Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
23 Июнь 2023, 15:00

Бөгөн дә беҙҙең арала ул

Кеше хәтере, халыҡ хәтере – ғәжәп философик төшөнсә. Яҡшылары рухыңды нығыта, яңы башланғыстарға этәргес тә. Мәшһүр “Урал батыр”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек күп һанлы эпос-йырҙарыбыҙ, Жанна д,Арк, Робин Гуд, Салауат Юлаев кеүек азатлыҡ өсөн ҡорбан халыҡ батырҙары тураһында легенда-иҫтәлектәр, ер-һыу атамалары фәҡәт халыҡ хәтере аша мәңге тере. Нәжип Асанбаев хәтерҙе милли хазинабыҙ, тине.

Бөгөн дә беҙҙең арала ул
Бөгөн дә беҙҙең арала ул

Уңалмаҫ яралар һалып, арабыҙҙан иртә киткән ҡәҙерлеләребеҙҙе ҙурлап үткән дини мәжлестәр, хәтер кисәләре – күңелдәргә аҙ булһа ла йыуаныс.
Был фотола – класташым Рәфис Мөхәмәтов. Рима, Мәүжиҙә һеңлекәштәре уның йылы ҡанаты аҫтында. Апаһы Сажиҙәнең һөйөклө ҡустыһы, әсәһе Бибиямал Муллабай ҡыҙының һөйөнөс-таянысы, йорт терәге. Яҡындарын хәстәрләү, ҡурсалау, кешеләргә яғымлы мөнәсәбәте бала сағынан уҡ килә.
1961 йылда Әбдрәхим ете йыллыҡ мәктәбендә 15 бала дүртенсе синыфты тамамланыҡ. Йонос башланғыс мәктәбен һигеҙ йыллыҡ итеп, мәктәп бинаһын һүтеп унда күсерҙеләр. Бишенсегә һыу аша Ләмәҙтамаҡҡа йөрөп уҡыныҡ. Ҡышын ай яҡтыһында ағас араһынан тар һуҡмаҡтан теҙелешеп атлайбыҙ. Рәфистең өйө һыу буйында булғанғамы – ул һуҡмаҡ батшаһы, көрт ярып иң алдан бара. Ҡарға батыусылар булһа, ярҙам ҡулы һуҙып, көтөп ала. Дуҫтарына ярҙамсыл, йомшаҡ һүҙле класташыбыҙ уҡыуҙа ла һынатманы, өйгә эш үтәлгән, яуаптары төплө, ҡыҫҡа. Үҙенә талапсан, эшлекле һәм етди. Етди, сөнки ауыр яҙмыш һынауҙарын сабыр кисереп, үҫмер сағынан эшкә егелде. Башҡорт атлы дивизияһы кавалерисы, фронтовик атаһы Шаһикамал ағай дүрт балаһын, 32 йәшлек ҡатынын тол ҡалдырып һәләк булды. 10 йәшлек үҫмер атай күтәргән йөктө үҙ өҫтөнә ала. Ҡышын дәрестән һуң һеңлеләре менән әрәмәнән утын ташый, йәйен бесән әҙерләй, ғаиләһе менән сөгөлдөр утай. Йорт-ҡураны нығытып тота.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 23 июндә 25е һанында уҡығыҙ.

Автор: