Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Ноябрь 2022, 14:15

Билдәле кешеләр тураһында

Аҙанғол клубы эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары хөрмәтенә стела ҡуйылған. Мәрмәр плитаның береһендә һуғышта һәләк булған 33 яугирҙың фамилияһы соҡоп яҙылған, икенсеһендә яу яланынан иҫән-һау йөрөп ҡайт-ҡан 28 яугирҙың исеме тора. Улар араһында Мәғәфүр Рәхимовтың да исемен күрергә була.

Билдәле кешеләр тураһында
Билдәле кешеләр тураһында

Мәғәфүр Рәхимовтың Тайыш ауылында йәшәгән ейәнсәре Рәмилә Вәхитова төҙөгән шәжәрәһенә ярашлы, уларҙың нәҫеле 17 быуатта Аҡбал Яугилдиндан башлана. Халыҡ иҫәбен алыу (Б. Дәүләтбаев брошюраһы буйынса ревизия документы) мәғлүмәттәренә ярашлы, уға 1811 йылда 62 йәш була.
Минең тикшеренеүҙәрем буйынса, ауылда күбеһенсә дүрт ырыу вәкилдәре йәшәй. Шуларҙың береһе – Ҡалмаҡ нәҫеле. Үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың ата-бабалары көньяҡтан килгән һәм тороп ҡалған. Шунан килеп сыҡҡан да инде “ҡалмаҡ” тигән һүҙ, ә Аҡбалдың Яугилдин фамилияһы “яу килеп тороп ҡалғандар” тигәндән килеп сыҡҡан.
Иҫәп алыу буйынса уның улдары – Ғабдулйәмил (1777 йылғы) һәм Ғабдулфаиз (1790 йылғы). Ғабдулфаиздың улдары: Абдулкәрим (1822 йылғы), Шарғанғаҙы (1829 йылғы), Мөхәмәтсаҙиҡ (1834 йылғы) һәм Мирхәйҙәр (1840 йылғы).
Әбделкәримдең балалары: Зәкиә, Мөхәмәтрәхим, Ғәззә, Абдрахман һәм Латип (Латиповтар династияһы тураһында бығаса “Мәсетле тормошо” гәзите һандарының береһендә мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны).
Мөхәмәтрәхим ғаиләһендә Вәҡифә исемле ҡыҙ һәм бөгөн һүҙ алып барылған Мәғәфүр исемле ул тыуған.
Рәхимов Мәғәфүр Мөхәмәтрәхим улы 1900 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, ике класс ҡына белемгә эйә була алған. Златоуст ҡалаһында эш эҙләп йөрөгән саҡта уны Ҡыҙыл Армия баҫымынан көнсығышҡа сигенгән аҡтар армияһына алалар. Уның хәрби билетындағы яҙмаларҙан күренеүенсә, уның армия тормошо бына шулай 1919 йылда башлана.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Ҡыҙыл Армия яғына сыға ала һәм 1920 йылдың февраленән 1922 йылдың июленә тиклем Төркистан фронтында уҡсылар полкында алыштарҙа ҡатнаша.
Златоуст ҡалаһына ҡайтҡас, заводта эшләүен дауам итә. 1926 йылда Йомабикә исемле ҡыҙға өйләнә. Ләкин уларҙың балалары тыуғандан һуң оҙаҡ йәшәмәй. Шуға күрә ололар халыҡ йолаһы буйынса үҙ балаларын һатып алырға кәңәш итә.
1931 йылда улдары Рауил тыуғас, улар уны Яңылбикә исемле бер әбейҙән һатып ала. Ә 1936 йылда Әнүзә исемле ҡыҙҙары тыуа, ул балиғ булғандан һуң бухгалтерлыҡ курстарын тамамлай, Яңыбай ауылы егетенә кейәүгә сығып, хаҡлы ялға сыҡҡансы урындағы колхозда бухгалтер эшен башҡара. 2018 йылда вафат була.
Мәғәфүр Рәхимов 1938 йылда тракторсыға уҡып сыға һәм Силәбе трактор заводында эшләй башлай. МТС ойошторолоу менән ул Силәбе трактор заводынан ЧТЗ тракторын Йыланыш ауылына алып ҡайта һәм колхоз баҫыуҙарында эшләүен дауам итә.
1941 йылдың 3 авгусында уны яңынан армияға саҡыралар һәм 68-се артиллерия полкына фронтҡа оҙатыла. Курск дуғаһында Орел ҡалаһын азат иткәндә яралана, Свердловск эвакуация госпиталендә дауалана. Уның янына ҡатыны, шулай уҡ Тайыштан Анна исемле шәфҡәт туташы бара.
Һауыҡҡандан һуң ул яңынан фронтҡа оҙатыла, 75-се гвардия артиллерия полкында минометсы булып Белоруссия һәм Польша территорияларын азат итеүҙә ҡатнаша.
Мәғәфүр Рәхимов 1945 йылдың 3 авгусында өлкән сержант дәрәжәһендә демобилизациялана. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бихисап миҙалдар менән наградланған.
Мәғәфүр ағай Аҙанғол ауылы колхозында МТС-тан тракторсы булып эшләүен дауам итә. Фронтта алған йәрәхәттәре һиҙҙерә – 1955 йылда вафат була.
Уның улы Рауил аҡыллы, зирәк бала булып үҫә, Мәсәғүт уҡытыусылар институтының физика-математика бүлеген тамамлай. Уҡыған ваҡытта Ҡаранай ауылынан танылған Мөхөтдиновтар нәҫеленән курсташы Гөлдәр исемле ҡыҙ менән таныша.
Рауил Мәғәфүр улы һәм уның ҡатыны Гөлдәр Сабир ҡыҙы ғүмер буйы Яңыбай (Балаҡатай районы) һәм Тайыш мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Улар балаларын тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итә. Өлкән ҡыҙҙары Рәмилә Мәсәғүт педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлаған, Разия – Силәбе политехник техникумында, Рәмиҙә – Өфө китапхана техникумында, Рәүилә – Өфө музыка училищеһында, Ҡазан университетының музыка факультетында уҡыған, улдары Рәмил Башҡорт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлаған.
Шулай итеп, Гөлдәр һәм Рауил Рәхимовтар ғаиләһе балалары һәм ейәндәре менән бергә 200 йылдан ашыу эш стажына эйә булған уҡытыусылар династияһын барлыҡҡа килтерҙе.
Рауил Мәғәфүр улының балалары пенсия йәшендә. Уларҙың барыһы ла – Ҡалмаҡ ырыуы, йәғни Аҡбал Яугилдин нәҫеленән.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
Эске эштәр министрлығы һәм хеҙмәт ветераны,
отставкалағы подполковник.

Автор:Лариса Михалькова