Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
17 Ноябрь 2021, 10:15

Лицейға – 148 йыл: ваҡиғалар теҙмәһе

15 ноябрҙә Оло Ыҡтамаҡ лицейы тыуған көнөн билдәләне

Лицейға – 148 йыл: ваҡиғалар теҙмәһе
Лицейға – 148 йыл: ваҡиғалар теҙмәһе

Йылдар уҙа. Беҙҙең күҙ алдында ил үҙгәрә, мәктәп үҙгәрә. Бөгөн лицей ниндәй тормош менән йәшәй?
Лицей – ул төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер юғары һөнәри, ижади, әүҙем, эҙләнеүҙәр өсөн асыҡ педагогик коллектив. Уның составы оҙаҡ йылдар дауамында тотороҡло ҡала. Педагогтар – хеҙмәттәшлек, хөрмәт, ышаныу мөнәсәбәттәре өҫтөнлөк алған, ә уңышҡа өлгәшеү атмосфераһы тормош нормаһына әйләнгән фекерҙәштәр командаһы. Һәм, әлбиттә, юғары һөҙөмтәләргә ынтылған беҙҙең уҡыусылар. Бөгөн беҙҙең лицейҙа уҡыған, башҡа уҡыу йорттарында белем алған лицейсылар йәиһә инде эшләп йөрөүселәр – барыһы ла туған мәктәп планкаһын юғары тота. Улар изге күңелле, ярҙамға килергә әҙер, мауығыусан, һәләтле уҡыусыларыбыҙ, ҡайһы ваҡыт шуҡ булһалар ҙа, беҙҙең өсөн – иң яҡшыһы.
148 йыл эшләү осоронда лицейҙа күп үҙгәрештәр булған. Ыҡтамаҡ училищеһынан алып лицейға тиклем уҙған тарих тураһында һөйләп киткем килә.
1873 йылдың 15 ноябрендә ике класлы училище асыла – был беҙҙең тәүге мәктәп булды. Архив документтары буйынса тәүге уҡытыусы – Златоуст өйәҙенең Сыростан мәктәбенән килгән Дмитрий Лукин. Ул 1883 йылға тиклем директор вазифаһын башҡара.
1883-1900 йылдарҙа училище эше менән Михаил Мунин идара итә. Ул 1893 йылда мәктәп тормошон яҡшы ойошторғаны өсөн 20 һум аҡса менән бүләкләнә.
Златоуст училищеһы советы ағзаһы, дин әһеле Федор Стрелков 1896-1897 уҡыу йылдары отчетында түбәндәгене яҙа: “Ағымдағы йылдың йәйендә Ыҡтамаҡ мәктәбенә яңынан ремонт эшләнде, матур таш ҡойма менән кәртәләп алынды. Уҡытыусылар мәктәп янында емеш-еләк баҡсаһын, умарталыҡ булдыра. Уҡыусылар уҡытыусыларына оҡшарға тырыша”.
Семен Крючков хәтирәләренән: “Мин мәктәпкә 1899 йылда төштөм. Мәктәптә өс класс бер бүлмәлә уҡыны. Беренсе һәм икенсе класс уҡыусылары өсөн буятылмаған ултырғыс, оҙон өҫтәл булды. Унда 5-6 бала ултырҙы. Өсөнсө класс уҡыусылары өсөн парта булды. Һәр класта 32 бала уҡыны. Ҡабатлау таблицаһын ятланыҡ, арифметика фәне булды, уҡырға өйрәндек. Төп фән – Хоҙай Законы, һәр көн һайын доға ятланыҡ. Дин әһеле бик талапсан булды, өйгә эште әҙерләп килмәһәң, тубыҡландырып ҡолаҡты ауырттырып тарта торған ине. Дәфтәр булманы, таҡтаға грифель менән яҙа торғайныҡ”.
1914 йылда уҡыу йорто башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә, дүрт класс уҡый.
1929 йылда Валентина Шәйҙуллина етәкселегендә Крәҫтиән йәштәре мәктәбе итеп үҙгәртелә. Ете йылдан һуң ете йыллыҡ мәктәп булып китә.
1939 йылда 10 йыллыҡ уҡыу ваҡыты менән урта мәктәпкә әйләнә. 1940 йылдарҙа өсөнсө һәм дүртенсе биналар барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡамауҙа ҡалған Ленинград ҡалаһынан эвакуацияланған юғары белемле педагогтар уҡыта.
1962 йылда хеҙмәт мәктәбе тип атала һәм 11 йыллыҡ уҡыу ваҡыты билдәләнә.
Бишенсе бина 1963-1964 йылдарҙа төҙөлә. Ә өс ҡатлыһы – 1969-1970 йылдарҙа. Башҡорт һәм татар телдәре уҡытыу процесына 1981 йылда инә. Шул уҡ йылда Хәрби Хеҙмәт даны бүлмәһе асыла, аҙаҡтан ул “Тере хәтер” тип аталған мәктәп музейына әйләнә.
1990 йылдарҙа махсус, фольклор, физкультура, гуманитар кластар, видеостудия барлыҡҡа килә. Мәктәп өс йыл дауамында эксперименталь режимда эшләй.
Яңы бина уҡыусыларҙы 2008 йылда ҡабул итә. Яңыртылған мәктәптә индустриаль-юридик колледж эшләй, лицей статусы раҫлана.
Төрлө йылдарҙа Андрей Русев, Дмитрий Михайлов, Василий Шеломинцев, Федор Шиблев, Федор Левченко, Анна Зотова, Зинаида Булатова, Михаил Швецов, Анатолий Глухов, Нина Филиппова, Елизавета Фомина, Иван Могильников, Валентина Чебыкина, Валерий Исрафилов, Динара Досс, Зөһрә Михайлова, Виктор Закомлистов мәктәп директорҙары булды. 2020 йылдан директор вазифаһын Надежда Бабушкина башҡара.
Ошо йылдар эсендә белем биреү учреждениеһы төрлө конкурс дипломанты һәм лауреаты, “Белем” грантына, “Рәсәй Гимназия союзы” ағзаһы исеменә һәм башҡа юғары баһаларға лайыҡ булды. Лицей уҡыусылары уҡыуҙа, белем алыуҙа, фәнни эштәрҙә юғары уңыштарға өлгәшә. Ҙур теләк менән район, республика, федераль кимәлдә уҙған төрлө конкурс, конференция һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Тағы ла бер уңыш күрһәткесе – берҙәм дәүләт имтиханы һәм Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында юғары балл йыйған уҡыусыларҙың ҙур исемлеге.
2021-2022 уҡыу йылында лицейҙа 880 бала белем ала. Лицей составына туғыҙ филиал инә. Коллективта 70 уҡытыусы эшләй, шулар араһында – бер “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, ике “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, биш Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, 20 Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, дүрт Рәсәй дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре һәм бер атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Мәктәп йылдары, ваҡытҡа ҡарамай, алға тәгәрәй, ә мәктәп барыбер йәш булып ҡала, сөнки ул йыл һайын яңы, йәш тауыштар менән тулылана.
Валентина ЧЕБЫКИНА,
Оло Ыҡтамаҡ лицейының
музей етәксеһе.

Лицейға – 148 йыл: ваҡиғалар теҙмәһе
Лицейға – 148 йыл: ваҡиғалар теҙмәһе
Автор:Наркес Халиуллина