Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Ноябрь 2021, 09:45

Алда ла ғүмер байрамдары көтөп торһон

Зифа һәм Фәҡерйән Кәлимуллиндар – ауылдың хөрмәтле кешеләре. Алтын туйҙарын мәҙәниәт йортонда ҙурлап билдәләнек. Әле улар 75 йәшлек күркәм юбилейҙары айҡанлы ҡотлауҙар алыуҙы дауам итә. Сөнки икеһе лә хеҙмәт фронтында үҙ эштәренең оҫтаһы.

Алда ла ғүмер байрамдары  көтөп торһон
Алда ла ғүмер байрамдары көтөп торһон

Фәҡерйән Абдулхаҡ улы бик йәшләй хеҙмәт юлын башлай. “Беларус” тракторында колхоз баҫыуҙарын эшкәртә, һауынсыларҙы йәйен йәйләүгә йөрөтә. Ҡоролоҡ йыл Сүлиәнән орлоҡ, Кукшиктан һалам ташый. Техникаһы һәр саҡ төҙөк булғас, колхоз эшенә һис зыян килтермәй эшләүенә һөйөнә ул.
Ҡеүәтле “К-700” тракторын йөрөтөү курстарын тамамлай, ер эшкәртеүҙә алдынғылар сафында була. Эштән һуң ауылдаштарына хеҙмәт итә: бесән, һалам, утын килтерә. Универмаг гөрләп торған саҡта, сельпола эшсе ҡулдар кәрәк булғас, унда ла эшләй.
Уның төп һөнәре – элемтәсе. Бөтә ауыл биләмәһе өсөн яуаплы була. Ләмәҙтамаҡтан һыу аша йөрөү ҡыйынлыҡтарын кисерергә тура килә. Һәр өйгә радио үткәреп, халыҡты ҡыуандыра. 1976 йыл ауыл Советында телефон була башлағас, бында етешһеҙлектәр булдырмау өсөн, бар оҫталығын биреп эшләй. Хеҙмәт стажы – 43 йыл. Ул “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһе, күп премиялар, почет грамоталары менән бүләкләнә.
Һөйөклө ҡатыны Зифа Малик ҡыҙы Ләмәҙтамаҡта тыуып үҫкән. Мәктәп педагогы Шакир Ғатауллиндың шәп спортсы ҡыҙҙы физкультура уҡытыусыһы итеп күргеһе килә, уҡырға ебәрергә күндерә, һәм ул ике йыл ярым Дыуан-Мәсетле мәктәбендә физкультура дәрестәрен алып бара, ҡыҙҙарҙы үҙе белгән сигеү, бәйләм серҙәренә төшөндөргәне өсөн бөгөн дә рәхмәт һүҙҙәре ишетеп тора. Һомғол буйлы инсафлы ҡыҙҙы икенсе яртыһы Фәҡерйән Кәлимуллин армиянан ялға ҡайтҡанда тәүләп осрата һәм онота алмай. Ғаиләле булғас, Йоноста йорт һалып инәләр. 30 йыл бухгалтер булып эшләй. Финанс эшенең нескәлектәрен Мәүлит Шәрәев аңлатып бирә. Йыл һайын ревизия үтә. Бөтә документтар тәртиптә, тип маҡтап китә ревизор-ҙар. Мәктәп, медпункт, китапхана, балалар баҡсаһында инвентаризация үткәрә, отчеттар тикшерә. Уға тиклем эшләп киткән Мәүҙиә Солтанова ла эшкә төшөнөргә ярҙам итте, ти Зифа Малик ҡыҙы.
Йәйен бесән сабыу, йыйыу өмәләренән, көҙөн ырҙын табағындағы эштәрҙән дә ҡалманы, йәшләй бер эштән дә ҡурҡмаҫ булдыҡлы ҡатын ул. Морондоҡ инәй вазифаһын да лайыҡлы үтәне. Йәш ғаиләләргә кәңәшсе, дуҫ, икенсе әсәй кеүек бүлеште күңел йылыһын.
Ата-әсә ҡыуанысы – тормошта үҙ урынын табып эшләп йөрөүсе балалар. Стоматолог ҡыҙы Әлфиә, педагог һәм тәрбиәсе Гөлнәзирә, ашнаҡсы Эльвира, спорт мастеры улы Нияз – барыһы ла беҙҙең тырыш, әүҙем уҡыусыларыбыҙ.
Әлфиә Кәлимуллина – бөтә ауылдаштарын ҡыуандырған табип. Һабантуйға яратҡан йырсыбыҙ Фидан Ғафаровты саҡырып, ҙур бүләк яһауы – онотолмаҫ яҡты иҫтәлек.
Юбилярҙарыбыҙ бөгөн дә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен, дуҫ-күрше, туғандарын хәстәрләп йәшәй. Йорттары Башҡортостан урамын йәмләп, балҡып тора. Һәр йыл алмалары аллана, сәскәле баҡсаларында уңған бал ҡорттары гөжләй. Алда бәрәкәтле матур ғүмер байрамдары көтөп торһон, сәләмәтлек, күберәк шатлыҡ ҡына килә тор-һон һәр йортҡа.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.

Автор:Наркес Халиуллина