Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
17 Май 2022, 09:10

Йырҙы ғүмерлек юлдаш итеп

Май байрамдарында Абдулла ауылында Зөлфирә Сәлимова етәкселегендәге районда билдәле “Зөбәржәт” фольклор коллективының “Йыр менән ғүмер юлынан” тип исемләнгән концерты уҙҙы.

Йырҙы ғүмерлек юлдаш итеп
Йырҙы ғүмерлек юлдаш итеп

Тамаша бик матур, күңелле килеп сыҡты. Коллектив ысынлап та сығыштарын иң яҡшы йырҙар, яңы композиция менән тулыландырып, бик ҡыҙыҡлы, тулы программа әҙерләгән. Бик күп тарихи, татар һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте менән бәйле, шаян йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр ҙә булды.
Фольклор коллектив ағзалары һәр ваҡыт әүҙем, аралашыусан, күңелдәре менән йәш булып ҡала белә. 18 һәләтле артистың һәр ҡайһыһы бер үк ваҡытта музыкант та, йыр башҡарыусы ла, бейеүсе лә.
Коллектив төрлө инструменттарҙа, атап әйткәндә, баянда, гармунда, ҡумыҙҙа, һыҙғыртҡыста, ҡалаҡта, бубенда, барабанда һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнай.
Инструменталь ансамбль башҡарыуында “Ауылым иртәһе”, “Мәсетле көйҙәре”, “Туған тел” йырҙарынан попурри яңғыраны.
Шулай уҡ Фәүзиә Һаҙыева, Фәрит Ғибәҙуллин, Мөхәмәтнур Харрасов һәм Зөлфирә Сәлимова башҡарыуындағы йырҙар ауыл халҡының күңеленә хуш килде. Луиза Хәбибуллинаның силәк менән татар халыҡ бейеүе бик уңышлы булды. Һәр концерт номерын тамашасы ҡул сабып алҡышланы.
Фәүзиә Һаҙыева концертты бик матур, мауыҡтырғыс итеп алып барҙы.
Шулай уҡ коллектив эстәлекле фольклор композиция – “Орсоҡ туйы” халыҡ йолаһын күрһәтте. Сағыу әйбер, сәхнә костюмдары, матур биҙәлгән сәхнә күҙ яуын ала, ҡатнашыусыларҙың асыҡ, моңло тауыштары күңелдәрҙе күтәрә. Һәр артист үҙенә тәғәйен ролде ысын күңелдән килештереп башҡарҙы.
Халыҡ фольклорының онотолмауы, бөгөн дә яңғырауы, уның йәшәүе бик ҡыуаныслы. Беҙҙең районда ул уникаль коллектив башҡарыуында һаҡланып килә һәм үҙ тамашасыһына барып етә.
Концерт бер тында, йылы атмосферала уҙҙы. Ансамблдең етәксеһе – һәләтле музыкант, иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул концерттың тәүге номерынан алып һуңғыһына тиклем баянда күңелле, моңло көйҙәре менән оҙатып барҙы. Абдуллалар күңелле ял итеп, ҡәнәғәт ҡалды.
“Зөбәржәт” ансамбленең дәрте йәш коллективтарға тиң, көс-ҡеүәт, оптимизм менән һуғарылған. Уларға артабан да матур сығыштары менән беҙҙе ҡыуандырып тороуҙарын теләйбеҙ.
Был – ысынлап та профессиональ коллектив. Тамашасы, артистарҙы сәхнәнән сығармай, һәр номерҙы оҙаҡ алҡышланы. Халыҡ, аяҡ үрә баҫып, йырсыларға ҡушылып “Йәшә, йәшә, минең Мәсетлем” йырын башҡарҙы.
Тамашасылар исеменән хеҙмәт ветераны, педагог Рәмзиә СӘҒҘӘТОВА.

Автор:Лариса Михалькова