Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
13 Декабрь 2022, 11:00

Ватан именлеге өсөн рәхмәт

Йыл һайын 15 ноябрҙә Оло Ыҡтамаҡ лицейы үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Быйыл үҙенсәлекле юбилей алды йылы – лицейға 149 йыл тулды. Ә был киләһе йылда беҙҙең коллективтың бөтә ағзалары ла мәктәптең эшләү ваҡыты арауығына йомғаҡ яһаясаҡ, билдәле кешеләр, педагогик хеҙмәт ветерандары менән осрашасаҡ, баһалап бөткөһөҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ тигәнде аңлата. Был ҙур датаға әҙерлек барышында коррекцион педагогика кафедраһы педагогтары беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусыларына арналған бер нисә осрашыу ойошторҙо.

Ватан именлеге өсөн рәхмәт
Ватан именлеге өсөн рәхмәт

Лицейҙа гражданлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүленә һәм был эш системалы алып барыла. Беҙҙең учреждениела патриотик тәрбиә биреү эшмәкәрлеге йүнәлештәре бихисап, ләкин ҡайһы берәүҙәрендә туҡталырға теләр инек. Аҙна һайын дәрестән тыш “Иң мөһиме тураһында һөйләшеү” һәм лицейҙың бөтә балаларын йәлеп итеп илһөйәрлек йүнәлешендәге саралар уҙғарыла. Класс етәкселәре менән берлектә лицейсылар был дәрестәрҙә Ватан геройҙарының батырлыҡтары, хәрби дан көндәре, тарихтағы юбилей даталары тураһында һөйләй.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 9 декабрҙә 49-сы һанында уҡығыҙ.

Автор: