Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
14 Декабрь 2021, 16:00

Беҙҙең фитнес буйынса тренерыбыҙ Ильвина!

Әләгәҙ ауылында өсөнсө йыл рәттән фитнес буйынса дәрестәр бара. Беҙ унда ҙур теләк менән шөғөлләнәбеҙ.

Беҙҙең фитнес буйынса тренерыбыҙ Ильвина!
Беҙҙең фитнес буйынса тренерыбыҙ Ильвина!

Тренерыбыҙ – Ильвина Хәйерзаманова. Ул һәр ваҡыт етеҙ, әүҙем, уның менән сәғәттәр буйына төрлө темаларға аралашырға була, дөрөҫ туҡланыу буйынса кәңәштәр бирергә лә әҙер. Беҙ барыбыҙ ҙа уны яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Фитнес-тренер һөнәре хаҡында һүҙ барғанда, бөтәһе лә еңел эш тип күҙ алдына килтерә. Ул көнө буйы яратҡан музыкаһына бейеп, күңел аса, сәләмәтлеген ҡайғырта тип көнләшеп ҡараусылар ҙа барҙыр. Ысынында иһә барыһы ла улай түгел: фитнес-тренерҙың эше бик ҡатмарлы һәм яуаплы, ул бигерәк тә физик һәм әхлаҡи яҡтан сыҙамлылыҡ талап итә. Ильвинаны ысынлап та кәүҙәнең үҫешенә, ябығыуына һәм үҙгәреүенә ҙур өлөш индергәне өсөн алҡышларға кәрәк.
Ул, кешеләр менән эшләгәнлектән, бер ни тиклем психолог ролен дә башҡара. Кемгәлер дөрөҫ туҡланыу ярҙам итмәй, йәиһә артыҡ тән ауырлығы менән йәшәү ауыр булыуы тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәрҙе тыңларға тура килә. Әммә ул
үҙенең һәр клиентына аңлап ҡарай, ихлас ярҙам итә. Шуға күрә беҙ уның менән күнекмәләрҙән һуң һөйләшергә яратабыҙ, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, кроссовкалар модаһын барлайбыҙ. Башҡа һорауҙарға ла ихлас яуап табырға тырыша ул.
Ябай физик күнекмәләрҙе үтәү иҫ киткес рух күтәренкелеге бирә һәм беҙ үҙебеҙҙе яҡшыраҡ тоя башлайбыҙ. Әгәр һеҙ ҙә һомғол булырға, көс-дәрт өҫтәргә, хәлегеҙҙе яҡшыртырға теләһәгеҙ, дипломлы фитнес-тренер Ильвина дәрестәренә яҙылығыҙ (тел. 8-917-401-75-14) һәм үкенмәҫһегеҙ!
Зөлфиә АБДУЛХАКОВА,
Әләгәҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар
советы рәйесе.

Автор:Лариса Михалькова