Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
17 Февраль 2023, 15:30

Әрме һурпаһы

Беҙгә тиклем дә, беҙҙең быуын ир-егеттәре лә әрме һурпаһын тәтемәй ҡалманы. Заманында беҙ әрме сафтарында хеҙмәт итеүҙе оло бурыс итеп һананыҡ, хәрби хеҙмәттә булмаған егеттәргә хатта ҡыҙҙар ҙа ҡырын күҙ менән ҡараны. Ҡайһы бер төртмә теллеләр, төрлө таҡмаҡтар сығарып, кистәрен гармун телдәренә ҡушылып, ауыл урамдары буйлап йырлап үтерҙәр ине. Бөгөнгөләй хәтерҙә, күптәр хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙын көтөп, түҙә алмай, почта юлын тапанылар.

Әрме һурпаһы
Әрме һурпаһы

Мин үҙем 1973 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырылдым һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәр ротаһына эләктем (хәҙергесә спецназ). Беҙгә, бала саҡтан эштә сынығып үҫкән ауыл егеттәренә, ауыр булманы, әрме тормошона тиҙ яраҡлаштыҡ.
Армиялағы тәүге көндәр әле лә хәтерҙә. Беҙҙе, йәш һалдаттарҙы, сафҡа теҙеп ҡуйып, исемлекте уҡығандан һуң, мунсаға алып киттеләр. Хәрби форма бирҙеләр, бер-беребеҙҙе танымай торҙоҡ, сөнки башта сәс юҡ, кейемдәребеҙ бер төрлө булғас, барыбыҙ ҙа урамдағы инкубатор себештәренә оҡшап ҡалғайныҡ. Артабан егеттәр өсөн ҡәҙимге хәрби тормош башланды. Казармала йәшәп, иртәнән кискә тиклем марш-бросок, автомат-пистолеттан атыу, төрлө гранаталар ташлау, БТР-ҙа махсус хәрби хәрәкәттәр яһау (беҙҙең ваҡытта әле БМП-лар юҡ ине), төрлө махсус хәрби нормативтар тапшырып сыҙамлылыҡҡа һынау үттек. Тик күптәребеҙгә аҙнаһына ике тапҡыр үткәрелгән самбо буйынса күнекмәләр ауырыраҡ тойолдо, сөнки инструкторҙар спорт мастерҙары булып, бик ҡаты тотондолар.

Һүрәттә: Ғәлимйән Кәримов – өсөнсө рәттә һулдан беренсе, Рим Хәсәнов – шул уҡ рәттә алтынсы. 1973 йылдың ноябре.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 февралдә 7е һанында уҡығыҙ.

Автор: