Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Ноябрь 2021, 16:00

Беҙҙең супер өләсәй

Киң мәғлүмәт сараларының Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителгән “Супер өләсәй” конкурсында Һөләймән ауылынан Рәйлә Сафина, районда иң күп тауыш йыйып, еңеүсе тип табылды һәм “Республика Башкортостан” гәзитендәге төркөмдә өсөнсө урынға сыҡты. Һөйөклө өләсәһе хаҡында Өфөлә йәшәгән ейәнсәре Илүзә Сафинаның хатын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙең супер өләсәй
Беҙҙең супер өләсәй

“Һөләймән ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле өләсәйебеҙ Рәйлә Хәтмулла ҡыҙы Сафина 1939 йылдың 16 ғинуарында Көршәле ауылында тыу-ған, Яңы Мишәр урта мәктәбендә 7 класс тамамлаған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән өләсәйебеҙ донъя ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татып үҫә, шуға ла “Һуғыш балалары” тигән танытма алыуы уның өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды. Ҡәҙерле кешебеҙҙең йәшлеге лә ауыр йылдарға тура килә, ләкин ул бирешмәгән, ғаиләһенең иң төп ярҙамсыһы булып, үҙ тиҫтерҙәре кеүек үк бик йәшләй эшкә егелгән.
1956 йылда Мәсетле районы Һөләймән ауылы егете Рәфис Сафинға кейәүгә сығып, бәхетле ғаилә булып, матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр. Олатайыбыҙ ғүмере буйы колхозда комбайнсы, ә өләсәйебеҙ быҙау ҡараусы һәм һауынсы булып эшләйҙәр. Уларҙы тырыш хеҙмәттәре өсөн юғары исемдәр менән бүләкләйҙәр. Олатайыбыҙ дүрт тапҡыр КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының почет грамоталарына, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исемгә һәм дә өс тапҡыр “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән юғары исемгә лайыҡ булһа, өләсәйебеҙ – хеҙмәт ветераны, социалистик ярыш ударнигы. Өләсәйем шулай уҡ ҡәйнәһенә яҡшы килен булып, уны һуңғы көнгәсә ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлына оҙата.
Сафиндар ғаиләһенең йәме – бер-бер артлы тыуған бер ҡыҙҙары, биш улдары. Уларҙы һәр береһен бына тигән үҫтереп, матур тәрбиә биреп, тормошҡа аяҡ баҫтырырға тырышалар. Ата-әсәһе ярҙамы менән бөтә балалары тиерлек юғары белем алып, матур ғаиләләр ҡороп, бына тигән тормош көтәләр. Иң оло ҡыҙҙары Фатима Салауат районы Арҡауыл ауылында шәфҡәт туташы була, ә оло улдары Дауыт Тобольск ҡалаһында йәшәй, нефтсе булып эшләгән, хәҙер улар икеһе лә хаҡлы ялда. Уртансы улдары Рәүеф – Өфөлә Республика стоматология поликлиникаһында стоматолог. Рауфан менән Даян Салауат районында “Газпром” ойошмаһының Арҡауыл филиалында береһе – инженер, икенсеһе диспетчер булып эшләп йөрөйҙәр. Иң кесе улдары Афзал – Өфөлә такси водителе. Хәҙерге ваҡытта өләсәйебеҙ 15 ейән-ейәнсәренә һәм дә 15 бүлә-бүләсәренә ҡәҙерле өләсәй булып тора. Уға быйыл 82 йәш тулды. Беҙҙе ауылда һағынып көтөп алған, яҡты йөҙ менән ҡаршылап, оҙатып ҡалған өләсәйебеҙ төп йортобоҙҙоң йәме булып тора. Уның өйөнөң ауылыбыҙҙа үткән “Өлгөлө йорт” конкурсында 1-се урын алыуы – өләсәйебеҙҙең тырыш хеҙмәт емеше ул.
Олатайыбыҙ менән өләсәйебеҙ 60 йыл бергә татыу ғүмер иттеләр, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайыбыҙ 2017 йылда арабыҙҙан китеп барҙы.
Өләсәйебеҙҙең тормош юлы ҡайһы ваҡыт ауыр булыуына ҡарамаҫтан, уның йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәй, һәр кемгә асыҡ йөҙ күрһәтә. Уның көн һайын уҡыған доғалары, әйтерһең дә, тылсымлы, бар донъяға сәләмәтлек, именлек теләүҙән башлана. Ҡәҙерле өләсәйебеҙ, киләсәктә лә шулай балҡып, матур ағинәй булып ҡалыуыңды теләйбеҙ! “Супер өләсәй” конкурсында еңеп сығыуың осраҡлы түгел, һин ысынлап та был исемгә лайыҡлы бөйөк кеше!”

Автор:Айгуль  Шарапова