Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Ноябрь 2022, 11:00

Шулай йәшәйбеҙ

Илфат Ниғмәтуллин етәкләгән “Илһам” төркөмө, Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы Йонос ауыл биләмәһенең һәр ауылында матур концерт менән сығыш яһап, халыҡты ҡыуандырҙы.

Шулай йәшәйбеҙ
Шулай йәшәйбеҙ

Тәүҙә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин ҡотлау һүҙе алды, байрам тарихын һөйләне. Оҫта конферансье Сәриә Таһирова һәр концерт номерына тапҡыр шиғыр юлдары әҙерләгән. Тыуған еребеҙгә һөйөү, ғорурланыу тойғоларын шиғырҙар аша еткерҙе. Ут эсендә йөрөгән улдарыбыҙҙың имен-аман еңеү менән ҡайтыу шатлығын күрергә яҙһын ‒ һәр беребеҙҙең был теләген артистар ҡат-ҡат иҫкә алды. Шул иҫәптә Ришат, Илсур, Шамил, Роберт, Фларис, Фәнүр ‒ һеҙҙе көтә һәр йорт, һәр йөрәк!
Скетчтар, Айһылыу Лотфуллинаның нәфис бейеүҙәре, Нәзир Мостафин, Йонос ауылының “шаляпины” Илфат Ниғмәтуллин башҡарған рухлы йырҙар алҡыштарға күмелеп башҡарылды. “Афарин-68” инструменталь ансамбле баянсыһы Ринат Лотфуллин – 35 йыл инде сәхнә йондоҙо. Был юлы тамашасы залында уйнап ебәрҙе. Күптәр түҙмәй бейеү көйөнә тыпырлатып төшөп китте, йырлап та ултырҙылар. “Һәр ауылда шулай булды”, – ти Ринат Ғәзимулла улы. Шаян номерҙарҙы Гөлнәзирә Закирова бик яҡшы башҡарҙы, кисәне музыкаль яҡтан да ул биҙәне.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Тайыш ауылында саранан һуң сәй табыны ойошторолдо. Өҫтәлде ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Фәрдиә Әбүбәкирова менән Миләүшә Мостафина әҙерләне.
Районда “Кеше хеҙмәте менән данлы” тигән марафон бара. Үткән аҙнала ошо сара Йонос мәҙәниәт йортонда үтте. Ауыл биләмәһе китапханасылары яҡташтар ижады, уҡымлы китаптар, балаларҙың конкурс һүрәттәренән бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо. Сәхнә түренән халҡыбыҙға хеҙмәт иткән, изгелек сәскән күркәм шәхестәр урын алды.
“Урман рыцары” Ришат Кәримов – Айыптан. Ул ғүмере буйы тәбиғәтебеҙгә ғашиҡ кеше. Уға һәр ағас, һәр үҫемлек, ҡоштар, йәнлектәр, йылға-күлдәр, инештәр таныш һәм ҡәҙерле. Киләһе быуындарға матурлыҡты юҡҡа сығармай һаҡлау ‒ тормошоноң, хеҙмәтенең мәғәнәһе.
Үҙ эшенең оҫтаһы, ағинәй, әсәй һәм яғымлы өләсәй, бик баҫалҡы уҡытыусы Людмила Зиннурова ‒ атай юлын ҡыуған мәғрифәтсе. Бөгөн дә йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау юлында.
Йоностан Миндикамал Нафиҡова бына 38 йыл халыҡ һаулығын хәстәрләп йәшәй. Ярҙам кәрәк икән, Тимерәккә йүгерә. Ҡайғы-хәсрәт килгән йортҡа тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға. Мәктәп байрамдарында ла һаулыҡ һағында.
Бейеүсе, йырсы, музыкант, бөгөн дә фольклор ансамбле етәксеһе Рәмилә Вәхитова ‒ Тайыштан. Ата-әсәһе, туғандары ‒ уҡытыусылар. Династияға – 150 йыл. Ул бөгөн дә мәҙәни сараларҙың уртаһында. Ауыл тарихын өйрәнә, нәҫел сылбырын төҙөй.
Халыҡҡа ихлас хеҙмәт иткән, дан балалар үҫтергән, тормошобоҙҙо күркәмләп йәшәгән абруйлы шәхестәребеҙ арабыҙҙа бик күп. Сәхнәгә саҡырылған ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ тураһында китапханасылар, ауылдаштар һөйләне. Рәүеф Ниғмәтуллин да маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре матур концерт номерҙары әҙерләгән. Тырыш хеҙмәттәрен баһалап, район китапханаһы директоры Светлана Ғәлимова кисәне әҙерләүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.

Автор:Лариса Михалькова