Мәкерле, аяуһыҙ сир аҫыл шәхесебеҙҙе, 75 йәшен ҡыу-ғанда, ҡапыл был фани донъянан алып китте. Үкенесле, бик тә үкенесле, әлбиттә. Университет тамамлауға быйыл – 64 йыл. Ярайһы уҡ ярты ғүмер. Ә Ризван дуҫымды һағыныу, юҡһыныу тойғолары йылдар алыҫайған һайын көсәйә генә бара. Университетты тамамлауыбыҙға 55 йыл тулғанда, 2014 йылдың 13 июнендә Өфөлә 24 студенттың һигеҙе Ризванһыҙ осраштыҡ. Ныҡ көткәйне ул был көндө, балалары менән килергә әҙерләнеп йөрөнө. Еткерә алманы. Мәрхүм һабаҡташтарыбыҙ ҙа һигеҙ булып киткән. Моңһоу булһа ла, уларҙы матур итеп иҫкә алдыҡ, һәр береһенең ғүмерен барланыҡ, күҙ алдына килтерҙек, иҫәндәргә һаулыҡ теләнек. Үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙҙы үтәп ҡуйғайныҡ та...
...Ризван Хажиевтың ижад юлы уның йәмәғәтселек эше менән тығыҙ бәйле булды. Проблемалы, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса яҙылған уҡымлы мәҡәләләре һәр саҡ социаль-мәҙәни һәм сәйәси яңғыраш алды. Урындағы халыҡтың йәшәү рәүешен, был болғауыр заманда кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен, аяныслы-көйөнөслө яҙмыштарын бар дөрөҫлөгөндә, тулылығында яҡтыртыу ижадсының маҡсатлы программаһына әйләнде. Быға “Бейек Татр бөркөтө”, “Әгәр мин янмаһам”, “Исемдәре ҡалыр йылдарҙа”, “Батшаларға башын эймәгәнде...” тигән публицистик йыйынтыҡтары асыҡ дәлил.
Изге тупрағы, ҡөҙрәтле төйәге, атайсалынан оло юлға сыҡҡан шәхестәр хаҡында Ризван Хажиев айырыуса илһамланып, ең һыҙғанып ижад итте. Уның үткер ҡәләменән тыуған әҫәрҙәр: “Кем һин, Сабир Ваһапов?”, “Помнят высокие Татры”, “Есть такая земля, Мечетлинская”, “Һөләймән һәм һөләймәндәр”, “Мәсетле академиктары”, “Мечетлинский район Республики Башкортостан”, “Путь архитектора”, “Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауҙары аша”... Был китаптар ваҡыт һынауҙары аша башҡорт әҙәбиәтенең публицистик жанрын, айырыуса уның проблемаларына, асылына ҡайтарыуға, сикһеҙ орбитаға сығарыуға, һис шикһеҙ, булышлыҡ итте һәм итәсәк тә.
...Иҫән сағында Өфөлә уның менән һуңғы тапҡыр осрашыуыбыҙҙы кем генә күрәҙәләһен инде?! Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың эш бүлмәһендә әңгәмәлә Ризвандың бергә уҡыған егет-ҡыҙҙарҙы барлап ултырыуын иҫләйем. Айырым бер ихласлыҡ, эске күңел йомартлығы һалып:
– Беҙҙең Ғәлийән Ҡаһарманов тел ғалимы булып китте. Студент сағында ла китаптан айырылманы, баш ҡалҡытмай уҡыны, тырышты егетең. Кәйефе булғанда баянында ла өҙҙөрөп уйнай, ҡыҙҙарҙы бейетеп тә ала ине, бик етди ҡарашлы шәхес, профессор ҙа булыр ул. Уның яҡташы Ейәнсура егете Рәхим Ильясов та шиғырҙар яҙҙы, фән юлынан китергә йөрөнө, әммә ғүмере иртә өҙөлөп ҡуйҙы, – тигәненә беҙ ҙә һүҙ ялғап ҡуй-ҙыҡ.
1964 – 1969 йылдар үҙе бер китапҡа торошлолор, моғайын. Төркөмөбөҙҙә, әлбиттә, һәләтле студенттар ҙа апаруҡ ине. Рәшиҙә Солтанова Учалы районының Наурыҙ мәктәбе буйынса класташым булғас, уны бала саҡтан беләм. Уҡырға ингән йылдан уҡ, 1964 йылдың ямғырлы август аҙаҡтарында, Муса Мортазиндың тормош иптәше Фатиха инәй менән ҡыҙы Шәүрә апай, уларҙың йәшәгән фатиры менән таныштырған да Рәшиҙә булды. Легендар полководецтың һуңғы төйәге, ғаилә ҡәлғәһе Өфөнөң Ленин урамындағы һәр кемгә билдәле ашхана урынлашҡан йорттоң өсөнсө ҡатындағы фатир булһа кәрәк. Йылдар үткәс тә аңлайһың, бындай ныҡлы, тамыры тармаҡлы, яҡын килерлек түгел ҡәлғәне лә емерерлек ҡара көс табылған.
Башҡорт халҡының бөйөк улы Муса Лут улы Мортазиндың мәңгелеккә ғаилә бәхетенән мәхрүм ителеүен, Сталин, Бериялар ҡорбаны булыуын күҙ алдынан үткәрһәң, тәндәр ҡалтырап, һуштан яҙып, йөрәктәр өшөп китә!
Эйе, Рәшиҙә уҡығандан юл башлап йөрөүсе булды. Комсомол, партия, республика ҡатын-ҡыҙҙар советы, Ҡоролтай депутаты эшмәкәрлеге, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы уны ысын мәғәнәһендә шәхес кимәленә күтәрҙе.
Зөһрә Фәттәхова (Фәйзуллина) – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, үҙешмәкәр композитор, танылған шағирә, музыкаль сценарийҙар авторы. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың исем-шәрифе сит ҡитғаларға ла билдәле. Ул Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тиҫтәләгән ғилми китап авторы, күренекле тел ғалимы. Фәүзиә Латипова – билдәле журналист, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә эшләне, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, публицистик йыйынтыҡтар авторы булып танылған...
… Әңгәмәне тағы Ризван элеп ала:
– Егеттәр, был һөйләшеү, иманым камил, тарих биттәрендә ҡалыр. Минең өсөн “архиважный” булды бит әле был ултырыу, әтү күңел сарсап киткәйне, рәхмәт, мыртыйҙар!
Миңә һынамсыл ғына ҡарап ултырҙы ла:
– Рәүеф, һине лә күптән күргән юҡ ине. Һеҙҙең төбәктә хәбәрсе булғанда ғаиләләр менән осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, бәхәстәр бизмәнендә үлсәшеүҙәр һаман да иҫтә бит әле.
– Марат Хәләф улының исемен күтәреп сығыуыңа ныҡ ҡыуанам, онотолғайны бит, афарин! Дауамлы эшеңдә фатиха, йәшел ут! Минең һеҙгә серем бар бит әле. Ҡәләмдәштәр хаҡында кәлимә һүҙ әйтәһе бар, роман-эссе булырмы, исемен дә күңелемә һалғанмын, “Оло урамдан” тип йөрөгән булам. Сюжеты ла әҙер. Санаһы әҙер, аты ла егелгән, ултыраһы һәм ижад сәйәхәтенең дауамлы һәм оҙайлы юлынан атлау ҡала. Ғүмер үтә, йөрәк тә һуңғы ваҡыт “шаярып” ҡуя, өлгөрөргә ине лә.
– Һис шикһеҙ, – тибеҙ, Ишмөхәмәт менән ҡушарлап.
– Өлгөрөү түгел, быға өҫтәп “Оло юлдан”ын да күрергә яҙһын, иншалла.
– Рәхмәт, мыртыйҙар! Һеҙҙең һүҙҙе йығып булмаҫ, тырышырмын инде...
Фәһемле генә һөйләшеү булғайны бына шунда. Бөгөн Ризванды күреүҙән, уның көр, ышаныслы, әйтер инем, гонорлы тауышынан, зыңғырлатып көлөп ебәреүҙәрен ишетеүҙән беҙ, уның дуҫтары, замандаштары, мәхрүмбеҙ. Үлеменә һис тә ышанғы килмәй, был уҙаманды юғалтыу йылдарынан юҡһыныу тойғолары артҡандан-арта бара. Ошо юҡһыныу кисерештәрен яҙҙым да Ризван Хажиевтың “Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауҙары аша...” әҫәренә ҡарата әҙәбиәт белгесе, БДУ профессоры Гөлфирә Гәрәеваның: “...Бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килгән ғәрсел сая, ғорур үҫмер геройҙың шәхес булараҡ өлгөрөү этаптары, рухи-әхлаҡи эволюцияһы күҙаллана, тормошта тотҡан көрәшсе позицияһынан сигенмәүе, маҡсаттарына ныҡышмал ынтылыуы, халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе шәхес образы һынландырыла...”, – тип нарыҡлауында беҙ, әлбиттә, Ризван Хажиевтың шәхсән булмышын ап-асыҡ тоҫмаллайбыҙ.
