Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
28 Декабрь 2021, 10:00

Дәүләт янғын хеҙмәте инспекторы иҫтәлегенә

Йыл һайын 27 декабрҙә район янғын һүндереү хеҙмәте Ҡотҡарыусылар көнөн билдәләй.

Дәүләт янғын хеҙмәте инспекторы иҫтәлегенә
Дәүләт янғын хеҙмәте инспекторы иҫтәлегенә

Был көн Эске эштәр министрлығының янғын һағы идаралығы исемен (УПО) Эске эштәр министрлығының янғын һүндереү авария-ҡотҡарыу хеҙмәте итеп (ПАСС) алмаштырыу осоронда – 1991 йылда барлыҡҡа килде. Һуңынан янғын һағы хеҙмәте Эске эштәр министрлығы системаһынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағына тапшырылды.
Был хеҙмәт барлыҡҡа килгәндән алып 300 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ул ғәмәлгә ашырылған осорҙан алып, дәүләт янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә ҙур иғтибар бүлә.
Архив мәғлүмәттәренә яраш-лы, 30-сы йылдарҙа беҙҙең районда тәүге янғын хеҙмәте инспекторы булып Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан Коряков эшләй. Ул бер юлы Мәсетле, Балаҡатай һәм Дыуан райондарын хеҙмәтләндерә.
Өҫтәмә штат берәмеге индерелгәндән һуң, 1938 йылдан алып районда оҙаҡ йылдар Оло Ыҡтамаҡтан Фуфаев Федор Васильевич эшләй. 1946 йылдан башлап Дәүләт янғын күҙәтеү инспекцияһы начальнигы вазифаһын А. Я. Худяков, В. И. Кореков, Р. Х Вәхитов, В. А. Ярушин, С. Н. Перевышин, В. В. Кореков башҡара. Уларҙың бурыстарына янғын һүндереү частары, шул иҫәптән ойошма, колхоз һәм совхоздарҙа ирекле янғын дружинаһы эшен ойоштороу һәм алып барыу, төҙөлөш объекттары урынын билдәләү һәм уны тамамлағандан һуң ҡабул итеү, йыл һайын учреждениеларҙы янғын хәүефһеҙлегенә тикшереү һәм башҡа эштәр инә.
Беҙ ошо инспекцияның бер етәксеһе – һоҡланғыс кеше, тыуған еренең патриоты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Армия офицеры Худяков Арсений Яковлевич хаҡында һөйләргә теләйбеҙ.
Район хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, Арсений Яковлевич 1914 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. 1941 йылдан – Ленинград фронтында, ә 1944 йылдың майынан икенсе Белоруссия фронтында һуғыша. Уның награда ҡағыҙҙарының береһендә Верхнеднепровский орденлы Б. Хмельницкий полкының командиры майор Добжиндың яҙыуы һаҡлана. Уға ярашлы, 1945 йылдың 14-21 ғинуарындағы хәрби хәрәкәттәр барышында Пульток ҡалаһының төньяғында нығытылған оборонаны өҙгәндә Арсений Худяков тармаҡ-ара бүлексә менән оҫта етәкселек итеп, полк штабы һәм командир менән бәйләнеш булдырып, был полк-ка ҙур юғалтыуһыҙ дошманға зыян килтереп, пехотаға ҙур тиҙлек менән алға барыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек биргән һәм шуның өсөн ул наградаға – “Ҡыҙыл Йондоҙ” орденына лайыҡ булыуы тураһында яҙмаһы бар. А. Я. Худяков 2-се дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены (1944 йыл) һәм бихисап юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Арсений Яковлевич һуғышты капитан дәрәжәһендә тамамлай. 1946 йылда тыуған яҡтарына ҡайтҡас, үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә янғын хеҙмәте инспекторы булып башлай.
Уның кабинеты иҫке милиция бинаһында дежур часть кабинеты янында, ә күҙәтеү выш-каһы һәм янғын машинаһы өсөн гаражы булған район янғын һүндереү часы Ленин урамы башында урынлашҡан була. Эшләү өсөн уға ат беркетелә.
1969 йылда Милиция көнөн билдәләгәндә Арсений Худяковҡа “Урал” мотоциклы бирелә.
Төп эштән тыш, ул партия ойошмаһы секретары ла була.
Ул эшләгән осорҙа янғын сыҡҡанда ҡайҙа барырға, кемгә биҙрә, багор, лом һәм башҡа янғын һүндереү сараларын алырға икәнен аңлатҡан яҙыу ауылдарҙа һәр йортта бар ине. Һәр ауылда янғын була ҡалһа тип, егеүле ат арбаһында ҡул насосы менән йыһазландырылған һыу мискәһе булды. Кешеләрҙең тәүлек әйләнәһенә дежурлығы ойошторолдо.
Өлкәндәр һөйләүе буйынса, Арсений Яковлевич талапсан, принципиаль һәм эрудициялы булған. Өлгөлө ғаилә башлығы. Хәләл ефете Татьяна менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
1973 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Арсений Яковлевич Өфөгә балалары янына күсеп китә, унда ул республика Эске эштәр министрлығының Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе була. Әммә оҙаҡ эшләргә яҙмай: 1974 йылда, ҡаты сирҙән һуң, йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ул тыуған төйәге – Оло Ыҡтамаҡ ауылында ерләнгән.
Йыл һайын, 9 май алдынан, район эске эштәр бүлеге һәм янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре уны иҫкә алып, ҡәберенә сәскәләр һала.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
Эске эштәр министрлығы ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы,
Радик ВӘХИТОВ,
Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветераны, отставкалағы эске хеҙмәт майоры.

Автор:Лариса Михалькова