Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
28 Май 2022, 10:00

Бер фотоһүрәт тарихы

Әжекәй ауылынан Иньдюсь Сәмиғуллин үҙенең йәш сағындағы фотоһы менән уртаҡлаша.

Бер фотоһүрәт тарихы
Бер фотоһүрәт тарихы

Ул Япон диңгеҙе сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт итә.
– Мин 1959 йылдың 11 авгусында район хәрби комиссариатының Дыуан берекмәһе тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылдым, – тип һөйләй ул. – Фото 1959 йылдың 15 октябрендә Приморье өлкәһе, Партизан районы, Екатериновка ҡасабаһында төшөрөлгән. Һүрәттә – Мәсетле районынан хеҙмәткә саҡырылыусылар: икенсе рәттә һулдан уңға Данис Шафиҡов (Оло Ҡыҙылбай ауылы), Вәкил (Ләмәҙтамаҡ), Сухарев (Ключевой) һәм мин; беренсе рәттә һулдан уңға Миҙхәт Дәүләтбаев (Оло Аҡа), Хәбирйән Усманов (Яңы Мишәр), Шәрифулла (Абдулла).
Иньдюсь Хатип улы өс йыл хеҙмәт итә, тыуған ауылына 1962 йылда әйләнеп ҡайта.
Хеҙмәттәштәр!
Һеҙҙе Ил сиген һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Яҡшы кәйеф, уңыш, бәхет, оҙон ғүмер теләйем. Иң мөһиме – уяулыҡты юғалтмағыҙ!
Сик буйы һаҡсыһы
Сәмиғуллин.

Автор:Лариса Михалькова