледжының
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы уҡытыусыһы.