Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Ноябрь 2022, 10:30

Лицейға – 149 йыл

15 ноябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейы 149 йыллығын билдәләне.

Лицейға – 149 йыл
Лицейға – 149 йыл

Йола буйынса, көн ҡотлауҙарҙан башланды. Тәүҙә мәктәп музейы директоры Валентина Чебыкина педагогик коллективты, хеҙмәт ветерандарын һәм уҡыусыларҙы лицей радиоһы аша ҡотланы. Уҡыусылар музейҙа Асыҡ ишектәр көнөндә мәктәп асылыу тарихы, уҡыу йортоноң беренсе директорҙары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балаларҙың белем алыуы, билдәле сығарылыш уҡыусылары, ҡаҙаныштар тураһында белде. Әйтергә кәрәк, Валентина Михайловна һәм класс етәкселәре тырышлығы менән мәктәп музейына экскурсияға йөрөү йолаһы күп йылдар дауамында һаҡлана. Балалар экскурсоводты ҡыҙыҡһынып тыңлай, музей экспонаттары менән таныша, фотоальбомдар ҡарай, баһалар китабында яҙма ҡалдыра ала.
Уҡыу йортоноң тыуған көнө уңайынан төрлө йүнәлештәрҙә ижади конкурстар үткәрелде: 1-3 кластар араһында “Минең лицейым” һүрәттәр конкурсы, 1-11 кластар араһында “Лицейға минең бүләгем” ҡул эштәре конкурсы, 3-5 кластар араһында “Минең туған мәктәбем” тасуири һөйләү конкурсы.
Лицей китапханаһында “Минең лицейым” викторинаһы, шулай уҡ “Лицейҙың тыуған көнө” күргәҙмәһе ойошторолдо. Бинаның 1-се һәм 2-се ҡаттарындағы фойела урынлашҡан “Лицей кинотаҫмаһы” стена гәзите конкурсын иң сағыу ваҡиға тип иҫәпләргә мөмкин. Балаларҙың күңелле номерҙарҙан торған концерты ла матур булды. Бында ижади һәм креатив уҡыусылар, лицей етәкселегенән уҡытыу бүлеге мөдире Ксения Привалова, вожатыйҙар Анастасия Худякова, Лилиә Ғарипова һәм, әлбиттә, мәктәптең тыуған көнөн байрам итеүҙә үҙенсәлекле ҡараш таба алған класс етәкселәренең хеҙмәте ҙур. Социаль селтәрҙә фотоһүрәт һәм фотоколлаждар конкурсы ойошторолдо. Унда уҡыусылар класс етәкселәре менән бергә әүҙем ҡатнашты.
Мәктәптең тыуған көнө бик йөкмәткеле һәм сағыу булды. Алда, бер йылдан, уҡыу йортоноң 150 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен, Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлаусыларҙың һәм мәктәп уҡыусыларының сараға әүҙем әҙерләнеп, ҡатнашыуҙарын көтәбеҙ. “Мәсетле тормошо” район гәзитендә мәҡәлә йәиһә шиғыр рәүешендә ҡотлауҙар, иҫтәлектәр күрергә өмөтләнәбеҙ.
Ирина БӘҘРЕТДИНОВА,
Оло Ыҡтамаҡ лицейының класс етәкселәре кафедраһы етәксеһе.

Автор:Лариса Михалькова