Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Декабрь 2021, 19:00

Әсәйебеҙҙең яҡты иҫтәлегенә

40 көн элек беҙҙең әсәйебеҙ Рычкова Людмила Зәғәфүрән ҡыҙының ғүмер юлы өҙөлдө.

Әсәйебеҙҙең яҡты иҫтәлегенә
Әсәйебеҙҙең яҡты иҫтәлегенә

Ул 1936 йылдың 15 майында Оло Ыҡтамаҡ ауылында донъяға килгән. Бала сағы ауыр һуғыш йылдары һәм унан һуң да еңел булмаған осорҙа уҙа. Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Златоуст ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға инеп, фельдшер-акушер һөнәрен үҙләштереп сыға. Тыуған яғына ҡайтҡас, уны Ҡорғат ауылына акушер итеп тәғәйенләйҙәр. Уҙған йылдарҙы, ул осорҙа эшләүе бик үк еңел булмаһа ла, йылы хәтирәләр менән иҫкә ала ине. Фельдшер пунктында йәшәй. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, егелгән ат арбаһында йәиһә тракторға ултырып Ҡорғат, Юлай, Тимербай ауылдарына бала тыуҙырыу өсөн барырға тура килә. Балалар күп тыуа. Әсәйҙәр өйҙә бәпәйләй. “Буласаҡ әсәләр тыңлаусан ине, ике йыл эсендә балалар үлеме осрағы булманы”, – тип иҫкә алды әсәйем. Йөклөлөк ауыр уҙған осраҡта ғына район үҙәгенә йүнәлтмә бирә.
Ике йылдан һуң әсәйебеҙ Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһына эшкә күсә, оҙаҡламай кейәүгә сыға һәм ире менән Златоуст ҡалаһына күсеп китә. Барыһы ла яҡшы була: фатир, ҡала дауаханаһында эш, әммә күңел ауылға тарта һәм 1971 йылда ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылына кире әйләнеп ҡайта. Әсәйебеҙ хеҙмәт юлын дауахананың ойоштороу-методика кабинетында балалар фельдшеры эшмәкәрлегендә дауам итә. Ул унда 1996 йылға тиклем 25 йыл эшләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы Зәйнәп Талип ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә хеҙмәт итә. 1970 йылдар башында табип-педиатрҙар етешмәй, шуға ла әсәйебеҙгә балаларҙы ҡабул итергә лә тура килә. Аҙаҡтан яҡшы балалар табиптары төркөмө эш башлай: Айһылыу Искәндәрова, Зильфира Заһитова һәм Миндиямал Шараева.
Балалар буйынса фельдшер булараҡ әсәйем йыш ҡына фельдшер пункттарына бара, балалар ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса эш торошон, документ эшен тикшерә, фельдшер-ҙарға методик һәм практик кәңәштәр биреп ярҙам итә. Йыш ҡына райондың йә бер, йә икенсе ауылына барырға тура килә.
Әсәйем дауахананың баш табиптары Д. Г. Дилмөхәмәтовты, П. С. Чусовты, Ф. Ғ Каевты һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. “РСФСР медицина хеҙмәткәрҙәре һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, “СССР һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәләре, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ.
Һөнәре буйынса бурыстары күп булды, әммә бынан тыш йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашып йөрөргә ваҡыт тапты: дөйөм мәктәп ата-әсәләр комитеты ағзаһы, Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, дүрт саҡырылыш ауыл советы депутаты, район Советының башҡарма комитеты ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзаһы булды.
Һоҡланғыс кеше! Битараф булмаған, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, эскерһеҙ, изге күңелле, әүҙем – бына шундай булды беҙҙең әсәйебеҙ. Ул намыҫлы, ғәҙел, оптимист булыуы, тормошто яратыуы, аңлай белеүе һәм яҡындарының тормошонда ярҙам итеүе менән айырылып торҙо.
Өйҙә ул хәстәрлекле әсәй һәм ҡатын, ғаилә усағын һаҡлаусы булды. Уның изгелеге һәм фиҙаҡәрлеге сикһеҙ ине. Яҡшы хужабикә. Яратҡан ғаиләһен тәмле аштары, хуш еҫле бәлештәре менән һыйланы. Баҡса эшен яратты: емеш-еләк, сағыу сәскәләр тулы булыр ине. Ал-ял белмәгән хеҙмәтсән ҡатын булды.
Әсәйебеҙ тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең күңелдә мәңге һаҡланыр. Яратабыҙ, юҡһынабыҙ.
Әсәйебеҙҙе белгәндәр, уның менән бергә эшләгәндәр, күрше йәшәгәндәр, уны беҙҙең менән бергә иҫкә алһағыҙ ине. Ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын.
Ҡыҙҙары.

Автор:Лариса Михалькова