Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Октябрь 2022, 15:00

Сәлим сәләме

Туҡтатыусы көс тә юҡ шулАрғымаҡтай ярһып килеүҙе.Донъя тәмен яңы татығас,Һуңғы баҫҡыстарға менеүҙе.Биргәненә Хоҙай, шөкөр итеп,Һулыштарҙан бары яҙмайыҡ.Ғүмер үтте тийеп зарланмайУфтанмайыҡ әле, янмайыҡ...

Сәлим сәләме
Сәлим сәләме

Матур йырҙар йырлап, гел шатлыҡтарҙа ғына ҡойоноп ғүмере үткән һандуғас кеүек кенә булып булмай шул ул. Тик бәхеттән генә тормай был тормош. Донъя гел бөтөн булмай. Яҙмыш юлында уйҙар уйлата, ҡулға ҡәләм алдыра, йөрәк һыҙлата, күңел һыҡтай... Әммә михнәттәрҙең күберәк булыуына ҡарамаҫтан, донъя барыбер ҡәҙерле ул. Аҡыл тотҡан һыналмыш май-ҙанына әйләнгән тормошо, 1930 йылдың 2 октябрендә Теләш ауылында донъяға килгән Сәлим Йосоп улы Дәүләтшиндың.
92 йыл инде уның аҡылынан тик “аҡ” эҙҙәр генә ҡала. Ауылымда таш та тау ҡәҙере, йәнем кеүек килә һаҡлағым тип йәшәй. Эйе, зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт, хәтерҙә һаҡланғандар ҙа ваҡыт. Ошо ваҡыт һандығында һаҡлана Сәлим олатайҙың да әйтер һүҙҙәре. Ә был алтын һүҙҙәр уның Хоҙайҙан килгән таланты – шиғырҙарында һаҡлана.
Тимәк, Дәүләтшиндар заты ауыл өсөн ҙур хазина тип һанап була. Туғаны Сәғиҙә Йосоп ҡыҙы ла бит үҙенең шиғыр юлдары менән ауылдаштарына илһам өҫтәй. Һыҙҙырып гармунда, мандолинала уйнаған уҡытыусы апалары һаман уҡыусылары күңелдәрендә. 7 синыф тамамлаған Сәлим олатайға тормош “университетын” тамамларға тура килгән. Кемерево өлкәһендә шахтала эшләп сынығып ҡайтыуҙар уны артабан да “һындырмай”. Совет Армияһы сафында 3 йыл артиллерист булып хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәш, сибәр сержант тыуған ауылында төпләнә. Тик ятып өйрәнмәгән Сәлимгә МТС-та эшләү дәүере яңы һөнәрҙәр өҫтәй. Колхозда ул бар эштәрҙә лә актив ҡатнаша. Бар яҡтан һәләтле, ышаныслы Сәлимде колхозға счетовод итеп һайлайҙар (заманында бик абруйлы профессия булған!).
Теләш ҡыҙҙары элек-электән бик уңған, талантлы, һылыуҙар ҙа. Ошо һылыуҙар араһынан асыҡ күк йөҙөндәй, диңгеҙ төҫөндәй зәңгәр күҙле Нәфисәһен һайлап ала йәш счетовод. Һәм үкенмәй. Инде 66 йыл бер бөтөн булып йәшәгән был бәхетле парҙың “ояһына” хатта мөхәббәт йондоҙҙары менән аҡҡоштар ҙа көнләшерлек.
