Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
28 Август 2023, 11:00

“Йәйҙең йәме сәскә менән”

исемле сара Йонос ауылында үтте. Үткәрмәй мөмкин түгел. Күп хужабикәләр ялан сәскәләре, тәбиғәт матурлығы менән һоҡланып, үҙ ҡулдары менән гүзәллек донъяһы тыуҙыра. Шулай халыҡта матурлыҡҡа ынтылыу хисе көслө.

“Йәйҙең йәме сәскә менән”
“Йәйҙең йәме сәскә менән”

Йыл әйләнәһенә тәҙрә төптәрендә, ә йәйен өй алды, урамдарҙа гүзәл сәскәле йорт янынан тиҙ генә китә алмай тораһың. Серле нәфис сәскәләр шундай тартыу көсөнә эйә. Ауылда донъя балҡытып гөл-сәскәләрҙең 30-35 төрөн һөйөп, тәрбиәләгәндәрҙең барыһын да яҙыу күпкә китә.
Иң-иңдәре: Мәнзүрә Хилажева, Зөлфирә Яҡупова (ул ауыл биләмәһе баҡсаһында ла һоҡланғыс сәскәләр үҫтерә), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре үк өлгө: Нурия Ғиниәтуллина, Рәйхана Вәхитова, ирле-ҡатынлы Валерйән һәм Зира Хамматовтар, Гөлнур Мөхәрәмова һәм Гөлнур Сисәнбаева, Фәғилә, Миңһылыу, Гөлсинә апалар, Фәрзәнә һәм Фирүзә Һаҙыевалар, Гөлсибәр Солтанова, Фәүзиә Хилажева, Фәүзиә Мөхәрәмовалар...
Йәшерәктәрҙән ҡалышмай иң өлкән сәскә һөйөүсе Камила Дәүләтоваға – 86 йәш. Йорто магазин эргәһендә, һәр кем туҡтап, һоҡланып маҡтап үтә. Оло кешегә шул да һөйөнөс. Тиккә йәшәмәйем икән, яҡшы кәйеф бүләк итергә ярайым икәндә, ти ул. Иртә яҙҙан өйөнөң эсен-тышын ағартып, ағас-ҡыуаҡтарын тәрбиәләп, сүп үләндәре менән көрәшә, һәр гөлөн һөйөп үҫтерә.
Сараны ойоштороусы тынғыһыҙ Айһылыу Лотфуллина сәскәләрҙең тормошобоҙҙа роле, үҫтереү серҙәрен һөйләне. “Ҡояшым”, “Шатлыҡ”, “Йәйге моңдар”, “Йәйғор”, “Сәскәләр вальсы”, “Күңелем биҙәктәре” исемле гөлләмәләр әҙерләүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һәр ҡатнашыусы үҙ гөлләмәһен төрлөсә яҡланы.
Байрамыбыҙҙы ҡотлап, “Йүрүҙән” гәзитенең элекке баш мөхәррире, курсташым Нурия Яруллинанан ошо “күстәнәс” килеп етте:
Сәскәләргә ғашиҡмын мин:
Һары, ҡыҙыл, зәңгәргә.
Шатланып йәшәйем ерҙә
Дуҫ-туғандарым күпкә.
Ҡояш көлһөн аяҙ күктә.
Имен булһын донъялар.
Сәскәнән сәскәгә ҡунып,
Һайрап торһон былбылдар.
Әхирәттәр, оҡшатам мин
Шул сәскәләргә һеҙҙе.
Тик хуш еҫле сәскә гөлдәр
Биҙәһен тыуған ерҙе.
Еребеҙгә тыныслыҡ ҡайтып,
Батырҙарыбыҙҙы гөлләмәләр менән
Ҡаршы алырға насип булһын!

Сәғиҙә Мөхәрәмова,
Йонос ауылы.

Автор: