Элек тә бер булған ине, беҙ ул саҡта бәләкәй инек, ямғыр яумаһа ярар ине, көнө ниндәй булыр икән?, – тигәнерәк һүҙҙәр ҙә йөрөнө. Байрам бер ваҡытта ла артыҡ булмай, бигерәк тә ауыл кешеһенә. Йәйге матур көндәрҙе иҫтә ҡалдырырлыҡ итеп, дуҫтар, туғандар, күршеләр менән күрешеү өсөн бер сәбәп бит ул.
Байрам Тыныслыҡ урамы – Соцгородта (урамдың халыҡ телендәге исеме) башланып китте. Матур баҡсалар алдында өҫтәлдәр, эскәмйәләр теҙелде, кемдер үҙ ултырғысы менән сыҡты. Барыһы ла матур итеп кейенгәндәр, һәр береһенең ҡулында – матур-матур сәскәләр, бешкән ризыҡтар, үҙ баҡсаларында үҫтергән йәшелсә-емештәр.
Байрамды ауыл мәҙәниәт йорто методисы, урындағы “Аҡ ҡалфаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙар ижтимағи ойошмаһы бүлеге етәксеһе Миләүшә Хафизова башлап ебәрҙе. Йыр артынан йыр ағылды, ауыл, урам тарихынан иҫтәлектәр һөйләнде, ауылдың билдәле шәхестәре иҫкә алынды. Совет урамында йәшәүселәр – Урыҫ остоҡолар бик матур итеп табын ҡорғандар. Нәзирә Ҡыяметдин ҡыҙының сәскәләр тураһындағы сығышы бик мауыҡтырғыс булды. Ленин урамының Һаҙый төбәгендә йәшәүселәр иҫ киткес матур сәскәләре менән таң ҡалдырҙылар. Совет заманынан килгән “Общий” бейеүен бейеп күңел астылар. Ленин урамы йәштәре иһә матур гөлдәре менән иҫте китерҙе. Асия Хисамованың баҡсаһында ниндәй генә сәскәләр үҫмәй!
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 1 сентябрҙәге 36-сы һанында уҡығыҙ.