Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Сентябрь 2022, 12:00

Минең Башҡортостаным

Октябрьский ҡалаһынан отставкалағы подполковник Мәғсүм Кәримовтың хатын баҫтырып сығарабыҙ. Хәрби хеҙмәткәр булғанға, уға йыш ҡына бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөргә, күп ерҙәрҙе күрергә тура килә. Ул үҙенең һайлаған һөнәрен шуның өсөн ярата ла инде. Рәсәйҙең бихисап ҡалаларында йәшәй. Ҡайҙа ғына булмаһын, ул һәр саҡ тарих, тәбиғәт менән ҡыҙыҡһына, ғалим һәм яҙыусы Лев Гумилевтың уҡыусыһы була, Строгановтар нәҫелен өйрәнә.

Минең Башҡортостаным
Минең Башҡортостаным

Хәҙер Мәғсүм Миңлеәхмәт улына 70 йәш, ул тыуған ҡалаһына күсеп ҡайта, әммә шөғөлдәренә тоғро ҡала – сәйәхәт ҡылыуын, тарихты өйрәнеүен дауам итә, “Ҡарағай” шифаханаһында була.
“Миңә икһеҙ-сикһеҙ Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә булырға тура килде, шулай ҙа уның тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары һәм кешеләре менән Башҡортостан минең өсөн иң яратҡан урыным булып ҡалды. Мәсетле районы мине саф һауаһы һәм таҙа һыуы менән әсир итте.
Моғайын, тормошта төрлө яҡтарҙа булырға кәрәктер. Сәйәхәт иткәндә кеше донъяны танып белә. Хәҙерге ваҡытта күптәр Төркиәгә йә Мысырға ынтыла. Һуңынан күпме тапҡыр барғандары хаҡында һөйләйҙәр. Улар менән Башҡортостан тураһында әңгәмә ҡорорға яратам. “Республикала “Ыҡ” исемле күпме йылға бар?” – тигән һорауға улар юғалып ҡала, яуапты белмәй. Бындайҙар төбәктә – биш, ә элек алты булған: Күгәрсен районында Оло Ыҡ һәм Кесе Ыҡ йылғалары бар, Мәсетле районында ла ике – Ыҡ һәм Оло Ыҡ, бишенсеһе Татарстан сигендә аға һәм унда сәғәт бүлкәте үтә. Элек алтынсыһы Яйыҡ булһа, хәҙер Урал тип үҙгәртелде.
Тарихсылар иҫләүенсә, монгол ғәскәрҙәре Рәсәй еренә килгәндә Ыҡ йылғаһы аша сыҡҡан, әлбиттә, йылға тулы һыулы булған.
Күгәрсен районында Оло Ыҡ Мораҙым тарлауығы буйлап аға. Ундағы матурлыҡты һүҙ менән генә аңлатып булмай. Мин ике тарлауыҡта ла булдым. Шуларҙың береһендә ҡасандыр кешеләр йәшәгәндер, сөнки унда усаҡ урындары бар. Текә ҡаяларҙа үҫкән ағастар айырыуса оҡшаны. Улар текә ҡаяның яланғас таштарына шул тиклем ныҡ тотонған, хатта хайран ҡалаһың. Мин унда рухы төшөнкө кешеләрҙе алып барыр, ағастарҙың үҙ ғүмере өсөн көрәшеүен күрһәтер инем. Ә Оло Ыҡтың һыуы ниндәй саф, унда хатта бәрҙеләр ҙә йөҙә!
Башҡортостандың Мәләүез районында ла ҡыҙыҡлы урындар бар. Унда XVIII быуаттағы баҡыр иретеү заводының корпустары һаҡланған.
Урал тәбиғәтен һөйөүселәргә Күгәрсен районы аша Бөрйән районына барып, иҫ киткес матур тәбиғәтен ҡарарға кәңәш итер инем.
Мәсетле районының Ыҡ йылғаһы уҙған XVIII быуатта завод хужалары һәм тоҙ сығарыусы Строгановтарҙы ҡы-ҙыҡһындырған. Сөнки йылға Камаға ҡойған. Пугачев ихтилалы ғына Башҡортостандың төньяғын үҙләштереү буйынса был пландарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй.
“Башҡортостанда нисә кәшәнә бар?” тигән һорауға ла күптәр яуап бирә алмай. Пирамида хаҡында беләләр, кәшәнә хаҡында юҡ. Башҡортостанда улар өсәү. Уларҙың икәүһе Шишмә районында урынлашҡан, улар – Турахан һәм Хөсәйенбәк. Өсөнсөһө Күгәрсен районында – Бәндәбикә кәшәнәһе. Кәшәнәләрҙең һәр береһе – халыҡ тарихы.
Һәм Башҡортостан белгестәре өсөн һуңғы һорау: тимер юлы булмаған, әммә тимер юл вокзалы төҙөлгән ҡаланы әйтегеҙ. 1913 йылда Өфөнән Пермь яғына тимер юл төҙөргә планлаштырыуҙарын күптәр белмәй. Беренсе донъя һуғышы, артабан революция уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырырға ирек бирмәй. Ә бына Бөрө ҡалаһында вокзалды төҙөп өлгөргәндәр.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, башҡорт халҡы элек күсмә тормош алып барған һәм ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар менән тығыҙ бәйләнештә булған, әүҙем тормош алып барған. Сыңғыҙ хандың яугирҙарынан яҡлағандар.
Был һуғыш 14 йыл дауамында барған, әммә улар баш-ҡорттарҙы еңә һәм яулай алмаған”.
Ләйсән АБЗАНОВА
әҙерләне.

Һүрәттә: “Ҡарағай” шифаханаһы, Ыҡ йылғаһы.

Автор:Лариса Михалькова