Артабан да ул әҫәрҙәрендә үҙе кеүек сая, ярһыу, саф күңелле, һатылмаҫ, баш эймәҫ көрәшсе-замандаш позицияһында йәшәгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, еңеп сыҡҡан геройҙар концепцияһын уҡыусы йөрәгенә һалырға ашыҡты. Күңел түрендә ғазап кисергән замандаштар, рухи донъяһын яҡтыртҡан яҙыласаҡ новелла, романдар, ғилми эштәр эш өҫтәлендә ҡалды. Үкенеүҙән башҡа сара бармы икән һуң?!
Ризван Закирхан улы үҙенең тәүҙә – 75, һуңынан 80 йәшенә лә бөтә һабаҡташтарын йыйырға хыялланып йөрөнө. Үҙе асыҡ йылмайып:
– Исмаһам, ғүмерҙең шул мәлдәрендә ултырып, аҡыл-зиһен төбөнән һөйләшеп алырға кәрәклеген аңлап йөрөйөм, – тигәне ҡолаҡ төбөндә...
“Совет Башҡортостаны” гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, Башҡортостан Журналистар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының XII саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, һуңынан БДУ-ның филология факультеты деканы урынбаҫары, журналистика кафедраһы доценты ла булды ул. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләгән осорҙа ул республикала ғына түгел, ә Рәсәй ижади йәмәғәтселеге, сәйәси ойошмалар вәкилдәре араһында билдәле сәйәсмән, танылған журналист, яҙыусы ине.
Ризван Закирхан улы фән өлкәһендә лә ырамлы эшләне. Ул, 80 – 90-сы йылдарҙа башҡорт публицистика жанрында ҡолас ташлап, алдынғы сафта барҙы, байтаҡ хеҙмәттәрен нәшерләне. Мәҫәлән, “Башкирская публицистика 20 – 30-х годов” (Уфа, 1998), “Журналист оҫталығы дәрестәре” (Өфө, 1999) йыйынтыҡтары, гәзит-журналдарҙа донъя күргән ғилми мәҡәләләре, төрлө конференцияларҙа сығыштары – үҙҙәренең проблематик йүнәлешлек, заманға ауаздашлығы йәһәтенән әлеге көндә лә студенттар, аспиранттар өсөн бик тә актуаль һәм һабаҡ бирерлек дәрестәр. Авторҙаш булараҡ, “Шомло Афған тауҙары” (Өфө, 1989), үҙенең “Журналист булып ҡалам” (Өфө, 1999) китаптары уҡыусылар иғтибарын йәлеп итте.
Етди ижад емештәре өсөн Ризван Хажиев 1993 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул – Башҡорт-остан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин, Мәсетле районы хакимиәтенең Рәшит Әхтәри исемендәге, “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Һәнәк” журналдарының йыллыҡ премиялары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
...Яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов үҙенең “Юлдаш итеп үткер ҡәләмде...” мәҡәләһен Ризван Хажиевтың 75 йәш тулыуына арнап яҙғайны. Унан бер өҙөк: “...1987 йылдың декабрендә Динис Бүләковтың тәҡдиме менән Ризван Хажиев Башҡортостан Журналистар союзы идараһының яуаплы секретары, ә нәҡ бер йылдан һуң рәйесе итеп һайлана һәм шул ауыр, мәшәҡәтле, сетерекле эште һигеҙ йыл буйы тарта. Ошо дәүерҙә Башҡортостан Журналистар союзының абруйы бермә-бер күтәрелә. Рәсәй журналистарының Мәскәүҙәге Союздар йортонда үткән III съезын Ризван Хажиевтың алып барыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй...”.
Күренекле, иҫ китмәле фантазияға бай, интеллектуаль аңзиһенле, үткер ҡәләмле публицист, йор һүҙле сәсмәүер, билдәле сәйәсмән, ғалим аҡылын үҙенең ижад процесына тығыҙ бәйләгән, халҡының ялҡынлы патриоты Ризван Закирхан улы Хажиев үҙенең Әй буйына мәңгелеккә ҡайтты. Ваҡыт һынауҙарын үтеп, милләт яҙмышын ҡурсалап, мәңге-мәңгегә данлы исем-шәрифе менән Атайсалы – Һөләймәненә ҡайтты.
Фани донъянан китһәң дә, 80, 90, 100 йәшең тулғанда ла һинең, дуҫым, изге рухың тағы ла нурланып асманға ашыр, тереләр хәтерендә һин һәр саҡ ҡыйыу фекерле, ҡаҡшамаҫ ихтыярлы Журналист булып йәшәрһең. Был инде һабаҡташ уҙаманыбыҙға, замандашыбыҙға ҡарата һағыныу үә юҡһыныу тойғоларына сорналған баһаларҙың баһаһы ла булһын.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы,
М. Минһажетдинов, М. Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.