Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Февраль 2022, 10:40

Тормошобоҙҙоң яҡты маяғы

Әсәй... Ниндәй матур, яғымлы һүҙ. Был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына иң яҡын кешенең һыны килеп баҫа. Һәр кемгә үҙ әсәһе яҡшы, ҡәҙерле, барыһынан да матурыраҡ. Минең өсөн дә ул иң матуры, иң гүзәле, иң яғымлыһы, иң-иңдәрҙең береһе. Уның йылмайыуын донъялағы бер байлыҡҡа ла тиңләп булмай. Балам, тип, беҙҙең өсөн өҙөлөп тороуы – иң ҙур бәхеттер ул.

Тормошобоҙҙоң яҡты маяғы
Тормошобоҙҙоң яҡты маяғы

Ауыр саҡта ла, ҡыуаныслы мәлдә лә әсәй кәрәк. Ул беҙҙең өсөн терәк, таяныс. Беҙгә ғүмер бүләк иткән, аяҡҡа баҫтырған, бала сағыбыҙҙы бәхетле иткән, кешеләргә ҡарата иғтибарлы булырға өйрәткән – ул әсәй. Ул йылмайһа, бөтә донъя ҡояш нурҙарына мансылып, яҡтырып киткәндәй.
Беҙҙең ғаиләбеҙҙең йылытып тороусы ҡояшы, ел-ямғырҙан ҡурсалаусы изге фәрештәһе – 15 февралдә 85 йәшлек юбилейын ҡаршылаған ғәзиз әсәйебеҙ, герой-әсә, хеҙмәт ветераны, һуғыш ветераны ҡатыны Сәкинә Шакирйән ҡыҙы Әхмәтйәнова тураһында булыр һүҙем.
Ваҡыт аяуһыҙ алға елә... Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡый-ған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 77 йыл тула. Был ҡәһәрле һуғыш тарих битендә ҡалһа ла уны халыҡ хәтеренән юйыу мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың шәфҡәтһеҙ ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ. Бөйөк Еңеүгә һәр ғаилә ҡаһармандарса өлөш индергән.
Һуғыш башланғанда Аҙанғол ауылы ҡыҙы Сәкинәгә 4 йәш тулған була. Атаһы, минең олатайым, Латипов Шакирйән һуғышҡа тиклем колхозда бригадир булып эшләй, ә 1942 йылдың мартында фронтҡа алына. 1944 йылдың февралендә Ленинградты азат иткәндә һәләк була. Өләсәйем Сәмсиҡәмәр 4 бала менән тороп ҡала. 1943 йылда ағаһы Ризван да илде фашистарҙан азат итеүселәр сафына баҫа һәм танкист булып Берлинға тиклем барып етә.
Шулай итеп, әсәйем Сәмсиҡәмәр өләсәйем, апаһы Рәшиҙә, һеңлеһе Мәрйәм менән тороп ҡала. Ауыл хал-ҡы менән бергәләп улар фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡтарын күрһәтә, иңдәренә көс еткеһеҙ ҡыйынлыҡтар төшөүенә ҡарамаҫтан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Үкенескә ҡаршы, 16 йәшлек һеңлеһе 1957 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була.
Һуғыш әсәйемдең һәм уның тиҫтерҙәренең бәхетле бала сағын урлай. Тормоштоң әсеһен ныҡ татыған, ауыр эш күреп үҫкән, аслыҡ-яланғаслығын да кисергән һуғыш осоро балалары улар. Тылда ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ирҙәр башҡара торған бөтә ауыр эштәрҙе үҙ иңдәренә алған, 100 грамм он өсөн иртәнән кискә тиклем тир түккән. Уларҙың немец илбаҫарҙарын ҡыйратыуға бөтә көстәрен биреп, “Бөтәһе лә еңеү өсөн!” тип эшләгәндәре әсәйемдең хәтерендә ныҡ һаҡланған. Әсәһенең арыҡ ат, хәлһеҙ һыйырҙы егеп ер һөргәндәре, тырматҡандары, иң баштарына биҙрә бәйләп, ҡул менән һибеп ашлыҡ сәскәндәре, ураҡ урып, көлтә бәйләгәндәре, ә һуңынан ошо көлтәләрҙе аттар менән ташып, әүен һуҡҡандары бөгөнгөләй хәтерендә.
