Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
7 Декабрь 2021, 10:00

Арҙаҡлы шәхес

Ошо көндәрҙә Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе абруйлы шәхес, ветерандар ойошмаһы етәксеһе, хеҙмәт ветераны Дим Ҡотдос улы Ишбулатов 75 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Арҙаҡлы шәхес
Арҙаҡлы шәхес

Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең педагогик хеҙмәт ветераны Дим Ҡотдос улы Ишбулатов Ғүмәр ауылында донъя-ға килә. Ә өлгөргәнлек аттестатын ул Өфөләге хәҙер Рәми Ғарипов исемен йөрөткән 1-се һанлы мәктәп-интернатта ала. Башланғыс синыфтарҙан уҡ гуманитар фәндәрҙе үҙ итә, бигерәк тә тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Буш ваҡыттарында әҙәби китаптар уҡырға әүәҫ булһа, спорт өлкәһендә шахмат уйнауҙы, гер күтәреүҙе һайлай. Тарих фәненә һөйөүҙе мәктәп-интернат уҡытыусыһы, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университеты профессоры, республикаға киң билдәле ғалим Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров уята. Ошо һәләтле педагог биргән төплө белем Дим Ҡотдос улына артабан БДУ-ға имтихандарҙы уңышлы тапшырып, тарих факультетына уҡырға инергә ярҙам итә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә башлай.
1970 йылда тырыш уҡытыусы В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Быны ул өлкән коллегалары күрһәткән оло ышаныс тип ҡабул итә һәм артабан уны аҡлау өсөн барлыҡ көсөн һала.
Ватаныбыҙ алдындағы изге бурысын үтәп, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайт-ҡандан һуң, яҙмышын Рая исемле ҡыҙ менән бәйләй. Йәш ғаиләлә улдары Фәнис, игеҙәк ҡыҙҙары Айһылыу менән Айгөл донъяға килә.
Мәктәптә эшләгән осорҙа ул директор, уҡытыу бүлеге мөдире, профком рәйесе вазифаларын уңышлы башҡара. Шулай уҡ совет осорона хас булған йәмәғәт эштәрен үҙ өҫтөнә ала: агитатор, пропагандалаусы йөкләмәләрен үтәй. Тырыш, намыҫлы педагог уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһына әйләнә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Дим Ҡотдос улы халыҡҡа хеҙмәт итеүен ташламай. 2005 йылдан бирле ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара. Һайлау комиссияларында әүҙем эшләй. Район энциклопедияһын әҙерләгәндә Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар тарихы, шәжәрәләр буйынса бай материал туплай.
Элекке уҡыусыларының ихтирамын тойоу, уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – уҡытыусы өсөн иң юғары награда. Хәҙерге заманда, бигерәк тә йәш быуын араһында кешелеклелек, башҡаларға изгелек эшләү, биргән вәғәҙәңде үтәргә ынтылыу, намыҫ, выждан кеүек сифаттарҙың кәмей барыуына, социаль ғәҙелһеҙлектең үҫеүенә борсолоу белдерә педагог.
Быйыл яҙ айында туғандары һәм балалары менән Дим Ҡотдос улы менән Рая апайҙың бергә бәхетле, татыу йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләп үтергә насип булһа, ошо көндәрҙә Дим Ҡотдос улы үҙе 75 йәшлек оло юбилейын ҡаршы алды. Уның фотоһы һәм ҡыҫҡаса биографияһы Башҡортостан Республикаһының арҙаҡлы шәхестәре китабына индерелгән.
Беҙҙе изгелеккә, яҡындарыбыҙҙы һәм дуҫтарҙы хөрмәт итергә, тыуған илде яратырға өйрәткәнегеҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә, Дим Ҡотдос улы! Киләсәктә лә изге эштәрегеҙҙе дауам итергә, әүҙем булып ҡалырға яҙһын. Һаулыҡ, ғаилә бәхете, тыныс тормош теләйбеҙ.
Данис Ғәлимов,
Дыуан-Мәсетле ауылы.

Арҙаҡлы шәхес
Арҙаҡлы шәхес
Автор:Лариса Михалькова