Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
30 Ноябрь 2021, 16:00

Тормош китабы

1 декабрь – беҙҙең өсөн иҫтәлекле көн: әсәйебеҙ Венера Фәйзулла ҡыҙы Хәбибуллина 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо тантаналы көн менән һине, ҡәҙерлебеҙ, беҙҙең ҙур һәм татыу ғаилә – атайыбыҙ, ҡыҙҙарың, ейәндәрең һәм бүләләрең ихлас ҡотлай. Быйыл апрелдә атайыбыҙ Әшрәфйән Нурый улы Хәбибуллиндың 90 йәшлек юбилейы уңайынан район гәзитендә уның тормош һәм ижад юлы тураһында “Тормош китабы” исемле мәҡәлә баҫылып сыҡты. Ошо теманы дауам итеп, әсәй, һинең менән бергә хәтирәләрҙә үткәндәргә яңынан әйләнеп ҡайтырға һәм һинең тормош һуҡмағың, тарихи дәүерҙәр менән киҫелешеп барған юлдар буйлап үтергә теләйем.

Тормош китабы
Тормош китабы

Бала саҡтан хәтирәләр
Әсәйем 1931 йылдың 1 декабрендә Яңы Мөслим ауылында эшсе-крәҫтиәндәр Шәрифә Миңлеәхмәт ҡыҙы һәм Фәйзулла Ғәйфулла улы Ғәйнуллиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Әсәйемдән башҡа ғаиләлә тағы ла ике бала була: ағаһы Фәрих һәм һеңлеһе Фәғилә.
Данлыҡлы токарь олатайымды йә Балаҡатай районының Ямаш ауылына эшкә ебәрәләр, йә Оло Ыҡтамаҡҡа оҫта-көйләүсе итеп саҡыралар, йә Әләгәҙгә йүнәлтәләр. Әйткәндәй, әсәйем башланғыс мәктәпте Оло Ыҡтамаҡта тамамлай.
1941 йылдың 22 июне, йәкшәмбе. Ыҡтамаҡта һабантуй иғлан ителгән. Район халҡы кем аттарҙа, кем йәйәүләп район үҙәгенә йүнәлә. Әммә оло ҡайғы байрам йәмен ебәрә – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ир-егеттәрҙе фронтҡа туплайҙар.
Олатайым бронь буйынса тылда ҡала һәм станоктарҙа хәрби техника өсөн деталдәр әҙерләй. Өләсәйем ауыл хужалығы эштәренә йәлеп ителә. Уҡыусыларҙы ла йыш ҡына был эштәргә ебәрәләр. Ауыл халҡы яугирҙәргә йылы әйберҙәр менән посылкалар әҙерләй. Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!
Ғаилә Оло Ыҡтамаҡҡа һуғыштан һуң, 1946 йылда, ғына кире килә. Бында әсәйебеҙ мәктәпте тамамлай.

Тормошҡа юллама
Йәш ҡыҙ Венераның хеҙмәт биографияһы 1948 йылда башлана – Мәсетле райсоветы башҡарма комитетына коммуналь хужалыҡ бүлегенә бухгалтер итеп алалар, һуңынан социаль тәьминәт бүлегенә өлкән бухгалтер итеп тәғәйенләнә.
Бухгалтер хеҙмәте кабинет стеналары менән генә сикләнеп ҡалмай. Ай һайын бүлек хеҙмәткәрҙәрен ауылдар, кустар буйлап пенсионерҙарҙың, һәләк булған хәрбиҙәр ғаиләләренең һәм инвалидтарҙың ғаилә хәлен тикшереү, түләнгән пенсия һәм пособиелар иҫәбен алып барыу өсөн ебәрәләр.
Тәбиғәттең төрлө миҙгелендә, көндөң ниндәй булыуына ҡарап тормай, берәр һыныҡ икмәк менән ауылдар буйлап йөрөргә һәм бөтөнләй таныш булмаған әбейҙәрҙә ҡунырға тура килһә лә, эше әсәйемә бик оҡшай.
1954 йылдың авгусында әсәйемде район хәрби комиссариатына серле производство мөдире итеп эшкә саҡыралар. Яуаплы эш, татыу коллектив, әммә 1958 йылдың ғинуарында райондағы хәрби комиссариатты Дыуан районына ҡушалар.