Әсәйемдең һөйләгәндәре күңелемдә уйылып ҡалған: “Ул һуғыш йылдары бик һыуыҡ, ә йәйҙәре матур, ҡояшлы була торғайны. Беҙ, бәләкәй генә ҡыҙҙар һәм малайҙар, апрель урталарынан уҡ ялан аяҡ йөрөй башлайбыҙ. Тәбиғәт үҙе лә беҙгә ярҙам иткәндер, тип уйлайым: балтырған, шыма көпшә, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, таулыҡай һәм башҡа бик күп үләндәрҙе йыйып, киптереп, бешереп ашай инек. Баҡсала үҫкән кесерткән, сөгөлдөр япраҡтары һәм алабута менән серек бәрәңге крахмалынан бешерелгән йәймәләр ҙә тәмле була торғайны”.
Бөйөк Еңеү! Һуғыштан һуңғы йылдарҙа әсәйем колхозда төрлө эштәр башҡара: сәсеүҙә лә ҡатнаша, урманын да киҫә, МТС-та ла эшләргә өлгөрә.
Йәш саҡ – дәртле саҡ. Ауыр колхоз хеҙмәтенән ҡайтҡан йәштәр тау башына киске уйынға йыйыла. Әхирәттәре менән килгән әсәйем шунда атайым Ғәлиулла Әхмәтйәнов менән таныша. Ике ғашиҡ өйләнешеп, 1965 йылда Иҫке Мишәр ауылына килен булып төшә әсәйем. Шулай итеп, оло йөрәкле әсәйем 5 балалы атайыма тормошҡа сығып, тағы ла 6 балаға ғүмер бүләк итеп, бергәләп 11 бала үҫтерәләр, уҡытып, белем биреп оло юлға баҫтыралар. Бөгөн балалары, 22 ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәре әсәй, өләсәй, ҡәртнәй тип өҙөлөп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ бөгөн эргәбеҙҙә юҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлиулла Хәсән улы Әхмәтйәнов ҡаты ауырыуҙан һуң 1990 йылда вафат булды.
Килен булып төшкәс, әсәйем БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоз эшенә ең һыҙғанып тотона. Унда алдынғы һауынсы була. Уңған, етеҙ, егәрле киленде ауыл халҡы үҙ итә, депутат итеп һайлап ҡуя. 1969 йылда эше, юғары күрһәткестәре, фиҙаҡәр хеҙмәте “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” юбилей миҙалы менән баһалана, 1977 йылда – “Герой-әсә”, 1987 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән бүләкләнә.
Әсәйемдең тормош юлы ауыр бул-һа ла үкенесле түгел. Ул иле алдында ла, балалары алдында ла үҙенең изге бурысын үтәгән.
Хәҙерге көндә әсәйем ауылыбыҙҙың ағинәйе. Ул гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙә бер буш урын юҡ – шаулап гөлдәре сәскә ата.
Аш-һыуға ла бик оҫта. Бешергән аштары, мейестән яңы сыҡҡан икмәгенең тәмле хуш еҫе өйгә тарала, беҙ йоҡонан тороуға телде йоторлоҡ тәмле майлы ҡоймағы ла әҙер.
Ә иң яратҡан шөғөлө – бәйләм бәйләү, сигенеү. Уның алтын, етеҙ ҡулдарына күҙ эйәрмәй, ҡайһы арала ойоҡбаш, кофта, шәл бәйләп өлгөрә.
Әсәйем – тегенсе лә. Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында фабрикала тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Уның бәйләгән әйберҙәре, теккән күлдәк-салбарҙары әсәйемдең күңел йылыһын, күҙ нурҙарын һаҡлай.
Әсәйем – ул донъяла иң яҡшы кеше. Уның йомшаҡ ҡулдарын, яғымлы һүҙҙәрен, серле ҡарашын бер нимә менән дә сағыштырып булмай. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сабырлыҡ, күркәмлек кеүек сифаттары, төплө, аҡыллы кәңәштәре, уҡыған доғалары менән тормошта һәр беребеҙгә үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙам итте. Ул бөгөн дә балалары тураһында хәстәрлек күреп йәшәй.
Киләсәктә лә шулай беҙҙе ҡыуандырып, яҡты нурҙарың менән өйҙө йылытып, күңелдәргә илһам өҫтәп тор, әсәйебеҙ, беҙҙең бөтмәҫ шатлығыбыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, һинең яғымлы ҡарашың, әйткән аҡыллы һүҙҙәрең беҙҙең тормошобоҙҙа маяҡ булып торасаҡ.
Гөлнәзирә ИМАМОВА.

Автор:Лариса Михалькова