Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
5 Сентябрь 2023, 09:35

Бала саҡ хыялына эйәреп

Бер ҡыҙсыҡ тырышып-тырышып ҡурсаҡтарына, уйынсыҡ айыуҙарына дәрес аңлата, ҡара менән буялған йомро мейескә, шифоньерға темалар яҙылған. Эй-й, бала-саҡ хыялы...

Бала саҡ хыялына эйәреп
Бала саҡ хыялына эйәреп

Ошо бәләкәй сағынан остаз булырға хыялланған ҡыҙ бала, үҙе хәҙер уҡытыусы булып, утыҙ йыл ғүмерен киләсәк быуынға белем, тәрбиә биреүгә йүнәлткән. Флорида Фиҙиәт ҡыҙы Сәлихова ошо бала-саҡ хәтирәһен гел йылмайып иҫкә ала.
Ул бәләкәйҙән педагог ата-әсәһенән үрнәк алып үҫә. Теләш урта мәктәбен тамамлағас, Мәсәғүт педучилищеһында уҡытыусы һөнәрен ала. Йәш белгес үҙ районында башланғыс класс уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып эш башлай. Ә инде 1995 йылда Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшен дауам итә. Ул осорҙа мәктәптә пионерҙар ойошмаһы гөрләп эшләй, йәш пионервожатый уҡыусыларҙы төрлө район, республика конкурстарына әҙерләй, уҡыусылары ла һынатмай – призлы урындар яулайҙар.
Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусыһы булып дауам итә. Флорида Фиҙиәт ҡыҙы дәрестәрен ҙур теләк менән мауыҡтырғыс итеп алып бара. Шуның өсөн уҡыусылары дәрестә бик әүҙем ҡатнаша, күбеһе башҡорт теленән имтихан һайлай һәм уларҙы яҡшы һөҙөмтә менән тапшыра.
Флорида Сәлихованың уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында йыл һайын еңеүсе һәм призер булып торалар, республика этабында ла уңышлы сығыш яһайҙар, призлы урын алалар. “Башҡортостандың йөҙ шағиры” республика әҙәби марафонында, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһенең республика этабында уҡыусыһы Фирҙәүес Мөхәмәтова йыл һайын юғары күрһәткескә өлгәште. Унан тыш, төрлө шиғыр һөйләү буйынса конкурстарҙа, ғилми-тикшеренеү эштәрендә лә, уның уҡыусылары еңеүселәр иҫәбендә. Яҙыусылар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙарҙы бик оҫта ойоштора.
Тынғыһыҙ педагог уҡыусылары менән тәрбиә эшен дә дөрөҫ алып бара. Ата-әсәләр, балалар менән уртаҡ тел таба белә, класс етәксеһе булараҡ уҡыусылары менән каникул ваҡытында төрлө поход, экскурсияларға әүҙем йөрөйҙәр.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 1 сентябрҙәге 36ы һанында уҡығыҙ.

Автор: