Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Октябрь 2021, 11:10

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр

Һүҙем Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Мәрйәм Ғималованың бер туған ҡус-тыһы, бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Рамазан Ғималов тураһында булыр.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр

Йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Дыуан-Мәсетле ауылында Әслимөхәмәтов Ғималетдин атлы ир-уҙаман йәшәгән. Уның дүрт улы булған. Ғилметдин, Миндеәхмәт, Кинйәбай исемле улдарының әсәләре мәрхүм булғас, шул ауылдағы тол ҡатын Бибийәмиләгә өйләнә. 1928 йылда Бибийәмилә олатайҙы ҡыуандырып, дүртенсегә бер малай табып бирә. Уға Рамазан тип исем ҡушалар. Ул төҫкә-башҡа бик матур, аҡыллы бала булып буй еткерә.
Ғималетдин олатай, заманының абруйлы кешеһе булараҡ, балаларында бәләкәйҙән кешелеклелек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, намыҫ, белемгә ынтылыусанлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә тырышҡан.
Егәрле малай, ауылда урта белем алғас, Мәсәғүт педагогия училищеһын, һуңынан ундағы уҡытыусылар институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген уңышлы тамамлай.
Йәш уҡытыусыны 1954 йылда райондың Мәләкәҫ ете йыллыҡ мәктәбенә ебәрәләр. Ул мәктәп директоры, завуч вазифаларында эшләй, оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Ул йылдарҙа дәрестәрҙән тыш күп кенә йәмәғәт эштәрен дә йөкмәтәләр. Әүҙем йәмәғәтсе һәм тоғро етәксе Башҡортостан уҡытыусыларының II съезы делегаты була.
1962-1963 уҡыу йылында Рамазан Ғималов ғаиләһе менән Дыуан-Мәсетлегә ҡайта. Тыуған мәктәбендә лә үҙен уҡытыусы һөнәренә күңел биргән, намыҫлы, ысынлап та балаларҙы, эшен яратҡан, өлгөрөп еткән, булмышы менән оҫта уҡытыусы итеп күрһәтә. Тыуған мәктәптә эшләү, тәү сиратта үҙ-үҙенән ифрат ҙур яуаплылыҡ, дисциплина талап итә. Үҙ фәнен, уны уҡытыу методикаһын яҡшы белгән, киләсәк быуын яҙмышына битараф булмаған уҡытыу-сы ғүмере буйына тынғыһыҙ хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.
Ҡатыны Факиһа Нәжип ҡыҙы Хөснөтдинова (Ғималова) – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Белем иленә әле генә аяҡ баҫыусыларҙа 37 йыл үҙ-үҙенә ышаныс уятыу, бар яҡтан да уларға өлгө булыу, бер-берен аңларға, хаталарын танырға өйрәтеү, һәр баланы яратыу, тырышлыҡ, Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү уятыу өҫтөндә эшләгән уҡытыусы ине. Һәр бала күңеленә асҡыс табыу, уның һәләтен үҫтереү кеүек сифаттары булған зирәк тәрбиәсе лә булды. Оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн күп кенә почет грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнгән. Ә иң ҙур бүләк – уҡыусыларының рәхмәте.
Рамазан Ғималов өлгөлө ғаилә башлығы ла ине. Улар ҡатыны Факиһа Нәжип ҡыҙы менән бер ҡыҙ, ике малай тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларҙа кесе йәштән кешелеклелек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, намыҫлылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләп, оло тормош юлына сығаралар. Балаларын илебеҙгә белемле кешеләр итеп үҫтереү өсөн бөтә көстәрен һалалар.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Балалары ла һәр береһе юғары белем алып, үҙ ғаиләләрен булдырып, илебеҙгә лайыҡлы, халҡына хеҙмәт итерлек итәғәтле балалар, үҙҙәренә алмаш әҙерләнеләр. Резеда ғүмере буйы табип-педиатр булып эшләй, бөгөн ул хаҡлы ялда. Раймир Ханты-Манси ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, ХМАО-Югра автономиялы округының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Фуат – биология фәндәре докторы, Өфө ҡалаһында йәшәй.
Бөтә ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә биргән уҡытыу-сыларға ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә тиклем ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеү бәхете тейҙе. Бәхетле олатай, өләсәй булдылар.
Фрося ФӘТТӘХОВА,
Ғүмәр ауылы.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр
Автор:Наркес Халиуллина