Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Апрель , 15:55

Өлгө алып йәшәйбеҙ

В. Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе уҡыусылары 27 – 29 мартта Әлшәй районында үткәрелгән “Башҡортостан ынйылары” республика театр-фольклор коллективтары фестиваль-конкурсында уңышлы сығыш яһаны.

Өлгө алып йәшәйбеҙ
Өлгө алып йәшәйбеҙ

Был конкурста театр яратҡан һәләтле балалар үҙҙәренең яҡташтарының, күренекле шәхестәрҙең тормош юлын, ижадын өйрәнеп, ғилми-тикшереү эштәрен башҡарып, уларҙың тормошон сәхнәләштерҙе. Төрлө райондарҙан 16 команда ҡатнашты. Баймаҡтар – Ғәбит сәсәндең, әлшәйҙәр – Мөхәмәтша Буранғоловтың, ҡырмыҫҡалылар – бейеүсе Рәүилә Хажиеваның, дыуандар шағир Низам Ҡәриптең тормош юлы менән таныштырҙы.
Беҙҙең “Ләмәҙтамаҡ ынйылары” фольклор коллективы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡылысбаев Фердинанд Әкрәм улының тормошон сәхнәләштерҙе. Ул үҙенең бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған: физика фәненән уҡыусыларға белем биргән, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән. Беҙ данлыҡлы яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның тормошонан өлгө алып йәшәйбеҙ.
Командабыҙ “Ижади фекерләргә һәләтле быуын үҫтереүселәр” номинацияһында еңеү яуланы. Бәйгелә ҡатнашыу беҙгә бик оҡшаны. Конкурстан матур тәьҫораттар алып, илһамланып, дәртләнеп ҡайттыҡ. Яңы дуҫтар менән аралаштыҡ. Беҙҙе ошо сараға әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙ Сәриә Кәримоваға, Гөлназ Йәнтүринаға, Гүзәл Ғәниеваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бәйгелә ҡатнашҡан дуҫтарыма киләсәктә яңы ижади уңыштар теләйем!
Диана Кәлимуллина,
Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.

Автор: