Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Октябрь 2022, 10:00

Мөнәжәт кисәһе

Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы уңайынан мөнәжәт әйтеү сәнғәтен тергеҙеү маҡсатында “Көйлө иман һүҙе – мөнәжәт” фольклор кисәһе уҙҙы.

Мөнәжәт  кисәһе
Мөнәжәт кисәһе

Үҙәк район китапханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, мөнәжәт – башҡорт музыкаль-шиғри фольклорының иң боронғо һәм популяр лирик жанрҙарының береһе. Көнкүреш тасуирламаһы менән “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары” китабында (С. Г. Рыбаков) шундай билдәләмә бирелә: мөнәжәт – Аллаға мөрәжәғәт итеү, дини йөкмәткеле шиғырҙар. Башҡа төр аңлатмаларҙа – көйлө шиғыр, йәшерен доға, дини гимн, псалом. Улар айырым алынған кешеләрҙең һәм йәмғиәттең уй-фекерҙәрен, борсолоуҙарын, хис-тойғоларын шиғри формала еткерә.
Сараны алып барыусы Гүзәл Хәйретдинова ҡунаҡтарҙы халҡыбыҙҙың мәҙәниәт тарихы менән таныштырҙы: йолалар һәм халыҡ фольклоры тураһында һөйләне. Беренсе мөнәжәтте Һөләймән ауылынан Фәнүзә Дусмөхәмәтова башҡарҙы. Шулай уҡ Әбдрәхим ауылынан Сажиҙә Фәйзрахманова, Яңы Мөслим ауылынан Илүсә Әхмәтшина, Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Роза Зәйнуллина, Ләмәҙтамаҡ ауылынан Илгизә Лоҡманова башҡарыуында мөнәжәттәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Был мөнәжәттәрҙе улар иғтибар менән тыңланы.
Мөнәжәттәрҙең күңел тыныслығы биреүе мәғлүм. Район халҡы араһында бындай таланттар барлығын аңлау ҡыуаныслы, бынан тыш, мөнәжәттәрҙең текстары тәрән мәғәнәһе, ғилеме менән айырылып торҙо.
Мөнәжәт – башҡорт фольк-лорының бер өлөшө, шуға күрә уларҙы тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу мөһим.
Светлана СЕРГЕЕВА әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова