Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
23 Ноябрь 2021, 09:55

Үҙ тәғәйенләнешен тапҡан

30 йыл элек Зөлфиә Ғиниәтова беҙҙең “Родничок” балалар баҡсаһына эшкә урынлашты.

Үҙ тәғәйенләнешен тапҡан
Үҙ тәғәйенләнешен тапҡан

Шул йылдар дауамында ул мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, мәктәпкә әҙерләү менән шөғөлләнде: балаларҙы хәреф танырға, һанарға, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтте. Уның хеҙмәтенә бирелгән характеристикала яҙылыуынса, педагог федераль дәүләт стандарттары талаптарына ярашлы эшләй, әүҙем уҡытыу формалары һәм ысулдарына эйә, күнекмәләр ваҡытында тәрбиәләнеүселәр менән төркөмдә һәм һәр береһе менән шәхсән шөғөлләнә. Рәсми документтағы был һүҙҙәр балаларға һөйөү менән тулы тотош ғүмер тураһында һөйләй.
Уның дәрестәре формаһы һәм йөкмәткеһе менән айырылып тора, балалар күнекмәләренә теләп йөрөй, ә иң мөһиме – һөҙөмтә бирә: Зөлфиә Рәсим ҡыҙының күпселек уҡыусылары артабан мәктәптә яҡшы уҡый.
Зөлфиә Ғиниәтова уҙғарған байрам саралары ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтә. Уның тәрбиәләнеүселәре ауыл клубында төрлө концерттарҙа сығыш яһай: йырлай, бейей, шиғырҙар һөйләй, сығыштары менән ауылдаштарын даими ҡыуандырып тора.
Талапсан педагог, үҙенең тирә-яғында күңелле һәм уңайлы мөхит булдырған ихлас һәм ярҙамсыл кеше, яҡшы ойоштороусы балалар баҡсаһында абруй менән файҙалана, йылдан-йыл үҙенең йәш тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләренең ышанысын һәм өмөтөн аҡлай.
Зөлфиә Рәсим ҡыҙы үҙ тәғәйенләнешен тапҡан тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин.
Зөлфиә АБДУЛХАҠОВА, Әләгәҙ ауылының
“Родничок” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Автор:Лариса Михалькова