Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
27 Май 2022, 14:30

Бөйөк Еңеүҙе данлап

Еңеү байрамын Яңы Мөслим ауылы халҡы тантаналы һәм матур итеп ҡаршылаған. Был хаҡта гәзит уҡыу-сыларға Яңы Мөслим үҙәкләштерелгән клуб системаһы методисы Рания Ҡорбанова һөйләй.

Бөйөк Еңеүҙе данлап
Бөйөк Еңеүҙе данлап

“Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған ата-бабаларының фоторәсемдәрен, сәскәләр тотҡан ауыл халҡы, шул иҫәптән уҡыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары “Үлемһаҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Улар төп урам буйлап сафҡа теҙелеп үтте һәм Еңеү паркына юлланды.
Ауылдаштарын байрам менән ҡотлап Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Хәлилов, ауыл старостаһы Сәлимйән Хәкимов, ветерандар советы рәйесе Рәис Һаҙыев, яугир-интернационалистар Фәнил Хаматуллин, Фәдис Байрамғәлин, мәктәп директоры Альберт Йыһаншин, имам Рәфис Нурисламов мөрәжәғәт итте.
Һәйкәлгә сәскәләр һәм веноктар һалынды. Яу яланында ятып ҡалған ауылдаштарҙы һәм тыныс тормошта вафат булған ветерандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Артабан, йола буйынса, 1 – 9 класс уҡыусыларының сафҡа теҙелеп атлауына шаһит булдыҡ.
Байрам концертын Фәүзиә Һаҙыева менән Дания Ҡәйүмова алып барҙылар. Ҡунаҡтар алдында Яңы Мөслим ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, Зөлфирә Сәлимова етәкселегендәге “Зөбәржәт” ансамбле сығыш яһаны, Гөлнур Хәлилова, Дания Ҡәйүмова, “Күгәрсен” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылар башҡарыуында патриотизм, тыуған илгә һөйөү тураһында шиғырҙар яңғыраны.
Байрам һуңында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарашын хуплап һәм Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Рәсәй һалдаттарына рәхмәт йөҙөнән “Алға, Рәсәй!” йыры яңғыраны.
Байрам концерты тамашасылар күңелендә йылы һәм матур тойғолар ғына ҡалдырҙы. Халыҡ Еңеү көнөнә арналған программаның иҫтә ҡалырлыҡ булыуын билдәләне.
Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто булмауына ҡарамаҫтан, халыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Байрамдарға балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен, уҡыусыларҙы, өлкән йәштәгеләрҙе йәлеп итәләр, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары әүҙем ҡатнаша”.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова