Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Март 2022, 14:10

Үҙ булмышын тапҡан

Һоҡланғыс ҡатын, бар күңелен һалып яратҡан эшен башҡарған балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе хаҡында һөйләгем килә.

Үҙ булмышын тапҡан
Үҙ булмышын тапҡан

Елена Зинурова Әләгәҙ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып 1991 йылда, махсус белем алғандан һуң, эшләй башлай һәм бына инде 32 йыл дауамында, көндөҙ кескәй балаларға әсәйҙәрен алмаштырып, һайлаған һөнәренә тоғро булып ҡала.
Бөгөн уның төрлө йәштәге “Ысыҡҡай” кесе йәштәгеләр төркөмөндә 18 бала йөрөй. Иртәнсәк уларҙы тәрбиәселәре ҡыҙыҡлы танып белеү китаптары, йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, туптар һәм баш-ҡа уйынсыҡтарға бай ғәжәйеп балалар баҡсаһы ишеге янында йылмайып ҡаршы ала.
Елена Анатольевна үҙ тәрбиәләнеүселәрен бер-береһенә ҡарата изгелекле булырға, йорт хайуандарын яратырға өйрәтә, уйынсыҡтарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әкиәттәр уҡый. Аҙаҡтан балалар, бер-береһен уҙып, белгән яңылыҡтары тураһында һөйләй, теге йәиһә был хәлдә нисек эш итергә кәрәклеге хаҡында уйлана. Улар изгелеккә, яҡшыны ямандан айырырға өйрәнә, китап геройҙарының ҡылыҡтарын баһалай.
– Беҙҙең өсөн балаларҙың барыһы ла ҡәҙерле, – ти ул. – Сит балалар булмай, тигән фекер менән тулыһынса килешәм һәм тормошта үҙ булмышымды табыуыма шатмын.
Тәжрибәле тәрбиәсе һәр сабыйға үҙ балаһына кеүек ҡарай. Был һөнәр кешеләре бала һәм уның ғаиләһе тормошонда мөһим роль үтәй, сөнки ата-әсәләр уларға иң ҡәҙерлеһен – балаһын ышанып тапшыра. Шуға ла тәрбиәсе ата-әсәләрҙең ышанысын юғалтмаҫҡа, ә уны нығытырға кәрәклеген яҡшы аңлай.
Елена Зинурова – бик дәртле һәм алсаҡ кеше. Коллегалары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған, һәр эштә уға таянырға мөмкин.
Был ҡатында хеҙмәт һөйөүсәнлек, һөнәргә һәм балаларға һөйөү, педагогик оҫталыҡты камиллаштырыуға ынтылыш кеүек матур сифаттар берләшкән. Ул педагогик советта, йыйылыштарҙа, методик берекмә эшендә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның сабыйҙары балалар иртәлектәрендә сығыш яһай, шиғыр һөйләй, йыр башҡара, конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Зөлфиә АБДУЛХАКОВА,
“Шишмәкәй” балалар
баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Автор:Лариса Михалькова