Йосопйән (Йосоп) олатай менән Сәхибьямал инәй улдарына төплө аҡыл, үрнәк биреп, иманлы юлда үҫтергәнгәлер, Сәлим олатай ҙа үҙ ғаиләһе өсөн йән атып йәшәүсе шәхес. Мөхәббәттәре емеше: Альфред, Илшат, Илфир, Альбина, Илфатҡа бар һөйөүҙәрен биреп, наҙға күмеп оло тормош юлына баҫтырған улар. Инде 12 ейән-ейәнсәр менән 9 бүлә олатай-өләсәйҙең йөрәк алмаһы, йөрәк ҡаны. Ҡыҫҡа ғүмерҙе зая ҡылмай, бушҡа үткәрмәй йәшәргә өйрәткән аҡһаҡал менән ағинәй булғанда һәр береһе иманлы юлға ынтыла. Ауылдың бар йәштәрен дә битараф ҡалдырмай Сәлим олатайҙың һүҙҙәре: ғәжәп файҙалы нәмәләр менән мәшғүл булығыҙ. Ҡоро һүҙ кешеһе, ялҡау булмағыҙ, ти ул. Китаптар уҡырға яратҡан, заман менән тигеҙ атлаған олатай зәңгәр экран яңылыҡтарын ҡалдырмай тыңлай. Донъя хәлдәре өсөн янып-көйөп уйлана. Мал-тыуар тотоп йәшәп өйрәнгән был парға нимәлер һаман етмәгән кеүек, аҙбар тирәһен ҡарап, әйләнеп булһа ла керә улар.
Бар һөйөүҙәрен балаларына, уларҙың ғаиләһенә биргән һәр ата-әсә үҙе һуңынан сабыйҙары наҙына, иғтибарына мохтаж булалыр... Балалары быны яҡшы аңлай. Ҡайһы ергә тирең күберәк тама, шул урын күңелгә яҡыныраҡ, көндәре лә, төндәре лә алтынға тиң булалыр. Оло улдары Альфред та ғаиләһе менән атай йортонан йыраҡ түгел донъя көтә. Уның да тире тыуған Теләшендә тупланған. Әсәһенең наҙы йәненә һары май, ә атай наҙы пар ҡанатлы итә был ҙур, бәхетле ғаилә башлығын. Лилиәһе уның йәшәү көсө.
Мөхәббәт кимәлен бала һөйләр тиҙәр. Йәштән һөйөшөп, оло мөхәббәттәрен Ерҙән, күктән бөйөк итеп, вәғәҙәләрен намыҫ антына әйләндергән улар. Сәлим олатай менән Нәфисә инәйгә 3 ейән бүләк иткән был пар, ғаиләләрен тағы ла балдан татлы, гөлдән наҙлы итеп, ҡарарға алған 4 сабыйға үрнәкле әсәй-атай булып йәшәйҙәр. Гүзәл ғаиләлә инде етенсе бала, “Етегән йондоҙға” әйләнгән. Лилиәнең әсә мөхәббәте, хәстәре ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙан бейек, диңгеҙҙән тәрән.
“Йоҡоһоҙ төндәре, тынғыһыҙ көндәре минең киленемдең ҙур сауапҡа бит ул. Донъяһын да матур көтә. Беҙҙе лә хәстәрләп өлгөрә”, – тип арҡаһынан һөйә Сәлим олатай.
“Бала күрмәгән өй, ҡош һайрауын ишетмәгән моңһоу урман бит ул. Күпте белеү генә түгел, күпте аңлау ҙа хас беҙҙең балаларға, иншалла”, – тип ҡыуана Нәфисә инәй ҙә.
– Дары еҫтәре татырға яҙмаһын. Тыныслыҡ юғалмаһын! Олоғая барған һайын йәшәһе килһә лә, серәшеп көткән донъянан баҡыйлыҡҡа күсеп тын ҡалырбыҙ. Бөгөн донъя ҡәҙерен белеп йәшәйек! Сәғәт ватылыуҙан ваҡыт туҡтамай. Йәлләмәйек йылы һүҙҙәрҙе. Сәләмләшеп торайыҡ! – тип оҙата Сәлим олатай.
Резеда ШӘМСЕТДИНОВА.

Сәлим сәләме
Сәлим сәләме
Сәлим сәләме
Сәлим сәләме
Сәлим сәләме
Сәлим сәләме
Автор:Лариса Михалькова