Беҙ айырылмабыҙ
Әсәйебеҙ тураһында атайыбыҙҙан башҡа һөйләү мөмкин түгел. Һәр ҡатын, ғаиләне өҫтөн ҡуйып, һөнәри карьераһын икенсе планға күсерә. Район хәрби комиссариатында эшләгәндә әсәйем атайым менән таныша. Ә танышыуҙары уларҙың район Мәҙәниәт һарайында була.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа районда йәштәр күп ҡала. Район үҙәгенә йәштәрҙе яңы асылған “Яңы юл” артеле – “кустпром” ылыҡтыра. Был цехта халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса заказдар үтәйҙәр, тегеү, аяҡ-кейем йүнәтеү, быйма баҫыу һәм хатта төймә әҙерләү ғәмәлгә ашырыла.
Ирҙәр күлдәге өсөн ялтыр төймәләрҙе йылғанан йыйылған ҡабырсаҡтарҙан әҙерләйҙәр. Артель урынлашҡан Беренсе май һәм Память Коммуны урамдары киҫелешендә өйөлөп ятҡан ҡабырсаҡтарҙы күрергә була ул ваҡыттарҙа.
Кистәрен эштән һуң йәштәр Ибәтов Мөхәмәтхай етәкселек иткән мәҙәниәт йортона йыйыла. Бейеү, концерттар, спектаклдәр, бөткөһөҙ репетициялар – йәштәр араһында мәҙәни тормош ҡайнай.
Атайым ул ваҡытта район Советы башҡарма комитетында дөйөм бүлек мөдире булып эшләй.
Бына ул сәхнә – яҙмыштарҙы бәйләүсе сәхнә. Ул Ш. Шахғәлиҙең “Беҙ айырылмабыҙ!” спектаклендә һуғыштан һуҡырайып ҡайтҡан һалдат, ҡыҙ – уны ҡараған йәш медсестра. Бер-берҙәренә һөйөү тойғоһон белдереү, тоғро ҡалырға ант бирешеүҙәр: “Беҙ айырылмабыҙ!”.
Атай-әсәйемдең яҙмышын билдәләгән был спектакль бына инде 65 йыл дауам итә. Атайымды осратҡанға тиклем әсәйем В. Собко әҫәре буйынса ҡуйылған “За вторым фронтом” спектаклендә лейтенант Таня Егорованы уйнай, тағы ла бик күп сәхнә әҫәрҙәрендә ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай, район хоры менән Өфөгә үҙешмәкәр сәнғәт республика смотрына бара.
Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында атай-әсәйебеҙҙең тағы ла бер сығышы алҡыштарға күмелә, халыҡ хәтерендә оҙаҡҡа уйылып ҡала.
Артистар район мәҙәниәт йортонда ғына түгел, ауыл клубтары сәхнәләрендә лә сығыш яһай.
Ә шул арала ғаиләлә ике ҡыҙ үҫеп килә.
1963 йылдың мартында әсәйем район милиция бүлегенә эшкә урынлаша, әммә ике йылдан, штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле, эшһеҙ ҡала.
1965 йылдың июлендә уны райсовет башҡарма комитетының финанс бүлегенә эшкә алалар, ә 1971 йылдың апрелендә Дәүләт страховка инспекцияһына – өлкән бухгалтер итеп, һуңынан өлкән экономист итеп күсерәләр.
Страховкалау системаһында 15 йыл эшләп, 1986 йылдың декабрендә әсәйем пенсияға сыға.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен Венера Фәйзулла ҡыҙы, ниндәй генә вазифа биләмәһен, ул үҙ бурысына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәте өсөн уны етәкселәре хөрмәт итте, хеҙмәткәрҙәр араһында абруйы ҙур булды, ә йәш хеҙмәткәрҙәр өсөн тәжрибәле һәм аҡыллы остаз ине.
Коллегалары янында эшлекле мөнәсәбәт һаҡлап алып ҡалған әсәйем яҡындары һәм дуҫтары араһында бөтөнләй икенсе кеше – һоҡланғыс ҡатын: аралашыусан, һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Йомшаҡ холоҡло, әҙәпле, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы тормош хәлдәрендә характер ныҡлығы һәм ихтыяр көсө күрһәтә белә. Уның тәрән зиһене һәм тормош тәжрибәһе кәңәш һорап килеүселәрҙе ваҡытында ауыр хәлдән сығара. Ә уның сабырлығы, тоғролоғо ғаиләбеҙҙең бәхет нигеҙе булып тора.

Йырға тиң йырлы ғүмер
Йылдар сылбырынан ғүмер теҙеп
Берсә талғын, берсә ҡабалан.
Һиҙҙермәйсә алыҫ араларға
Алып китә икән был заман.
Был юлдар әсәйем менән атайымдың алтын туйҙарына бағышланғайны.
Тәбиғәт атай-әсәйебеҙгә сәхнәлә уйнау өсөн артислыҡ һәләте генә түгел, ә моң һәм матур тауыш та биргән. Бер ғаилә тантанаһы ла йырһыҙ үтмәне. Атайым йырҙы башлап ебәрә, әсәйем уға ҡушыла. Күңелдәрҙе тетрәндерерлек моң ағылып, йөрәктәргә үтеп инә. Ул моң саф һыулы шишмә кеүек, унан татлы һыу эске килә.
Атайымдың көслө тауышына әсәйемдең ҡыңғырауҙай сыңлаған наҙлы гәлсәр тауышы ҡушыла. Әсәйемдең күңеле лә шундай нескә. Көслө атайым һәм наҙлы әсәйем – улар икеһе бер бөтөндө тәшкил итә.
Йырлы ғүмер! Йырлы тормош! Улар тормош юлынан йәнәш атлап ҡына ҡалмай, ә бер-берҙәренә күңел йылыһын бүләк итә. Атайымдың әсәйем эргәһенә ултырып, ҡулдарын алып, уны үҙ ҡулдары менән йылытыуын, наҙлауын күреү шул тиклем тулҡынландырғыс.
Ярты быуаттан ашыу дауам иткән һөйөү һәм хөрмәт, үҙ-ара аңлашыу һәм хәстәрлек.

Матурлыҡ алиһәһе Венера
Бала саҡтағы бер фоторәсем хәтеремә һеңеп ҡалған: алда сәскәле күлдәк кейгән өләсәйем ултыра, уның артында балалары тора. Йәш ҡыҙ бала Венера шул тиклем сибәр – алиһәләр ерҙә бар икән, Венера алиһәһендә нәҡ әсәйемдең йөҙө булырға тейеш кеүек.
Һәр кеше өсөн әсәй – иң матуры, иң изгеһе, иң наҙлыһы.
Әсә йөрәге – ул сикһеҙ һөйөү һәм эскерһеҙ тоғролоҡ менән тулы донъя.
Ә уның ҡулдары!? Атай менән бергә өс ҡыҙҙы, алты ейәнде аяҡҡа баҫтырған, бөгөн дә һигеҙ бүләһен үҫтерергә ярҙам иткән был наҙлы, әммә шул уҡ ваҡытта көслө әсә ҡулына бағышлап ниндәй йыр йырларға!?
Ә әсә ҡулдары! Улар һине тәрбиәләй ҙә, күңелеңде лә дауалай: унан бер нәмәне йәшереп булмай.
Һиҙгер һәм аҡыллы әсәкәйебеҙ, һин балаларыңды һәм ейәндәреңде йомшаҡ ҡына итеп, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан тәрбиәләнең. Ейәндәрең һине Ер йөҙөндәге иң яҡшы өләсәй, ти. Балаларың һиңә оҡшарға тырыша.
Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлебеҙ, беҙгә ғүмер бүләк иткәнең өсөн! Ейәндәреңдә һәм бүләләреңдә дауам иткән ғүмер өсөн. Сағыу, бай, бәхетле ғүмер өсөн.
Тормош юлынан бергә барғаныбыҙ өсөн беҙ Хоҙайға рәхмәтлебеҙ.
Әсәкәйебеҙ, иртән татлы йоҡонан уянғанда һинең ҡарашты күреү, тауышыңды ишетеү, ҡулдарыңдың йылыһын тойоу шундай рәхәт!
Ҡыҙың Лилиә.

Тормош китабы
Тормош китабы
Тормош китабы
Тормош китабы
Автор:Лариса Михалькова