Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
27 Май 2022, 11:35

Рәхмәт Һеҙгә, уҡытыусы!

18 майҙа беҙҙең Түбәнге Бобин мәктәбендә лә 9-сы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Рәхмәт Һеҙгә, уҡытыусы!
Рәхмәт Һеҙгә, уҡытыусы!

Класс етәксеһен “икенсе” ата-әсә тип йөрөтәләр, һәм был шулай ҙа. Һоҡланғыс педагог, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Румия Рауфан ҡыҙы Ғәбитова биш йыл дауамында беҙҙең балаларға ғына түгел, беҙгә – уларҙың ата-әсәләренә лә – иң яҡын кешегә әйләнде. Уның менән бергә балаларҙың уңыштарына һөйөндөк, уңышһыҙлыҡтарҙы бөтөрөү юлын эҙләнек. Балаларҙың шуҡлығы, хаталары тураһында ваҡытында хәбәрҙә булдыҡ. Тиҫтәләгән ата-әсәләр йыйылышы уҙғарҙыҡ.
Һәләтле педагог булараҡ, балаларҙы берләштереп, класты татыу иттегеҙ. Һеҙҙең һәләтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Төплө аҡылығыҙ, изге, кешелекле булыуығыҙ, беҙҙең балаларға биргән белем һәм оҫталыҡ, ошо йылдар дауамында уҡыусыларға биргән һөйөү һәм күңел йылыһы өсөн ҙур рәхмәт Һеҙгә. Һеҙ – иң яҡшы класс етәксеһе!
Ата-әсәләр.

Автор:Лариса Михалькова