Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
2 Август 2023, 11:00

Тыуған ауылым менән ғорурланам

Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Учалы районының Иманғол ауылында йәшәгән яҡташыбыҙ Тәнзилә Муллабаева-Йыһаншина бөгөн гәзит уҡыусылар менән үҙенең хәтирәләрен уртаҡлаша.

Тыуған ауылым менән ғорурланам
Тыуған ауылым менән ғорурланам

“Мин, Тәнзилә Муллабаева-Йыһаншина, Дыуан-Мәсетле ауылындағы Минсафа һәм Сәбиғиәр Муллабаевтарҙың һигеҙенсе ҡыҙы булам. Улар барлығы 13 балаға ғүмер биргән. Биш уланы, шул иҫәптән игеҙәктәре нишләптер үлгәндәр.
Нәҫел ебен беҙ, ҡыҙҙары, дауам иттек. Шуларҙың өсәүһе – Рәмилә, Гөлнур һәм мин – Мәсәғүт педучилищеһын тамамлап, пенсияға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләнек. Бөтә ағай-энеләр араһынан һанап ҡарағанда, дөйөм педстаж 250 йылдан аша.
Иң өлкән апайым Рәмилә – 1931 йылғы. Ул Учалы районының Сәфәр ауылында бер генә мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләне. Тормош иптәше менән биш бала үҫтерҙеләр. Халит еҙнәм имам-хәҙрәт булды, гел генә: “Тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, – тип теләне. Апайым гүр эйәһе булғас: “Бик татыу йәшәнек, өс көндән яныңа барам”, – тип хушлашты. Шулай булды ла. Бына бит яҙмыш, гәлсәр туйҙарын үткәргәйнек. Икеһен йәнәш ҡуйҙылар.
1936 йылғы икенсе апайым Фәүзиә төҙөүсе булып эшләне. Үтә тырыш, алдынғы эшсе, хатта халыҡ заседателе лә булды оҙаҡ йылдар.
Өсөнсө апайым – Рәмзиә (1939 йылғы). Бик йәшләй генә, 40 йәшендә, гүр эйәһе булды. Уның ҡыҙы Людмила Мәскәүҙә йәшәй. 50 йәшенә унда ла бар- ҙыҡ.
Дүртенсе апайым – Венера (1942 йылғы). Инәйемә оҡшап, ул да күп балалы: һигеҙ бала – дүрт малай һәм дүрт ҡыҙ. Еҙнәм Тәҡиев Әғзәм Дыуан-Мәсетле һәм Йыланыш мәктәптәрендә уҡытты.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 30 июлендәге 30ы һанында уҡығыҙ.

Автор: