Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
6 Февраль 2023, 09:25

Оҫтаның да оҫтаһы

Райондың төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан ауылдар менән район үҙәге араһы алыҫ булғанлыҡтан, ауылдарҙа, бигерәк та алыҫ ятҡан торама пункттарҙа сирлеләр янына фельдшер тәүге булып ярҙамға килә һәм табипҡа тиклем ярҙам күрһәтә.

Оҫтаның да оҫтаһы
Оҫтаның да оҫтаһы

Оло Ҡыҙылбай ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында оҙаҡ йылдар эшләгән Роза Әхтәрованың эшен 2000 йылдан башлап уның ҡыҙы Лилиә Шабанова дауам итә. Ул – үҙ эшенең оҫтаһының оҫтаһы. Лилиә Баязит ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул иткәндән һуң, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сирлеләр янына өйҙәренә бара, инъекция яһай, ҡан баҫымын үлсәй, халыҡ араһында ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып бара.
Ауылда әлеге ваҡытта 300 кеше йәшәй, шуларҙың 60-ы – яңғыҙ ҡатындар, 26-һы – яңғыҙ ирҙәр. Уларға айырыуса иғтибар талап ителә. Ауылда балалар баҡсаһы, мәктәп эшләй, унда ла медицина хеҙмәткәре ярҙамы талап ителеүе ихтимал. Бынан тыш, фельдшерыбыҙ Оло Ҡыҙылбайҙан ике саҡрым алыҫлыҡтағы күрше Сосновка ауылын да хеҙмәтләндерә.
Барлыҡ ауыл халҡы уның эшенән бик ҡәнәғәт. Пациенттар – башлыса өлкән йәштәгеләр. Беҙ донъяға ҡыуанып йәшәйбеҙ: ашарыбыҙға, кейеребеҙгә бар, пенсиябыҙ ваҡытында килә. Тыныслыҡта йәшәгәнебеҙ өсөн мең ҡабат рәхмәтлебеҙ. Олоғайғас бары һаулыҡҡа ғына мохтажбыҙ. Лилиә Баязит ҡыҙы беҙҙе яҡшылап ҡарай, медицина ярҙамынан тыш яҡшы һүҙе менән дә ярҙам итә.
Мин, Флүрә Әбдрәхимова, кинәт ныҡ сирләп киттем. Лилиә “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырҙы, ләкин улар килмәне, сөнки Лилиә Баязит ҡыҙының профессиональ сифаттарға эйә булыуын беләләр һәм уға ышаналар.
Фельдшер пунктына көн һайын бик күп кеше килә, ә унда һәр саҡ таҙа, йылы. Һыуҙың ғына булмауы фельдшерға мәшәҡәт өҫтәй – Лилиә һыуҙы ситтән көйәнтәләп килтерә. Ә эш ваҡыты тамамланғас, йыйыштырыусы эшен дә үҙе башҡара. Бына күпме эш уның иңдәренә ята. Шуға күрә Оло Ҡыҙылбай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына һыу үткәрһәләр, йыйыштырыусы алһалар яҡшы булыр ине.
Лилиә Шабанова – өлгөлө әсә. Тормош иптәше Марат менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Хәҙер улар ғаиләләре менән Сорғот ҡалаһында йәшәй. Марат ҡына яҡты донъяларҙы иртә ҡалдырҙы, урыны йәннәттә булһын.
Лилиә, ифрат ҙур хеҙмәтең өсөн сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм! Һиңә һаулыҡ, шатлыҡ менән ғүмер итеүеңде теләйем.
Флүрә ӘБДРӘХИМОВА, Оло Ҡыҙылбай ауылы.

Автор: