“Мәскәү! Илебеҙҙең баш ҡалаһына беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡас, ҙур тулҡынланыу һәм һоҡланыу менән ошо һүҙҙе ҡабатланым. Беҙҙе ҙур тиҙлектә шаулап аҡҡан шарлауыҡты хәтерләткән мегаполис ҡаршы алды. Иҫ китмәле күп һанлы машиналар һәм кешеләр, бер-бер артлы ялтлап торған алтаҡталар теҙмәһе – былар барыһы ла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Мин Мәскәүгә Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсына барҙым. Баш ҡала ҡунаҡтарын ҡаршы алған уңайлыҡтарҙы һәм хәстәрлекте тәүге минуттарҙан уҡ тойҙом. Ойоштороусылар килгән ҡатнашыусыларға яҡшы шарттар булдырҙы, шуға күрә Мәскәү яҡшы тәьҫораттар ғына бүләк итте. Беҙ туҡтаған отелдә таҙа һәм матур булһа, персонал яғымлы ине. Конкурста ҡатнашыусылар менән яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде, барыһы ла бер-береһенә ярҙам итте.
Конкурс программаһы минутына тиклем уйлап төҙөлгән. Шуға күрә беҙ үҙебеҙгә ҡалаға йыш сығырға мөмкинлек бирә алманыҡ, шулай ҙа Мәскәүҙең матурлығы менән ләззәтләнеп өлгөрҙөк.
Урамдары таҙа булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә, уңайлы парк зоналары, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары һәм махсус рәүештә велосипедсылар өсөн бүленгән юлдары бар. Беҙ совет архитектураһының монументаль биналары һәм заманса бейек йорттар менән йәнәш торған боронғо изге урындарға һәм һарайҙарға һоҡландыҡ. Баш ҡалабыҙҙа бик күп театрҙар, музейҙар, галереялар бар, шулай уҡ бик күп бына тигән ресторандар, кафе һәм башҡа объекттар урынлашҡан.
Беҙгә тап булған мәскәүлеләргә килгәндә, улар ихлас: бер нисә тапҡыр юлды һорарға тура килде, баш ҡала халҡы һәр ваҡыт ярҙам итеп ебәрҙе. Төрлө милләт вәкилдәре булған йәштәр айырыуса тәьҫир итте, уларҙың ҡайһы берәүҙәре милли кейемдә йөрөй, был иһә тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята.
Мәскәүҙә йөрөп ҡайтҡанға күп кенә көндәр үтеп китһә лә, баш ҡаланан һәм конкурстан алған тәьҫораттарым күңелемә әле лә тынғы бирмәй, ваҡыты-ваҡыты менән уйҙарымда яңынан уларға әйләнеп ҡайтам. Мәскәү иҫ китмәле матур! Был дан ҡалаға тағы бер тапҡыр әйләнеп киләсәкмен!”
Амира ВЕРЗАКОВА
әҙерләне.