Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Ноябрь 2022, 10:15

Ауыл фельдшеры ярҙамға ашыға

Ауыл урамынан йүгерә-атлай берәү килә. Ул – беҙҙең ауыл фельдшеры Лилиә Ханнанова. Бына инде 13 йыл Бурансы ауылында фельдшер булып эшләй был өлгөр ҡатын. Медицинала Лилиә Нурғәли ҡыҙының дөйөм эш стажы 37 йыл тәшкил итә. Быға тиклем ул Дыуан-Мәсетле участка дауаханаһында эшләне.

Ауыл фельдшеры ярҙамға ашыға
Ауыл фельдшеры ярҙамға ашыға

Бурансы ауылындағы фельдшер пункты унда йәшәүселәр өсөн төп дауалау учреждениеһы булып тора. Фельдшерыбыҙ Лилиә Нур-ғәли ҡыҙы ауылдаштарының һаулығы хаҡында хәстәрлек күрә. Ул – үҙ эшенә яуаплы ҡараған, бурыстарын бөтә күңелен һалып башҡарған белгес. Фельдшерҙың 150 пациентының төп өлөшө – оло йәштәгеләр. Уларға көн дә медицина ярҙамы кәрәк, шуға күрә, сирлеләрҙе ҡабул итеүҙән тыш, ул, тәүлектең ҡайһы ваҡыты һәм һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡына ярҙамға ашыға: укол һала, ҡан баҫымын үлсәй, шулай уҡ ауылдаштары араһында иҫкәртеү эштәре алып бара. Медицина хеҙмәткәренә, бигерәк тә район үҙәгенән алыҫта булған ауылдарҙа, барыһына ла әҙер булырға кәрәк: ашығыс ярҙам күрһәтергә тура килә, һалҡын тейгәндә лә халыҡ уға мөрәжәғәт итә. Лилиә Ханнанова һәр пациентының ауырыу тарихын белә, бының өсөн уға медицина картаһын алыу мотлаҡ түгел. Ауыл халҡы уны ваҡытында дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәткәнгә генә түгел, ә йылы һүҙе менән ярҙам иткәне өсөн дә ярата.
Лилиә Нурғәли ҡыҙы – өйөндә лә өлгөлө әсәй-өләсәй. Уның өсөн ғаиләһе – ныҡлы һәм ышаныслы тыл. Тормош иптәше Мәғәмүр Муллаяр улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, тормош юлына сығарҙылар. Хәҙер улар ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй менән олатай.
Ханнановтар ғаиләһенең хужалығы ҙур. Улар ихата тултырып мал, ҡош-ҡорт тоталар.
Фәнүзә ИСЛАМОВА,
Бурансы ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.

Автор:Лариса Михалькова